Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2019, 15:58

Ике тапҡыр түләмәгеҙ!

Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә идарасы компаниялар сүп-сар сығарған өсөн хаҡты ике тапҡырға арттырып түләттерә. Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурмаков хәбәр итеүенсә, был хоҡуҡ боҙоуға илдең 20 төбәгендә юл ҡуялар.

Ә Башҡортостанда нисек?

– Республикала икеләтә түләттереү күренеше юҡ, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Ғинуарҙа идарасы компаниялар бер-ике тапҡыр алдашырға маташып ҡараны, ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ үк сараһын күрҙе – быны тыйҙылар һәм компаниялар иҫкәртелде."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: