Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2019, 12:23

Германияла тәжрибә тупланылар

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы (элекке Стәрлетамаҡ совхоз - техникумы) 2002 йылдан алып Европа илдәрендә фермер хужалыҡтарында стажировкаға студенттарҙы әҙерләү һәм уларҙың барып ҡайтыуын ойоштороу мәсьәләләре буйынса К.А.Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университетында һөҙөмтәле хеҙмәт итә. Уҙған осорҙа колледждың 114 студенты сит илдә стажировка үтте. Шул иҫәптән, беҙҙең райондан да һигеҙ студент. Сит илдә практика үтеүгә һәр кем лайыҡ була алмай. Алдан претенденттарҙы һайлап алыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Һәйбәт уҡыу, ыңғай характеристика, эшһөйәрлек, агрокультураларҙы эшкәртеүҙә немец технологияһын өйрәнеү, заманса ауыр ауыл хужалығы техникаһын үҙләштереү, шәхси фермер хужалығы алып барыуҙа практик оҫталыҡ һәм тәжрибә туплау теләге сит илдә стажировка үтеүҙә ҡатнашыу өсөн кәрәкле шарттар булып тора. Уҙған йылда Германияла стажировка үткән колледждың 14 студенты араһында ике стәрлебашлы - Йәшергән ауылынан Азат Хәйруллин һәм Ҡуғанаҡбаштан Линар Садиҡов та булды.

Стажировка һигеҙ ай дауам итә. Егеттәр уҙған йылдың декабрендә өйҙәренә ҡайтҡас, беҙҙең менән дә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Яҡташтарыбыҙ һуңғы курста механик һөнәрен үҙләштерә. Икеһе лә техниканы һәйбәт белә, ҙур кинәнес менән буласаҡ һөнәрҙәренең серҙәренә төшөнә.

Шулай итеп, уҙған йылдың апрель айында улар сит илдә практика үтергә тейешле бәхетлеләр исемлегенә эләгә.

- Сит ил паспортын (ошоноң менән сит илгә барыуға әҙерлек башланды) юллау күп ваҡыт талап итмәне. Мәскәүҙә виза алыу ауырыраҡ булды. Бының өсөн өс көн китте, - тип һөйләй егеттәр. - Шулай итеп, барлыҡ кәрәкле документтарҙы ҡулға алғас, тотош Рәсәйҙән 62 кеше автобуста Германияға юл тоттоҡ. Ике көн барҙыҡ. Автобус уңайлы булыуға ҡарамаҫтан, юл йонсотто. Шуға күрә, кире самолетта ҡайтырға ҡарар иттек. Килеп еткәс беҙҙе тәүҙә лагерҙа, ә өс көндән бөтәбеҙҙе лә фермерҙарға урынлаштырҙылар.

Азат Хәйруллин һөт һәм ит малсылығы менән шөғөлләнгән, шулай уҡ һөрөнтө ерҙәре булған, арпа, бойҙай, кукуруз (уларҙы малға ашаталар) үҫтереү менән шөғөлләнгән фермер Карл Муффлер хужалығында эшләй. Бөртөклөләрҙең уңышы хайран ҡалдырырлыҡ: бойҙайҙың уртаса уңышы гектарынан 87, арпаныҡы - 78 центнер була. Ер һуңғы ҡарышҡа тиклем эшкәртелә. Бынан тыш, фермерҙың үҙенең биогаз ҡоролмаһы бар, уның ярҙамында малсылыҡ ҡалдыҡтарынан... электр энергияһы ала. Биогаз ҡоролмаһы сәғәтенә 450 кВт энергия етештерә. Уға иртән һәм кисен 15-шәр тонна ниндәй ҙә биологик ҡалдыҡ, атап әйткәндә, тиҙәк һалалар. Фермерҙың шулай уҡ ҡоролмаларҙың береһенең ҡыйығында ҡуйылған ҡояш батареялары ла бар. Ошондай ысул менән алынған энергияның бер өлөшөн (яҡынса 10%) Карл үҙе ҡуллана, ҡалғанын яҡындағы ауылдар халҡына һата. Азат һәм Линар һүҙҙәре буйынса, техника уларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята - береһе икенсеһенән яҡшыраҡ, шәберәк. Бөтәһе лә яңы тиерлек, иң иҫкеһе 2010 йылғы. «Нью Холланд», «Класс» кеүек ҡеүәтле тракторҙары бар.

- Техника заманса, уңайлы, төрлө электроника менән йыһазландырылған. Тиҙлекте алмаштырырға ла кәрәкмәй, бер режимға ҡуйһаң трактор үҙе йөрөй, был ашлама индергәндә бик уңайлы, - тип күргәндәре менән уртаҡлашыуын дауам итте Азат. - «Дойтс» мал аҙығы таратҡысы булған тракторға идара иттем. Бының өсөн алдан туҡландырыу рационын йәғни, ваҡлар өсөн бункерға күпме нимә һалырға кәрәк, шуны алаһың - бер грамм күберәк, бер грамм аҙыраҡ түгел. Миңә бик күп участкаларҙа эшләүҙе ышанып тапшырҙылар. Бурыстарымды намыҫлы үтәргә тырыштым, сөнки немецтар еренә еткереп эшләмәүҙе яратмай, улар бик яуаплы, бөхтә, ашыҡ-бошоҡ эшләмәй. Ә тағы ла улар - сүпер пунктуаль кешеләр. Һәр ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ яраталар. Мәҫәлән, йөҙләгән мал аҫралған биналарҙа еңел аяҡ кейемендә йөрөргә мөмкин. Быҙауҙар торған бокстарҙы даими йыуалар.

Немецтарҙың, билдәле булыуынса, производстволары ҡалдыҡһыҙ. Был илдә бала саҡтан сүп-сарҙы айырырға өйрәтәләр. Шешә, ҡағыҙ һ.б. өсөн айырым контейнерҙар тора. Германияла сүп-сар йыйыу һәм уны үтилләштереү көйләнгән тотош бер система.

- Мин барған фермерҙың исеме Эвальд Ристер, - тип һөйләй Линар Садиҡов. - Ул, нигеҙҙә, һөт етештереү менән шөғөлләнә, әммә һимертеүгә ҡуйған үгеҙҙәре лә бар ине. Фермала 200ҙән ашыу эре мал аҫрала. Күпселек процес автоматлаштырылған, хатта һыйырҙарҙы һауыу ҙа роботлаштырылған. Хужалыҡта фермер үҙе, уның ҡатыны һәм ҡыҙҙары эшләй.

Германияға барыр алдына егеттәр немец телен өйрәнеү буйынса ҡыҫҡа курстар үтә. Стажировка үткәндә шулай уҡ Гугл-тәржемәнән файҙаланалар. Бер-береһенән 11 километр алыҫлыҡта йәшәйҙәр, ҡайһы саҡ осрашып, бергәләп иҫтәлекле урындарға баралар, Боден күлендә һыу инәләр. Экскурсант сифатында «Класс», «ДжонДир», «Керхер» кеүек эре заводтарҙа булалар. Шулай уҡ Парижға, Швейцарияға баралар.

Сит илдә стажировка үтеү, егеттәр әйтеүенсә, агроколледжда алған теоретик белемде нығытыу, ауыл хужалығында ҙур практика алыу, немец фермерҙары ҡулланған яңы технологиялар менән танышыу, ә киләсәктә уны, бәлки, тыуған район мәнфәғәтендә лә ҡулланыу мөмкинлеге ул. Алда уларҙы дәүләт имтихандары һәм диплом алыу, артабан армия хеҙмәте көтә. Ошо егеттәр киләсәктә райондың ауыл хужалығы тармағы белгестәре сафтарын тулыландырһын, йә иһә фермер хужалығы булдырып, яҡшыраҡ йәшәргә һәм эшләргә тырышһын ине. Ә сит илдә алған практика был йәһәттән мотлаҡ ярҙам итер, тип ышанабыҙ.


Фаягөл ЙОСОПОВА.

Фото А.ХӘЙРУЛЛИН тарафынан бирелде.
Читайте нас: