Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2019, 11:14

Йәш, һәйбәт белгес

Түбәнге Ибрай һәм Айтуған ауылдарында изге күңелле һәм ярҙамсыл йәш фельдшер эшләй. Уның пациенттары шулай тип иҫәпләй.

Ләйсән Егорова (һүрәттә) мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ медицина колледжына «Дауалау эше» белгеслегенә уҡырға инә. 2017 йылдың ҡышында юғарыла атап үткән ауылдар халҡын хеҙмәтләндереүсе фельдшер-акушерлыҡ пунктында һөнәри эшмәкәрлеген башлай. Ул ике балаһы менән Тәтер-Арыҫлан ауылында ата-әсәһе йортонда йәшәй. Ауылдар араһында йөрөп эшләргә тура килһә лә, Ләйсән Йәүҙәт ҡыҙы һәр ваҡыт ярҙамға ашыға. Ул шәхси транспортында йөрөй.

- Саҡыртыуҙар буйынса сирлеләргә көндөҙ ҙә, төнөн дә, ял көндәрендә лә барырға тура килә. Эшем оҡшай. Изге күңелле һәм ярҙамсыл пациенттарыма аңлағандары һәм ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Уларҙың барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем, - тине йәш белгес.

Ләйсән Егорованың көнөнә кәмендә биш саҡыртыу була. Әлбиттә, арый. Әммә пациенттарын һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала. Кемгәлер ҡан баҫымын үлсәргә, икенсеһенә дарыуҙар яҙып бирергә, инъекция яһарға кәрәк, һәм уларҙың көндәлек проблемаларын да тыңларға, ҡайһы саҡ кәңәштәр ҙә бирергә тура килә.

- Беҙҙең Ләйсән фельдшерыбыҙ, йәш булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы белгес. Шылтыратһалар, шунда уҡ ярҙамға ашыға, - ти уның тураһында хат ташыусы Эльвира Мусина.

«Тыуған еренә береккән» - был тап уның тураһында. Күрше ауылдарҙа фельдшер булып ул күптән түгел генә эшләй, әммә, билдәләүебеҙсә, ауыл халҡы уны тик яҡшы яҡтан баһалай.

- Беҙҙең Ләйсән изге күңелле кеше. Әгәр сирлене район дауаханаһына алып барырға кәрәк икән, ул уны үҙе шәхси машинаһында алып бара. Бер ҡасан да, бер кемгә лә ярҙамдан баш тартмай. Беҙ унан бик уңдыҡ, - ти Айтуған ауылынан Гөлназ Нафиҡова.

Рәхмәтле пациенттарҙың йылы һүҙҙәре медицина хеҙмәткәре өсөн иң яҡшы маҡтау. Ләйсән Йәүҙәт ҡыҙына барлыҡ башланғыстарында, эштәрендә уңыштар һәм ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ.Гөлдәр ҒӘФИЕВА.Автор фотоһы.


Читайте нас: