Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2019, 13:13

Алкоголь һәм ҡатын-ҡыҙ

Китапханала ошо темаға бағышланған вебинар үтте Ошо көндәрҙә бер нисә райондың үҙәк китапханаларында Президент гранттары фонды тарафынан хупланған «Ғаиләне ҡотҡарыу - алкоголгә бәйлеләрҙе ҡотҡарыу» проекты даирәһендә «Ҡатын-ҡыҙҙар советының алкоголь бәйлелеге менән яфаланған ғаиләләр менән эше» мәғлүмәти-методик вебинары үтте. Был сарала ҡатнашыусылар иҫәбендә беҙҙең район биләмә-ара китапханаһы ла булды.


Элек ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы һирәк күренеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер хәл бөтөнләй икенсе. Әгәр 20 йыл элек алкоголь бәйлелеге менән сирләүсе тиҫтә ауырыу араһында бер ҡатын-ҡыҙ булһа, бөгөн иһә дүрт һәм хатта биш ҡатын-ҡыҙ тураһында һүҙ бара.

Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәр менән бер рәттән аҡса эшләүе, бизнес менән шөғөлләнеүе менән генә аңлатылмай - был һәр ваҡыт стресс, уны бер бокал шарап менән баҫыуы еңелерәк һәм тиҙерәк. Эш шунда, алкоголь бәйлелегенән яфаланған ҡатындарҙың туғандары уларҙы клиникаларҙа дауалауҙа ярҙам һорап йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы. Сөнки эскесе ҡатын һәм әсәй был, элеккесә, ғаилә өсөн оят (ир-егеттәр алкоголизмына, әйтәйек, өйрәнелгән кеүек).

Сығыш яһаусылар, ҡағиҙә булараҡ, төрлө кешеләр араһында осраған ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы тураһында һөйләне. Әммә бөгөн шундай тенденцияны ла билдәләргә мөмкин, «Йәшел йылан» ҡармағына тотороҡло, юғары килемле йәки уңышлы кейәүгә сыҡҡан ҡатындар күберәк эләгә. Беренсе осраҡта улар өсөн спиртлы эсемлектәр - бөтмәҫ бизнес-бурыстарҙан ял итеү, стрестан ҡотолоу ысулы. Икенсе осраҡта - үҙеңдән ҡәнәғәтһеҙлек, ҡайһы саҡ яңғыҙлыҡ (мәҫәлән, иптәше күп ваҡытын эштә үткәрһә) эҙемтәһе.

Бөгөн ир-егеттәр менән бер рәттән шарап эскән, кафе йәки ресторанда шампан шарабы һатып алған көсһөҙ зат тирә-яҡтағыларҙа насар тәьҫир тыуҙырмай, һәм был ғәҙәти, сөнки беҙ ғәҙел тигеҙлек дәүерендә йәшәйбеҙ. Әммә шуны оноторға ярамай, ир-егеттәргә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ организмына алкоголь башҡаса тәьҫир итә. Гүзәл зат вәкилдәренең организмы алкоголгә тиҙерәк өйрәнә, шуға күрә уларға сама белергә кәрәк.

Мәҫәлән, фитнес-клубта тренер ҡатын-ҡыҙҙарға тейешле күнекмәләр һәм көсөргәнеш бирә. 5 килограмдан күберәк ауырлыҡ күтәрергә кәңәш итмәй, сөнки был кесе янбаштағы органдарҙың түбәнәйеүе менән хәүефле. Һәм бер кем дә уның менән бәхәсләшмәй. Әммә һүҙ бер бокал шарап тураһында сыҡһа, барыһы ла үҙгәрә. Ниңәлер күптәр унан бер нимә лә булмай, бер бокал спиртлы эсемлектән берәү ҙә эскесегә әүерелмәй тип иҫәпләй.

Әммә шуны оноторға ярамай, ҡатын-ҡыҙ организмы ир-егеттәр менән сағыштырғанда, көсһөҙөрәк. Ҡатын-ҡыҙ тиҙерәк иҫерә, тимәк, автоматик рәүештә хәүеф төркөмөнә эләгә.

Ҡатын-ҡыҙ, ир-аттар менән сағыштырғанда, хис-тойғоларға тиҙ бирешеүсән. Социаль роленә, «әҙәплелек» ҡағиҙәләренә тура килмәүе уны күберәк борсой. Күрем ваҡытында уға үҙен контролдә тотоуы ауырыраҡ, сөнки хәүефлелек торошо көсәйә, тимәк, шоколад йәки спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға теләк уяна.

Вебинарҙа Сергей Александрович ҡатын-ҡыҙҙарҙа спиртлы эсемлектәргә бәйлелек барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Ул тиҙ - яҡынса өс йыл дауамында барлыҡҡа килә. Әммә, ҡайһы саҡ, бер йылда ла барлыҡҡа килеүе мөмкин, бөтәһе лә шәхсән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ тап «бер бокал шарап» был йәһәттән төп роль уйнай.

Табиптар баһалауынса, ир-егеттәргә ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙҙар тиҙерәк эскелеккә бирешә. Айырыуса, психологик травма, депрессия ваҡытында, ата-әсәләр менән һәйбәт мөнәсәбәттәр, ышаныслы иптәш булмаһа.

Ниндәй ҙә алкоголизмды дауалап булмауы, әммә ауырыуҙы 20-30 йылға тиклем оҙайлы ремиссияға ебәрергә мөмкин булыуы тураһында әйтелде. Дауалап булмай, сөнки хатта һәйбәт дауалағанда һәм оҙаҡ ваҡыт эсмәгәндән һуң да кеше үҙен тота алмағанлыҡтан эсә башлауы мөмкин. Гарантия юҡ. Әммә, һис шикһеҙ, дауаланмаҫ өсөн был сәбәп түгел. Башланғыс стадияла һәйбәт психотерапия ла етерлек була. Ә оҙаҡ эскәндә - был иһә нигеҙендә медикаментоз дауалау булған тотош саралар комплексы.

Теләк булһа һәр ваҡыт үҙеңә «етте» тип әйтергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пациенткалар үҙҙәре ярҙам һорап һирәк мөрәжәғәт итә. Күпселек осраҡта уларҙы туғандары, дуҫтары алып килә. Этаптар араһында күҙгә күренмәҫ сик бар, был осраҡта кеше үҙенең проблемалары булыуын аңлап, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе, тормош рәүешен үҙгәртеүе, башҡа ысулдар менән стресты бөтөрөргә өйрәнеүе, үҙенең кәйефен күтәреүе мөмкин. Ә ҡайһы саҡ был мөмкин түгел, сөнки кеше, ниндәй зат булыуына ҡарамаҫтан, ул алкоголгә бәйле һәм быны танымай. Бына шул саҡ ғаиләһе, туғандары, дуҫтары уға ярҙамға килә.

Әйткәндәй, күптәргә үҙҙәрен ҡорбан итеп, өйҙә эскән кешеләр менән йәшәргә тура килә, сөнки эскеселәрҙең береһе лә үҙенең бәйлелеген танымай. Улар һәр ваҡыт эсергә сәбәп эҙләй - был психологик бәйлелек. Уларҙың туғандары балалар хаҡына шулай йәшәй һәм ғазаплана. Әммә, ата-әсәнең береһе бәхетһеҙ икән, быны күргән бала нисек бәхетле була алһын?

Веб-конференциянан һуң беҙҙең район ауылдарында ошо көнүҙәк проблемаға бәйле хәл-торош тураһында муниципаль район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Мусаҡаева һөйләне. Сарала шулай уҡ төрлө ауыл биләмәләренән ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡатнашты.

Шулай уҡ Хәлекәй ауыл биләмәһенән Зөбәржәт Ғәлиева һәм Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһенән Роза Ғәлимова үҙҙәренең ауыл биләмәләрендә ошо мәсьәләгә бәйле хәл-торош тураһында һөйләне. Уларҙың ауылдарында алкоголь ҡулланыусылар һаны тураһында әйтеүҙәре йыйылыусыларҙы тетрәндерҙе. Хатта әсәһе менән ҡыҙы эскән ғаиләләр ҙә бар икән. Ә ҡайһы бер ауылдарҙа эскән кеше - һәр өйҙә.

Ике аҙна һайын үткәрергә планлаштырылған ошондай вебинарҙарҙа, Сергей Александрович әйтеүенсә, алкоголгә бәйлелеге менән интеккән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнаша ала. Анонимлыҡ гарантиялана.

Вебинар - Интернет аша веб-конференциялар, онлайн-осрашыуҙар йәки презентациялар төрө. Унда һәр ваҡыт ике яҡ: докладсы-алып барыусы һәм тыңлаусылар ҡатнаша. Ғәҙәттә, ҡатнашыусылар алып барыусыны күрә, ә ул уларҙы - күрмәй.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.


Читайте нас: