Кәрәкле режимға ҡуймай, синтетик кейемде үтекләп, үтегегеҙҙе бысраттығыҙ, ти. Түшәк кәрәк-яраҡтарын, аҡ күлдәктәрҙе бысраҡ үтек менән үтекләп булмаясаҡ. Нимә эшләргә? Үтекте таҙартыу өсөн ҡул аҫтындағы саралар:
Теш пастаһы. Һыуыҡ үтеккә теш пастаһы һылағыҙ ҙа, таҙа сепрәк менән таҙартығыҙ. Һуңынан токка тығып, биш минут дауамында берәй туҡыманы үтекләгеҙ.
Сода. Уға тигеҙ күләмдә һыу ҡушып, махсус паста яһағыҙ. Сепрәккә һалып, үтек табанын ышҡығыҙ. Һуңынан ҡыҙҙырып, парын ебәрегеҙ.
Тоҙ. Таҫтамалға бер ҡалаҡ тоҙ һалығыҙ. Ул эрерәк булған һайын яҡшыраҡ. Үтекте ҡыҙҙырып, пар ебәреп, таҫтамалды үтекләгеҙ. Көйөп йәбешкән туҡыма киҫәктәре тоҙға йәбешеп төшәсәк.Йәшлек гәзитенән.