Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2019, 12:00

Олатайымдың ҡәберендә булдым

Ошо мәҡәлә авторы Леонид Иванович Зайцев Стәрлебаш районының хәҙер инде картала ла булмаған Протасово ауылында (Баҡый ауыл биләмәһе) тыуып үҫә һәм артабан Ҡарамалы ауылында йәшәй. Хәҙер Салауат ҡалаһында ҡатыны, ҡыҙҙары һәм ейәне менән ғүмер итә. Бала саҡтан ул олатаһы Петр Егорович Зайцевтың вафат булған урынын табырға хыяллана. Һәм бына уҙған йылда ул уны бойомға ашыра. Уның ҡәберен табып ҡына ҡалмай, унда барып, сәскәләр һәм олатаһы ғаиләһе менән йәшәгән һәм шунан фронтҡа алынған тыуған еренең тупрағын ҡәберенең өҫтәнә һала. Редакцияға килеп, Леонид Иванович кисергән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Минең өләсәйем Мария Ефремовна һәм атайым Иван Петровичтың һөйләүе буйынса олатайым Күндерәк ауылынан яҡташы менән бергә һуғыша. Ул иҫән ҡала, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның фамилияһын иҫләмәйем. Ул олатайымдың хәрби походтары тураһында һөйләне, сөнки дошман пуляһы олатайыма тейгәндә ул уның менән бергә була. Бөгөн, заманса компьютер технологияларынан файҙаланып, РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивы аша Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемлеген табыу ауыр булманы. Ҡыҙҙарым Оля менән Нина ярҙамында олатайымдың һәләк булыуын раҫлаусы документтарҙы эҙләп таптыҡ. Ул Курск өлкәһендә (Суджанск районы, Ивницы ауыл советы) 14-се истребителдәр бригадаһында һуғыша. Ивницы ауылында 1943 йылдың 27 мартында һәләк була. Шунда уҡ туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Мин Курск өлкәһенең хәрби комиссары Владимир Радионовҡа запрос ебәрҙем. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙгә тарихи-патриотик тәрбиә биреү, мәрхүмә өләсәйемдең һуңғы теләген бойомға ашырыу маҡсатында, мөмкин булғансы олатайымдың ерләнгән урыны тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашыуын һораным. Яҙғанда яуап бирерҙәр тип бик өмөтләнмәнем дә. Шуға ҡарамаҫтан, минең бәхетемә, ике айҙан уның аныҡ ерләнгән урыны тураһында яуап алдым. Хатта ҡабаттан ерләү булмауы, олатайым Курск өлкәһенең Ивницы ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе тураһында әйтелә ине.

Владимир Александрович шулай уҡ миңә урындағы ауыл биләмәһе хакимиәтенең телефон номерын яҙғайны, уның башлығы менән һуңынан мин элемтә тоттом. Ул шулай уҡ мемориаль таҡталағы исемлеккә герой Петр Егорович Зайцевтың да исемен индереп, уның ейәнен, йәғни мине, Ивницы ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар мемориалына саҡырыуҙы ойошторорға һәм был турала уға шәхсән хәбәр итергә ҡушыуын әйтте.

Егерменсе быуаттың иң ҡурҡыныс һәм ҡан ҡойғос Бөйөк Ватан һуғышы күптән тамамланды. Әммә киләсәк быуын үҙ ғүмере бәрәбәренә тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон яулағандарҙың барыһын да хәтерләй. Ғаиләләрҙә яу яландарынан әйләнеп ҡайтмаған туғандары һәм яҡындарын хөрмәтләп иҫкә алалар, бик күп йылдар дауамында уларҙың һәләк булған һәм ерләнгән урындарын эҙләйҙәр. 1941 йылда ҡатыны Марияны, өс улын һәм ике ҡыҙын ҡалдырып, Стәрлебаш районындағы Протасово ауылынан Петр Егорович Зайцев фронтҡа китә. Сержант Зайцев фронтта разведчик була, дошманды әсирлеккә ала, «тел» артынан йөрөй һәм уларҙы үҙебеҙҙекеләргә алып ҡайта.

Сираттағы разведкала булғанда, Ивницы ауылын азат иткәндә һәләк була ул. Йылдар үтә. Күпмелер ваҡыттан геройҙың ҡатыны һәм балалары ла яҡты донъянан китә, әммә ейәндәре олаталары тураһында онотманы. Башҡаларға ҡарағанда был тема мине күберәк борсоно. Ивницы ауыл хакимиәтенә шылтыратҡандан һуң, уның башлығы Галина Ивановна Крючкова олатайымдың ерләнгән урынына барып ҡайтырға тәҡдим итте.

Һәм бына 25 июлдә апайымдың ире менән, Башҡортостандан алып еңел булмаған юл үтеп, беҙ Харьковтан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ивницы ауылына барып төштөк. Беҙҙе ауыл биләмәһе башлығы, райондың хәрби комиссары, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре, урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм ауыл халҡы ҡаршыланы. Мин туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һәм олатайымдың тыуған ере - Протасово ауылынан алып килгән тупраҡты ҡәберлегенә һалдым. Беҙ һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдыҡ.

Артабан урындағы зыяратта урынлашҡан бәләкәй сиркәүгә барып, һәләк булғандарға ғибәҙәт ҡылып, шәм яндырҙыҡ. Элекке ағас күперҙә - олатайым - сержант Зайцевтың һуңғы алышы урынында булдыҡ.

Ауыл Советы вәкилдәре беҙгә Ивницы ауылында һәләк булғандар һәйкәле төшөрөлгән сувенир бокалдары бүләк иттеләр. Артабан беҙ ошо һәйкәлгә барҙыҡ. Әңгәмә ваҡытында беҙгә олатайымдың һуңғы көнө тураһында һөйләнеләр. Үҙ сиратында, улар был тарихты, шулай уҡ ауылдың фажиғәле яҙмышы тураһында шул ваҡиғаларҙы шәхсән күргәндәрҙән ишеткән.

... Төн. Ауылдың ике кешеһе бер өйгә инә. Уларҙың бер генә патронлы винтовкаһы була. Бында улар дошманға тап булып, уларҙың береһен үлтерә. Улар иһә беҙҙекеләрҙең береһенә ата. Икенсеһе урманға ҡаса. Өйҙә дүрт немец була, ҡалған өсөһө күрше ауылға барып, карателдәр отрядын саҡыра.

1943 йылдың 27 февраленән 28енә ҡарата төндә, бөтә ауыл халҡы йоҡлағанда, улар ауылды ҡамап, кешеләргә ата башлай һәм уларҙы мыҫҡыл итәләр. Ауыл халҡының бер өлөшөн балалар менән бергә медпунктҡа ҡыуып индереп, яндыралар.

Барлығы 197 кешене аталар, йыртҡыстарса язалап үлтерәләр һәм яндыралар, шуларҙың 35е - балалар, 14е ҡасып ҡотола. Был мәғлүмәт шул ҡан ҡойғос фажиғәнең шаһиты булған ауыл инәйе һөйләгәндәрҙән алынған. Уға шул саҡта 14 йәш була.

Кешеләргә атҡанда уның аяғына пуля эләгә. Ҡыҙ йығыла һәм атып үлтерелгән кешеләрҙең кәүҙәләре уның өҫтөнә ауа. Ул немецтар яралыларҙы үлтергәндәрен ишетеп ята. Төнөн ул үлек кәүҙәләр аҫтынан сығып, шыуышып ҡаса. Мөғжизә менән иҫән ҡала. Мин уның менән әңгәмәләштем һәм һуғыш тамуғында иҫән ҡалған шул ваҡыттағы үҫмер ҡыҙҙың, ә бөгөн сал сәсле инәйҙең ошо турала һөйләүҙәрен шәхсән ишеттем. Нимәһе ғәжәпләндерҙе, ул немецтар тураһында насар яҡтан ғына һөйләмәне.

Улар, ауылда йәшәгәндә ризыҡтарыменән уртаҡлаша, ә балаларға шәкәр, кәнфит, тушенка бирә, итәғәтле була. Уның һүҙҙәре буйынса, ауыл кешеләрен, нигеҙҙә, фашистар яғына күскән поляктар, венгрҙар, бандеровсылар мыҫҡыл итә. Унан мин шул һуғыш тураһында бик күп нимә белдем, был минең шул ваҡытҡа ҡарашымды үҙгәртте. Ошо ауылды фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә минең олатайым батырҙарса һәләк булған да инде...

Быйыл мин диңгеҙгә ял итергә барырға йыйынам һәм Марина һеңлем менән бергә олатайымдың ҡәберенә йәнә мотлаҡ барасаҡмын.

Олатайымдың биш балаһынан бөгөн бер ҡыҙы, иң өлкәне - Вера Петровна иҫән, ул Аллаға шөкөр, шәп кенә. Ул һәм Петр Зайцевтың бөтә быуыны тыныс күк йөҙө, тыныс тормош өсөн ғүмерен биргән атай, олатай һәм ҡарт олатайҙарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Мин иһә, үҙ сиратымда, иң яҡынкешемдең ерләнгән урынын белгәнемә, беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн уның алдында түбәнселек менән баш эйә алғаным менән бәхетлемен.

Редакциянан.Мәҡәләне әҙерләгәндә, Леонид Иванович йәнә редакцияға килде. Протасово ауылында йәшәгән һуңғы кеше - 81 йәшлек Мария Кураеваны ерләргә килеүе тураһында әйтте. Һәм 22 ғинуарҙан Протасово ауылында рәсми рәүештә бер кеше лә ҡалманы. Бик ҡыҙғаныс. Леонид ЗАЙЦЕВ. Салауат ҡалаһы.
Читайте нас: