Ғәйбәт һөйләп, нахаҡ тағып, бер кешене төрмәгә ултырталар. Был кеше төрмәнән сыҡҡас, ғәйбәтсе уның янына килә, ғәфү итеүен һорай. Төрмәнән сыҡҡан кеше мендәр алып сығырға ҡуша. Алып сыҡҡас, мендәрҙең тышын йыртып, йөнөн туҙҙыра. Унан ялған һөйләүсегә шул йөндө кире тултырырға ҡуша. «Нисек быны йыйып бөтәйем? Был мөмкин түгел», – ти ғәйбәтсе. «Бына шулай, әйткән һүҙҙе, таралған ғәйбәтте кире йыйып булмай. Һине ғәфү итә алмайым», – ти ғәйбәттән зыян күргән кеше.
Динебеҙҙә ғәйбәт һөйләгән кешенең сауаптары кемде һөйләйҙәр – шуға күсә. Унда кешегә тау һымаҡ сауап килә. Ялғанды һөйләүсе кеше күп нәмәнән яҙа:
1. Алла рәхмәтен юғалта.
2. Фәрештәләр уны һаҡламай, «Амин» тип әйтмәй.
3. Ожмахтан алыҫлаша.
4. Ҡәбер ғазабы күбәйә.
5. Тамуҡтың иң төбөнә эләгә.
6. Алланың яҡлауынан ваз кисә.
7. Үлгәндә йәне сыҡмай йонсота. Иманлы, гонаһһыҙ кешенең йәне тиҙ сыға. Ә инде гонаһ ҡылған, ғәйбәтсе кешегә Ғазраил фәрештә яман тауыш сығарып килә. Йән сыҡмаҫҡа тырыша, йәбешеп ята. Ғазраил кешенең ауыҙына ҡулын тығып, йәнде һөйрәп сығара. Бындай михнәт, ыҙаланып йән биреүҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын. Раббыбыҙ: «Бер-берегеҙҙән кәмселек эҙләмәгеҙ, үҙегеҙҙән эҙләгеҙ», – тигән. Шулай уҡ өйҙә булған кәмселектәрҙе, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте урамға сығарып һөйләргә ярамай. «Кәмселектәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ, йәшерегеҙ. Мин һеҙҙең гонаһтарҙы ла йәшерермен», – тигән Раббыбыҙ. Ғәйбәт ишетеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡайғырып йөрөүҙе Ҡөрьән хупламай. Сөнки ҡайғырыу йөрәкте бөтөрә. Шайтан кешенең һағышлы сағын ярата. Үткәнде, кисәге көндө уйлап, бөгөнгө көндөң бәрәкәтен юғалтмағыҙ. Ғүмер былай ҙа ҡыҫҡа, ҡайғырып, уны тағы ла ҡыҫҡартмағыҙ. Аллаға ышанығыҙ, ауырыған, сырхаған ваҡытта Раббыбыҙ үҙенең шифаларын насип итһен. Иҫәнлектә, һаулыҡта булайыҡ. Автор:
Р. ҒӘЛӘҮЕТДИНОВФото: vk.com. Йәшлек гәзитенән.