Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль 2019, 12:00

Түләүһеҙ махсус туҡланыу кемгә ҡарала? Һәм уны нисек алырға?

Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында махсус туҡланыу алыу өсөн рецептар биреү ойошторолған.

Башҡортостан Республикаһында даими йәшәгән һәм дәүләт дауалау-профилактик учреждениеларында диспансер күҙәтеүе аҫтында торған, ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған йөклө ҡатындар һәм күкрәк һөтө менән имеҙгән әсәләр махсус туҡланыу продукттарын бушлай алырға хоҡуҡлы. Рецептар үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ғаиләнең, йөклө ҡатындың (имеҙгән әсәнең) аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡарағанын раҫлаусы белешмә (Стәрлебаш районының Күп функциялы үҙәгендә алырға мөмкин) тапшырған осраҡта бирелә.

Шулай уҡ республикала даими йәшәгән, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында йәшәү урыны буйынса амбулатор иҫәптә торған, медицина күрһәткестәрен иҫәпкә алып, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләрҙә ҡатнаш йәки яһалма туҡландырылған өс йәшкә тиклемге балалар бушлай туҡланыу продукттары менән тәьмин ителеүгә хоҡуҡлы. Рецептар үҙәк район дауаханаһының балалар консультацияһында өс йәшкә тиклем балаһы (балалары) булған ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр категорияһына ҡарауын раҫлаусы белешмә тапшырған осраҡта бирелә. Белешмәне Стәрлебаш районының Күп функциялы үҙәгендә алырға мөмкин.

Гөлшат АБДРАХМАНОВА, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының участка табип-педиатры.


Читайте нас: