Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Ғинуар 2019, 10:00

Башҡорт шәжәрәләре - быуындарҙы тоташтырыусы нәҫелдәр тарихы

Һәр халыҡ тарих төпкөлөнә күҙ ташлап быуындар бәйләнешен, ата-бабаларының тормошон, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен танып-белер өсөн шәжәрәһен белергә, өйрәнергә тырыша. Тәбиғи, барлыҡ ошо изге хис-тойғолар һәм холоҡ сифаттары башҡорт халҡының да тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө була.

Быуындар бәйләнеше, шәжәрә, нәҫел-ырыуҙың тармаҡланып китеүен күрһәткән һыҙма - «Шәжәрә» тигән ғәрәп һүҙенең дөйөм мәғәнәһен аңлатыусы ошо һүҙбәйләнештәр күп быуатлыҡ башҡорт тарихы ижадының күп һанлы жанрҙарының береһенә әүерелә. Шәжәрә төҙөү буйынса эҙләнеүҙәр сығанағы X быуатта исламдың Башҡортостанға үтеп инеүе менән бәйле. 922 йылда Ибн-Фадлан етәкселегендә Багдад хәлифе илселәре Болғар ханлығының баш ҡалаһына килә. Ошо йыл болғарҙарҙың исламды ҡабул итеү йылы тип иҫәпләнә лә. Исламды ҡабул иткәндән һуң Болғар ханлығы составына ингән Башҡортостандың көньяғына ла ислам үтеп инә башлай. Миссионерлыҡ һәм ислам донъяһы менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеш бында төп роль уйнай. Алтын Урҙа ханлығының рәсми дине булғанлыҡтан, ислам илселәре башҡорт ҡәбиләләрендә йыш ҡунаҡта була.

Әммә, башҡорттар араһында исламдың таралыуы бер нисә быуатҡа һуҙыла, һәм, тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, XIV-XV быуаттарҙа ғына тамамлана. Ошо осорҙа башҡорттар араһында ғәрәп яҙыуы базаһында белем биреү һәм яҙыуға өйрәтеү үҫешә. Тап XV быуаттан башҡорттарҙың яҙма ҡомартҡылары - поэтик халыҡ ижады әҫәрҙәре - шәжәрәләре барлыҡҡа килә башлай. Туған тел һәм ғәрәп-фарсы элементтары менән боронғо төрки теле хәҙерге әҙәби татар һәм башҡорт телдәре нигеҙе булып тора.

Ҡан ҡәрҙәштәрҙең йылъяҙмаһы һәм халыҡ ижады жанры булараҡ, шәжәрә быуындан- быуынға ауыл старшиналары, муллалар, яҫауылдар, ахундар, ишандар, сотниктар, йәғни башҡорттарҙың «иң абруйлы кешеләре» тарафынан яҙып алына.

Яҙма формала төҙөлгән шәжәрәләр бик һаҡланмаған һәм XV быуаттан башлап ҡына улар ныҡлы таралыу таба. Үҙ шәжәрәһен быуындан быуынға тапшырып, юғары ҡатлам йәки элита уларҙы үҙ дәүеренең билдәле кешеләре, батырҙары, башҡорт фольклоры геройҙары, әүлиәләре, билдәле дини эшмәкәрҙәре исемдәре менән атай. Ауылдарҙың атамаларында ла шулар ҡулланыла.

Шәжәрәлә күрһәтелгән исемдәрҙе ентекләберәк ҡарайыҡ. Мәҫәлән, Мансур ғәрәп-фарсы телендә «Еңеүсе»; Ихсан (ғәрәп) - «Изгелек»; Хәсән (фарсы) - «Матур»; Хәбибулла (ғәрәп-фарсы) - «Алланың һөйөклөһө»; Ибраһим (ғәрәп-фарсы) - «Пәйғәмбәр»; халыҡтар атаһы тигәнде аңлата, Абдулла, Ғабдулла, Абдрахман, Әбделхәй, Әбделғәзиз лингвистикала «Аллаһ ҡоло»; Ғөбәйҙуллин, Ғөбәйҙулла - «Аллаһтың бәләкәй ҡоло» исеменең кесерәйтелгән формаһы. Әхмәт - XII быуат батыры (фольклор). Ошо уҡ исемде Мөхәммәт пәйғәмбәр өҫтәмә исем булараҡ йөрөтә, был Ҡөрьәндең 61-се сүрәһенең 6-сы аятында билдәләнгән. Әхмәтов - ошонан килә.

Айырым исемдәр төркөмөн фарсы компоненттары менән исемдәр тәшкил итә - ша/шә, «төп, иң яҡшы» тигәнде аңлата. Мәҫәлән, Батырша (ошонан Батыршин) - «иң яҡшы батыр»; Ғәҙелша (Ғәҙелшин һәм Әҙелшин) - «иң ғәҙел». Өҫтәүенә, - ша «шаһ» һүҙенең ҡыҫҡартылған варианты булараҡ ҡулланыла. Был исемдәр ҙә төрки-фарсы теленән барлыҡҡа килгән. 850 ир-егет исеме булған фарсы исемдәр һүҙлегенән 89ы, ә 448 ҡатын-ҡыҙҙар исеменең - 30ы башҡорттар араһында таралған. Шуныһы асыҡ билдәле, уларҙың һәр ҡайһыһы - Иранда лайыҡлы һәм хөрмәтле шәхестәрҙең исемдәре.

Әсҡәт (иң бәхетле) - Сәғит («бәхетле») сифатының иң юғары дәрәжәһе. Ошондай уҡ формула буйынса Әхмәт исеме барлыҡҡа килгән - Хәмит исеменән «иң маҡтаулы». Шулай итеп, шәжәрәләрҙә иҫкә алынған һәр исем ғәрәп-фарсы һәм төрки телдәренең компоненттарынан тора.

Фамилияларға килгәндә, улар башҡорттарҙа һуң ғына дәүләт эшенә бәйле ихтыяждар арҡаһында барлыҡҡа килә һәм рәсми документтарҙа ғына ҡулланыла. Әйткәндәй, ғәрәп терминологияһы буйынса фамилия ғаиләнең исемен аңлата. Рәсми документтарҙа фамилияларҙың аҙағында рус аффикстары бар - ов (а); ин (а); Исмәғилов, Ғәҙелшин, Лоҡманов һ.б.

Һуңғы миҫалда уның сығанағын ҡарайыҡ. Лоҡман - боронғо ғилем эйәһе исеме (К.Х.Баранов, рус - ғәрәп һүҙлеге). Ул - Ҡөрьән сүрәләренең мәғәнәләрен аныҡ билдәләгән билдәле ғалим, әүлиә (ғәрәп теленән тулы аңлатмалы һүҙлеге. Бейрут, Ливан); Лоҡман - Ҡөрьәндең 31-се сүрәһе, бында биш аятта улына тормош мәғәнәһен ныҡлы аңлата ул. Төрки телле халыҡтарҙан сыҡҡан ҡыпсаҡтарҙа Лоҡман исеме үрнәк алыу өлгөһө була.

Шәжәрә буйынса ҡыҫҡаса анализды тамамлап, ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандар уның буйынса тәүге белемен алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Нурмөхәмәт СӨЙӘРҒОЛОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Читайте нас: