Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2019, 12:19

Дуҫтарым күп, бар төрлөһө, һин - бик саф күңеллеһе

Беҙгә 7-8 йәштәр булғандыр, иптәш ҡыҙым Әлфиә менән ҡышҡы селлә һыуыҡта Ҡарағош кибетенә шыршы башына ҡуйырға йондоҙ алырға барҙыҡ. Һатыусы апай Әлфиәне: «Ниңә был һыуыҡта һеңлеңде өшөтөп йөрөтәһең» тип шелтәләп тә алды. Әхирәтем буйсан, ә мин унан бер башҡа тәпәшерәк булғанға һатыусы апай беҙҙе апалы-һеңлеле тип уйланы, буғай. Бәләкәй саҡта мине гел эйәртеп йөрөгән, ә үҫкәндә яҡлаусы-һаҡлаусы булған, яҙмышым өсөн борсолған ғәзиз күршем һәм серҙәшем Хәсәнова Әлфиә Миңлевәли ҡыҙы тураһында бәйән итәм.

Ете йыл хәрби хеҙмәттә булған Тымыҡ океан диңгеҙсеһе, Япония милитаристары менән алышҡан яугир Миңлевәли бабай етди, әммә тыңғыһыҙ кеше ине, балаларын эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан итеп тәрбиәләне. Әлфиә мәктәптә бар фәндәрҙән дә яҡшы өлгәште, химия буйынса район олимпиадаларында призлы урындар алды. Татар теле уҡытыусыһы Рабиға апай Мөхәмәтйәрова уны тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуя тип майтай ине. Иң әйтәһе килгән һүҙем: яҡшы уҡыусы Хәсәнова күп саҡрымдарҙы саңғыла йүгергән, ғәйәт юғары дәрәжәлә әҙерлек үткән көслө спортсы ла. СССРҙың күп ҡалаларында Бөтә Союз саңғы, йүгереү ярыштарында ҡатнашып, мәктәп, уҡыу йортоноң данын яҡланы ул. Минеңсә, Бөтә Союз ярыштарында ҡатнашыу - сиктән тыш батырлыҡ.

Әйткәндәй, уның Мөхәмәтғәли ағаһы ла, Юрис ҡустыһы ла Силәбе физкультура институтын тамамлап, ғүмер юлын физкультура менән бәйләнеләр.

Саңғы ярышсыһы Әлфиә буласаҡ тормош иптәше Фәнил Яппаров менән еңел атлетика түңәрәгендә шөғөлләнгәндә танышалар. Етмәһә, Фәнил райондашы, күрше Баҡый ауылында тыуып үҫкән егет икән. Улар бына 37 йыл күптәрҙе һоҡландырырлыҡ ғаилә ҡороп йәшәйҙәр, ике балаға күркәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар.

Яппаровтарҙың донъялары күркәм, эштәре көйлө. Был ғаиләне мин сикһеҙ хөрмәт итәм, сөнки уларҙан күп изгелек күрҙем. «Дуҫтарым күп, дуҫтарымдың бар төрлөһө, һеҙ бик саф күңеллеһе», - тим уларға.

Тағы бер хәҡиҡәтте әйтмәй булдыра алмайым. Әлфиә кеше күҙенә артыҡ сағылмайынса, тыйнаҡ ҡына йәшәй. Кемде лә булһа, нимә менән булһа ла һөйөндөрөргә ынтыла.

Әгәр ҙә донъя йөгө баҫып, көндәлек тормошомдоң ығы-зығыһы көйәләндерә башлаһа, мин Баҡса ауылынан Стәрлетамаҡ ҡалаһына сығып китәм. Унда мине фирүзә ташылай зәңгәр күҙле, һары сәсле һөйкөмлө кешем - Әлфиәм ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Беҙ йәшлек йылдарын хәтерләп, моңайышып алабыҙ, ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, бик бәхетле икәнбеҙ, тибеҙ.

Минзиә РЫСАЕВА. Баҡса ауылы.
Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: