Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2019, 12:20

«Һанлы телевидениеға күсеү - ул заман талабы»

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Был башланғыс «2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Әлеге яңылыҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ҡағыламы? Һанлы телевидениеның өҫтөнлөктәре, үҙенсәлектәре нимәлә? Уға күсеү өсөн ябай телетамашасы нимә эшләргә тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты түбәндә алырға мөмкин.

Уҙған йыл аҙағына тиклем илебеҙҙең барлыҡ биләмәһе Рәсәй теле- һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) ике мультиплексы – РТРС-1 һәм РТРС-2 сигналы менән тәьмин ителде. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ошоға бәйле бөгөн тотош ил күләмендә һанлы телевидениеға күсеү буйынса киң даирәлә аңлатыу эше алып барыла. Әммә был әлеге алымда (аналогта) күрһәтеүҙең тулыһынса ябылыуын аңлатмай, бары тик дәүләт тарафынан уның өсөн субсидия бүлеү туҡтатыла. Шуға күрә һәр телеканал аналогта күрһәтеүҙе һаҡлау-һаҡламауҙы үҙе хәл итә һәм сығымдарҙы ҡаплай.

Бөгөн интернет селтәрендә «һанлы телевидениеға күсеү менән элекке телевизорҙар күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ, улар сығарып ташлауҙан башҡаға эшкинмәйәсәк» тигән һүҙҙәр йөрөй... Был һис тә улай түгел. Әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай. 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2014 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 700–2500 һум. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 һанлы телеканал һәм, шуларға өҫтәп, Башҡортостан юлдаш теле­ви­дениеһын ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.

Бынан тыш, һанлы эфир тапшырыуы «Рәсәй 1», «Рәсәй 24» һәм «Рәсәй радиоһы» каналдарын, «Башҡортостан» ДТРК-һы төбәк тапшырыуҙарын үҙ эсенә ала, йәғни телевизор ҡараусылар урындағы яңылыҡтар хаҡында ла хәбәрҙар буласаҡ.

Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәр һанлы эфир мультиплексы менән ҡуллана алмаясаҡ. Был райондарҙа йәшәүселәргә юлдаш тәрилкәһе һатып алыу йәки кабелле телевидениеға тоташыу тураһында уйларға кәрәк буласаҡ. Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин.

Нисек тоташырға

Алдан күҙаллауҙар буйынса, республика халҡының 95,5 проценты һанлы телевидениеға күсеү мөмкинлегенә эйә. Бөгөн Өфө һәм башҡа ҙур ҡалалар халҡы ғына түгел, күпселек ауыл кешеләре лә кабель операторҙары хеҙмәте йәки юлдаш тәрилкәләре менән ҡуллана. Уларҙың операторҙары әкренләп үҙҙәре «һанлы» күрһәтеүгә күсәсәк, ә абоненттарға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Әгәр һеҙ антенна менән файҙаланһағыҙ, телевизорығыҙҙың төрөнә ҡарап, түбәндәге ҡулланма ярҙамында эш итегеҙ.

БСТ-ты нисек ҡарарға

Республиканың төп телеканалы «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» элекке алым менән эшләүен дауам итәсәк. БСТ каналы тапшырыуҙарын ҡарауҙы дауам итеү өсөн универсаль антенна һатып алырға йәки һанлы ҡорамал урынлаштырған хәлдә лә метрлы диапазонда ҡабул итеүсе антеннаны һаҡларға кәрәк буласаҡ. Әгәр һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә юлдаш тәрилкәһе ҡуйырға ниәт итһәгеҙ, операторҙар тәҡдим иткән пакетта БЮТ каналы бармы-юҡмы икәненә иғтибар итегеҙ.

Төбәк консультацион ярҙам үҙәге

Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыу селтәренең БР-ҙағы консультацион ярҙам үҙәге белгестәре һанлы телевидениеға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә, ҡабул итеү ҡоролмаһын дөрөҫ һайлау, урынлаштырыу буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашырға әҙер.

Телефон: 8 (347) 246-45-78, e-mail: [email protected].

Эш ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем 8.30-17.30 сәғәттәрҙә, төшкө ял — 13.00-14.00 сәғ..

Үҙәк хаҡында тулыраҡ белешмә менән рәсми сайтта (РТРС.РФ) «Телетамашасыларға» бүлегендә танышырға мөмкин. Һанлы эфир тапшырыуына тоташыуға бәйле һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләүсе бушлай федераль «ҡыҙыу линия» телефонына ла шылтыратырға мөмкин: 8-800-220-2002.


Читайте нас: