Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2019, 10:00

Күңелле студент йылдары

Студенттар - күңелле, шау-шыулы һәм бай фантазияға эйә кешеләр. Ысын студент донъяла барыһынан да нығыраҡ байрамдарҙы һәм ялдарҙы ярата, шуға күрә студенттар көнө йыл һайын онотолғоһоҙ итеп билдәләнә.

Беҙҙең илдә уны 25 ғинуарҙа билдәләйҙәр. Ни өсөн тап ошо көн студенттар көнө тип иҫәпләнә? 1755 йылда Елизавета батша Мәскәү университетын ойоштороу хаҡындағы указға ҡул ҡуя, уҡыу йортона нигеҙ һалынған көн хәҙер бөтә Рәсәй студенттар көнө булараҡ билдәләнә. Студенттар көнө - йәштәр менән эшләүсе, улар менән күңел йылыһын, энтузиазмын бүлешеүсе, белеме, баһалап бөтөргөһөҙ тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы кешеләрҙең дә байрамы ул.

Студенттар һәр ваҡыт Рәсәй йәмғиәтенең алдынғы өлөшө булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Һис шикһеҙ, был йәшлек осоро - иң гүзәл миҙгел.

Ибраҡай ауылынан Гөлназ Яҡупова, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының 4-се курс студенты.

- Бәләкәй саҡтан бухгалтерға уҡырға хыяллана инем. Бик күп белгеслектәр араһынан үҙемә оҡшағанын таптым. Беҙҙең университетта бик күп төрлө саралар, конкурстар һәм конференциялар үткәрелә. Мәҫәлән, юғары уҡыу йортоноң активистар төркөмөндә йыл һайын яңы йыл байрамдарында ҡотлауҙар һәм бүләктәр менән «Урман-Бишҡаҙаҡ» балалар йортона барыу традицияһы бар. Балаларҙың ни тиклем ҡыуанғанын күрһәгеҙ икән!

Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалында Рәсәй студенттар көнөн күңелле, спорт менән билдәләйбеҙ: арҡан тартышабыҙ, эстафеталар үткәрәбеҙ, саңғыла шыуабыҙ. Байрам спорт комплексы эргәһендә ҡарасҡы яндырыу менән тамамлана.

Мин тағы ла стилләштерелгән портрет төшөрөү менән шөғөлләнәм. Был уҡыуға ҡамасауламай. Был минең яратҡан эшем.

Татьяна көнөндә һәйбәт ял итер өсөн кисәге көндө оноторға тырышырға кәрәк. Байрамдың иртәгәһе көнөнә контроль эш йәки ниндәйҙер мөһим ваҡиға булһа ла, проблемалар тураһында уйламағыҙ, рәхәтләнеп ял итегеҙ. Беренсенән, преподавателдәр ҙә шулай уҡ кеше. Икенсенән, йыл һайын һеҙ тиҫтәләрсә контроль эш яҙаһығыҙ, ә студенттар көнө йылына бер тапҡыр ғына була.

Алина Ильясова, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетының 4-се курс студенты.

- Мин 8 класта уҡығанда уҡ педиатр булырға ҡарар иттем. Балаларҙы бик ныҡ яратам һәм уларға сәләмәт булырға ярҙам итергә теләйем. Коммерция нигеҙендә уҡырға индем, ә ике сессияны тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң, икенсе курста бюджет бүлегенә күстем. Тәүге мәлдә төркөмдәштәрем менән йыш осрашып ял итә торғайныҡ, ә хәҙер күптәр эшләп йөрөй. Уҡыу ҙа еңел түгел, шуға беҙ күберәк лекцияларҙа ғына осрашабыҙ.

Татьяна көнөндә ниндәйҙер ҙур байрам планлаштырып булмай, сөнки имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең был мәлдә ваҡытыбыҙ ҙа юҡ - сессияның иң ҡыҙған сағы. Әйткәндәй, барлыҡ студенттар кеүек үк, имтихандар алдынан асыҡ форточка аша «халява»ны тотабыҙ. Тағы ла, әгәр дөйөм ятаҡта кемдеңдер тыуған көнө булһа, беҙ ҡап төн уртаһында уға һауа шарҙары, сәскәләр тотоп «еңел сессия» теләп, ҡотларға барабыҙ. Миңә һайлаған һөнәрем оҡшай һәм мин бер нимәгә лә үкенмәйем.

Үрге Гөлөм ауылынан Илшат Кәримов, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжының 1-се курс студенты.

- 9 класты тамамлағандан һуң, Интернеттан төрлө белгеслектәр буйынса баһаламаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, компрессорсы һөнәрен һайланым. Дөйөм ятаҡтан егеттәр менән дуҫ йәшәйбеҙ. Әлегә минең өсөн уҡыуҙа бөтәһе лә яңы һәм ғәҙәти түгел. Студенттар көнөн байрам итеү хатта планда ла юҡ.

Уҡыу бик тиҙ тамамлана тип хәтерегеҙгә төшөргө килә. Шуға күрә студенттар үҙ байрамын ихлас күңелдән үткәрергә тейеш. Әйткәндәй, был байрам төркөмдәштәр тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белергә булышлыҡ итә. Бөтә студенттарға ла уҡыуҙарында уңыштар һәм имтихандарын яҡшы тапшырыуҙарын теләйбеҙ.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Фотолар «Бәйләнештә» селтәренән алынды.


Читайте нас: