Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Февраль 2019, 12:01

Анализ яһалды, алдынғылар бүләкләнде

Уҙған шәмбе көндө Ҡуғанаҡбаш ауыл мәҙәниәт йортонда йыллыҡ отчет йыйылышы булды, унда районда эре һәм перспективалы үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе - Ленин исемендәге хужалыҡтың финанс - хужалыҡ эшмәкәрлегенә, матди - техник һәм ресурс потенциалына, шулай уҡ идара итеү ҡарарҙарына төрлө яҡлап анализ яһалды.

Сара урындағы үҙешмәкәр артистар башҡарыуында концерт номерҙарынан башланды.

Артабан Ленин исемендәге хужалыҡ рәйесе Юрис Синәғолов отчет докладында 2018 йылда хужалыҡ эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаны. Яҙғы-баҫыу эштәрен иң яҡшы агротехник срокта һәм юғары сифат менән башҡарғандары, производствола һәм малсылыҡ продукцияһын һатыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешкәндәре өсөн уның хеҙмәтсәндәре I һәм II дәрәжә Дипломдар менән бүләкләнде.

Ю.Синәғолов баш инженер Амур Синәғолов етәкселек иткән автотранспорт паркын яҡшы яҡтан билдәләне. Уның көсө менән бөтә төр эштәр башҡарыла. Шулай уҡ электр энергияһын әһәмиәтле экономиялап, электр ҡорамалдарының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүсе Айрат Ҡорбанғәлиевтың етәкселегендә энергетика хеҙмәте төркөмөн билдәләне ул. Пилорама, тирмән, икмәкхана, ашхана кеүек ярҙамсы тармаҡтар ҙа шулай уҡ кооперативтың етештереү потенциалына ҙур өлөш индергән. Ошо коллективтарҙың уңышлы эше ярҙамында механизаторҙар, малсылар, водителдәр һәм башҡа хеҙмәтсәндәрҙе ваҡытында ҡайнар туҡланыу, төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән сифатлы тәьмин ителгән.

Юрис Юнир улы баш бухгалтер Гөлнара Садиҡова етәкселегендә бухгалтерия хеҙмәткәрҙәренең эшен дә билдәләне, улар ваҡытында иҫәп алып барған, отчеттарҙы дөрөҫ төҙөгән һәм тапшырған.

- Урындағы хакимиәт менән бергә социаль өлкәлә - ауылдарҙы төҙөкләндереү, кооператив ағзаларын, пенсионерҙарҙы социаль яҡлау, физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылды, - тип билдәләне етәксе. - Ҡуғанаҡ йылғаһы аша күпер ремонтланды, шишмәне төҙөкләндереүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелде, Тау урамында һыу үткәргесте ремонтлау өсөн торбалар бүленде. Кооператив льготалы шарттарҙа транспорт биреп, шәхси йөрт төҙөүселәргә даими ярҙам күрһәтә, шәхси секторҙы ҡаты мал аҙығы һәм ашлыҡ фуражы менән тәьмин итә, урындағы янғын һағын ҡарап-тотоуҙы финанслай.

Йыйылыш эшендә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ауыл хужалығында, үҫемлекселектә, малсылыҡта һ.б. район күрһәткестәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Фәнүр Зөфәр улы Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең уңышлы эшен, уларҙың эшһөйәрлеген әйтте, билдәләнгән йүнәлештәренән тайпылмайынса, юғары һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләне. Артабан ул етештереү алдынғылары - Миңнулла Вилданов, Илдус Ғәлимов, Илдар Бохәрмәтовтарҙы Маҡтау грамоталары һәм Алиса Шакирова, Әнисә Яҡупова, Фәнүр Сәйфетдиновты Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Барыһына ла хеҙмәт уңыштары һәм ныҡлы сәләмәтлек теләне.

Йыйылышта шулай уҡ район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова һәм Россельхозбанктың өҫтәмә офисы управляющийы Динара Ғарифуллина саҡырылды. Улар йыйылыусылар менән үҙ өлкәләрендәге файҙалы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты.

Лилиә Миңлеғол ҡыҙына ауыл халҡының һәм Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең пенсия йәшенә, Әсәлек капиталына, хеҙмәт стажы нисек иҫәпләнеүенә бәйле һорауҙары бихисап булды. Шулай уҡ шәхсән уларға мөрәжәғәт итеп, барлыҡ тейешле түләүҙәр, пособиелар тураһында ентекле мәғлүмәт һәм пенсия реформаһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап алып булыуын билдәләне ул.

Динара Әхнәф ҡыҙы халыҡҡа күрһәтелгән банк хеҙмәттәре тураһында ентекле һөйләне. Кредит ярҙамы менән ауыл халҡы хужалыҡ-көнкүреш проблемаларын хәл итә, торлаҡ шарттарын яҡшырта, фермер хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә алыуы тураһында ентекле аңлатты. Шул иҫәптән, сит банк кредиттарын табышлы рефинанслау мөмкин, өҫтәүенә, ошо хужалыҡ хеҙмәтсәндәре эш хаҡын Россельхозбанк аша ала.

Сара бер төркөм хеҙмәтсәндәрҙе - Харис Йәғәфәров, Илдар Ишмөхәмәтов, Вәли Дәминов, Рәмил Ғәлиев, Фәймә Байморатова, Рәфис Дәүләтшин, Зөмәрә Хөсәйенова, Мәйзинә Дәминова, Зөмәрә Ғәлиева һәм Фәүзилә Синәғоловаларҙы хаҡлы ялға оҙатыу менән тамамланды. Уларҙы аҡсалата премиялар менән бүләкләнеләр. Ленин исемендәге хужалыҡта намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәт өсөн 50 йылдан ашыу ошо хужалыҡта механизатор булып эшләгән Миңнулла Вилдановҡа ат бүләк итеү көтөлмәгән сюрприз булды.


Гөлдәр ҒӘФИЕВА.


Читайте нас: