- Һаумыһығыҙ, Фәйзулла ағай, инергә мөмкинме! Ни хәлдә йәшәп ятаһығыҙ, иҫәнлектәр нисек? - тиеүгә, ул урынына тороп яҡты йөҙ менән шатланып, ҡул биреп күреште.
- Бына ултырам әле, яңы мәсетебеҙгә ҡарап, ял итеп, үткән ғүмер тураһында уйлап тигәндәй. Ҡарттарса инде, йәш бара. Алла бирһә, киләһе йылдың ғинуар аҙағында 80 тула бит. Йәшәнек инде, үҙебеҙсә тырыштыҡ. Колхоз тип, балалар тип йәшәнек. Әйҙә кил, ултыр. Үҙегеҙҙең хәлдәр нисек, һеҙгә лә алдағы йылда 70 була түгелме һуң? Кисә генә кеүек, Фәниә менән икәүләшеп Хәлекәй мәктәбендә уҡытып йөрөй инегеҙ. Бына шулай ғүмер үтә лә китә инде ул - тип, мине лә йыуатып ҡуйҙы.
Фәйзулла ағайҙарҙың йорттары, тәбиғәттең иң һоҡланғыс урынында, Иҫке Хәлекәй ауылының үҙәгендә урынлашҡан. Өй ҡапҡаһы алдынан ғына асфальт юл үтә. Үткән йәй урамды тағы ла йәмләндереп, балалары, кейәүҙәре, ейәндәре йыйылып, өмә яһап, иҫке ихатаны һүтеп, матур төҫлө профнастил менән өр-яңынан төҙөп ҡуйҙылар. Беҙ әңгәмәләшеп ултырған өй нигеҙенән алыҫ түгел, Күндерәк йылғаһы ағып ята.
Мунса эргәһендә генә йылғаның тәрән соҡорло, һыу инә торған урыны бар икән.
- Эҫе йәй көндәрендә, ҡаланан ялға ҡайтҡан балалар, ейәндәр шунан сыҡмайҙар, - тине Фәйзулла ағай ейәндәрен һағынып.
Йылға буйы талдар, балан ағастары, йылға янындағы йәйгелек өсөн яһалған һәм ҡарағат ҡыуаҡтары менән уратылған матур аласыҡ өсөн был урын ожмах кеүек үҙенә йәлеп итеп тора. Был урында эшкә уңған Фәүзиә апай ҡаҙ-өйрәктәргә аласыҡ мейесендә ашарға ем әҙерләй.
Мәсет янындағы ярҙан сылтырап ағып сыҡҡан Ғәбйән бабай шишмәһенең инеше аша һалынған ағас баҫма ике баҡсаны берләштерә.
- Береһенә яҙ көнө картуф сәсәбеҙ, икенсеһендә йәшелсә үҫтерәбеҙ. Матурлыҡҡа бик матур урында йәшәйбеҙ ҙә ул. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар күп яуып, яҙ иртә килһә, Күндерәк йылғаһы ташып, ярҙарынан сыға ла, һыу өй нигеҙенә тиклем килеп етә.
- Ниңә һуң өйҙө йылға эргәһендә һалдығыҙ?
- Олатай нигеҙе булғанға. Был өй урынында ҡасандыр минең олатайым Хәбибулла Хәмәтлатиф улы донъя көткән. Уның берҙән-бер улы, минең атайым Хәйрулла ла ошо өйҙә йәшәгән. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә миңә ошо нигеҙҙә йәшәргә насип иткәндер...
- Һеҙҙән һуң был нигеҙҙе кем дауам итер икән?
- Хәҙер бит донъялар үҙгәрҙе, Таһир ҡусты, элекке кеүек түгел. Колхоз бөткәс, ауылдарҙа эш юҡ. Улдарым-ҡыҙҙарым ғаиләләре менән ҡалала йәшәй. Ял һайын булмаһа ла, йыш ҡайтып ярҙам итеп торалар. Хәҙер шулай бит. Бәлки бер ваҡыт, балалар ҙа олоғайып, пенсияға сыҡҡас, ҡайтып йәшәрҙәр әле, тип уйлайым.
- Эйе, хәҙер күптәр шулай йәшәй шул. Ҡышын ҡалала торалар ҙа, йәйгелеккә тыуған ауылдарына ҡайтып, йәй буйына картуф, йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, үҙҙәренә аҙыҡ-түлек әҙерләйҙәр. Ата-әсә нигеҙенә ҡайтып тороу ҙур көс, ырыҫ, бәхет бирә, ғүмерҙе лә оҙонайта икән, тип һөйләйҙәр бит.
Тынлыҡты боҙоп, ҡапыл көҙгө һалҡын ел иҫте. Баҡсалағы балан, сейә, алма ағастарындағы тороп ҡалған һуңғы япраҡтар теләр- теләмәҫ кенә ботаҡтарынан айырылып, һауала өйөрөлөп-өйөрөлөп, ҡабаланмай ғына ергә төшә башланы. Ана береһе Ғәбйән бабай шишмәһенән ағып килгән инешкә, һыуға уҡ барып төштө. Кипкән, еңел һары-ҡыҙғылт япраҡ һыуға батмай ғына, Күндерәк йылғаһына табан юлын дауам итеп, теләр-теләмәҫ кенә ағып китте. Ағас ботаҡтарында әлегә йыйып алынмаған ҡып-ҡыҙыл балан емештәре генә тороп ҡалды.
Бына тағы тынлыҡ урынлашты. Шул тынлыҡты боҙоп, шығырлап солан ишеге асылғаны ишетелде.
- Фәйзулла, ҡайҙа һин, ни эшләйһең, сәй эсергә ин!
Фәүзиә апай аяғына ялтырап торған өр-яңы галушын кейеп: «Өҫтөнә лә йоҡа кейенеп сыҡҡан ине, һыуыҡ тейҙерә күрмәһен тағы», - тип, һөйләнә-һөйләнә өй артына табан атланы.
Аяҡтарын аяҡҡа ҡалып, өй арты нигеҙендә, яңы мәсеткә ҡарап минең менән әңгәмәләшеп ултырған ҡартын күргәс, тынысланып ҡалды.
- Бына беҙгә лә яңы мәсетте күрергә яҙҙы тип, Таһир менән һоҡланып ҡарап ултырабыҙ. Бүрәнәләре лә һары гәрәбә кеүек бит, күҙ теймәһен. Манараһындағы алтын төҫкә буялған ярым ай үҙе генә нимә тора.
Ул тағы шатлыҡлы ла һәм моңһоу күҙҙәре менән ҡарсығына ҡарап һөйләнде:
- Ҡартайтып ҡына ебәрҙе шул. Бына быума йүтәле лә теңкәгә тейеп, ауырыуҙы иҫкә төшөрөп кенә тора. Эх, йәшерәк саҡ булһа, икәүләп мәсеткә намаҙ уҡырға йөрөр инек...
- Ярар, ҡартым, өйҙә уҡыйбыҙ бит. Аллаһы Тәғәлә шунан айырмаһын. Әйҙә, инегеҙ, сәй ултырттым. Бәлки, был аҙнала балалар ҙа ҡайтыр. Көндәр ҙә бик матур ғына тора. Ерҙе туңдырғансы машина менән бәләкәй арбаңды тағып, ҡырсын алып ҡайтып ҡапҡа алдына йәйһәң, машиналарын ҡуйырға һәйбәт булыр ине, - тип һөйләнде Фәүзиә апай.
- Үҙем дә шуны уйлап, иртәгә барырға тип торам әле.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәйзулла ағай СССР заманында уҡ алған һары төҫлө «Москвич»ында әле лә йөрөп ята.
Ул ғүмер буйы Матросов исемендәге колхоздың алдынғы механизаторы, техниканы ихлас яратҡан ауылдың хөрмәтле, үрнәкле кешеһе булып йәшәй. Шуға күрә машинаһы ла оҙаҡҡа сыҙағандыр, күрәһең.
- Әйҙә, өйгә инәйек. Унда йылыраҡ та, сәй янында һөйләшеүе күңеллерәк тә булыр, - тип ул урынынан ҡуҙғалды.
-Минең бала саҡ бик ауыр үтте, - тип һүҙен дауам итте ул. Һөйләүенән ҡапыл туҡтап ҡалды һәм күҙҙәрен бик йыраҡҡа, һөйләргәме-һөйләмәҫкәме тигәндәй, бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы.
- Олатайымды ла, атайымды ла хәтерләмәйем. Атайым үлгәндә миңә бер йәш кенә булған. Миңә ике йәш булғанда әсәйемде айырып ебәргәндәр. Иҫке Хәлекәй яғынан килеп, Миңлерәхимдәр күперен сыҡҡас Яңы Хәлекәй ауылы башлана. Уны элек Яңы ауыл тип йөрөткәндәр. Әсәйем үҙҙәренә Яңы ауылға ҡайтып киткәс, нишләптер олатайым мине Стәрлебаштағы балалар йортона биргән. Миңә 3-4 йәштәр тирәһе булғандыр, күрше Әмир ауылында йәшәгән әсәйемдең апаһы Ғәтифә әбей мине балалар йортонан үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Беренсе класҡа уҡырға төшкәнсе мин уларҙа торғанмын. Әмирҙә бер ай тирәһе уҡығас, әсәйем мине Хәлекәйгә үҙе йәшәгән Яңы ауылға алып ҡайтҡан. Уҡыуымды шунда дауам итеп, бер аҙ торғас, әсәй мине яңынан олатайҙарыма килтереп биргән. Шунан бирле мин бер ҡайҙа ла китмәйенсә, ошо көнгә тиклем Иҫке Хәлекәйҙең үҙәгендә урынлашҡан олатайым нигеҙендә йәшәйем. Әле магазин арты ҡалҡыулығындағы элекке мәсет бинаһы башланғыс мәктәп ине. Шунда уҡып 4 класты тамамлағас, алтынсыға тиклем күрше Әмир ауылы мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. 1957 йылда Иҫке Хәлекәйҙә 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, башҡаса уҡыманым.
Фәйзулла ағай мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ колхозда яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнаша башлай. Уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, иптәштәренән кәүҙәгә лә олораҡ, көслөрәк тә була. Мәктәптә уҡыуҙар тамамланыуға, ул эш һорап колхоз бригадиры Шәрипов Зәки ағайға бара. Ул ваҡыттағы тәжрибәле тракторсы Шәрипов Ғәли ағайҙың ДТ-54 тракторына тағылған сәсеү агрегатында прицепщик булып йөрөп, игенсе күнекмәләрен ала башлай. Әмир ауылы баҫыуына бойҙай сәсәләр. Фәйзулла ағай тоҡ күтәреп, сәскестәргә орлоҡ тултырырға ярҙам итә.
Етенсе кластан һуң колхоз эштәрендә әүҙем ҡатнаша башлай. Мозаһитов Камил ағай йөрөткән сәсеү тағылмаһында эшләп, әлеге ферма ҡаршыһындағы Кәзә баҫыуы, арыраҡ Әсе баҫыуы, Гөмбаҙы буйы баҫыуҙарында ашлыҡ сәсәләр.
Фәйзулла ағай, сәйен эсә-эсә һүҙен дауам итә:
-Хәлекәй бригадаһының МТМһы әлеге пилорам янында ине. Тимерлек тә шунда булды. Бригадир Моғаттаров Руфат ағай мине шунда тимерсе Зөбәйеров Фәрит ағайға ярҙамсы итеп ҡуйҙы. Ул бәләкәй сүкеше менән сәкелдәтеп тора, мин кувалда менән ҡыҙған тимергә һуғам...
Шулай итеп, ул хужалыҡтағы техниканы ремонтлауҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, тағылмалы инвентарҙың, тракторҙың төҙөлөшөн, нисек эшләүен ихлас үҙ алдына өйрәнә. Ул ваҡыттағы беренсе бригаданың алдынғы механизаторҙары Садиҡов Рәшит, Ғәлиев Билал ағайҙар уның остаздары була.
Бер көндө типһә тимер өҙөрлөк 21 йәшлек Фәйзулла үҙенең мөхәббәтен, ауылдың иң сибәр, үҙе кеүек эшкә уңған, аҡыллы Фәүзиәне осрата. Егет оҙон-оҙаҡ уйлап тормай, колхозда яҙғы-баҫыу эштәре башланғансы өйләнергә кәрәк тигән ҡарарға килә.
Һәм, ысынлап та, улар 1960 йылдың февраль урталарында ғаилә ҡора.
Яңы ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, 1961 йылдың 5 ғинуарында беренсе балалары - Зинур улдары тыуа. Артабан Зилә, Гөлнур ҡыҙҙары, Айрат һәм Азат улдары тыуа. Бына шулай итеп, олатай нигеҙендә тағы бер бәхтеле ғаилә быуыны барлыҡҡа килә.
Фәйзулланың ҡайһы тармаҡта эшләһә лә булдырғанын күреп, Матросов исемендәге колхоз рәйесе Әсфәндийәров Рауил Гәрәй улы уны бер төркөм йәш механизаторҙар менән 1965 йылда РТСҡа тракторсылар курсына уҡырға ебәрә. Уның менән ауылдашы Моғаттаров Рәфис тә була. 1966 йылда уҡыуҙы уңышлы тамамлап, трактор йөрөтөүсе таныҡлығы алып ҡайтҡас, остазы Байгилдин Рәхимйән ағайҙың ДТ-54 тракторында үҙ аллы эшләй башлай. Ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Колхозда иң яҡшы күрһәткестәргә ирешкәне өсөн 1969 йылда «РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы» значогы менән бүләкләнә.
Фәйзулла ағай төрлө марка тракторҙарын үҙләштерә. Ҡайһы баҫыуҙа эшләһә лә, һәр ваҡыт уңғанлығы, тырышлығы, юғары күрһәткестәргә ирешеүе менән айырылып тора. Яҙғы сәсеү компанияһында Т-4 «Алтай» тракторы менән колхозда тәүгеләрҙең береһе булып ер тырмата башлай. 1974 йылда «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тигән билдә менән бүләкләнә.
1974 йылда Матросов исемендәге колхоздың Хәлекәй бригадаһында иртә иген культураларын сәсеү үҙ ваҡытында һәм юғары агротехник дәрәжәлә тамамлана. Алдынғы механизаторҙар: коммунист Рәхимйән Байгилдин, Фәйзулла Хәмзин, Рәфис Моғаттаров сәсеүҙә, тырматыуҙа һәм культивациялауҙа смена нормаларын 120-140 процентҡа арттырып үтәй.
- 1975 йылда районда, үткән йылғы эш күрһәткестәренә йомғаҡ яһағандан һуң, беҙҙе, бер төркөм алдынғы механизаторҙарҙы, райсоветтан Рәфҡәт Хәйрулла улы етәкселегендә автобус менән Өфөгә алып барҙылар. Шунда миңә БАССР Юғары Совет рәйесе Солтанов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырҙы, - ти Фәйзулла ағай урынынан тороп, орденын һәм орден кенәгәһен күрһәтте. Дәүләттең юғары бүләген алғандан һуң да, алдынғы тракторсы Фәйзулла ағай илдә икмәк үҫтереү эшен дауам итеп, 1984 йылда «XI биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
Шул йылдарҙа эшләгән алдынғы механизаторҙар Әхмәтсәләм Баһауетдинов, Закир Латипов, Нурфәйез Байгилдин, Камил Вахитов, Әнүр Моғаттаров, Камил Мозаһитов, Ғәфиәт Хәлимов, Венер Моғаттаров үҙҙәренең игенсе тәжрибәһен йәштәргә өйрәтә. Уларҙың эшен райондағы 107-се училищены тамамлаған Вәлиев Мөҙәрис, Шәрипов Фәнил, Байгилдин Илдус, Латипов Фаил, Ғәлиев Зинур, Әминов Зөфәр, Шәрипов Рәйес, Әхмәров Йыһанур һәм башҡалар дауам итә.
Хәмзин Фәйзулла ағай 1985 йылдың 7 мартында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡорт АССРы Юғары Советы указы тарафынан «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә. Пенсия йәшенә етеп, лайыҡлы ялға китә.
Әлеге көндә Фәйзулла ағай менән Фәүзиә апай йылы һәм яҡты өйҙә икәүҙән-икәү генә балаларының, ейәндәренең ялға ҡайтҡанын һағынып көтөп йәшәй. Фәүзиә апай ая менән мамыҡ тетеп ултыра:
- Бергә йыйылғанда үҙебеҙ генә 27 кеше булып китәбеҙ. Әле бына 10 ейәнгә, биш бүләгә 15 пар ойоҡ, мамыҡ бейәләй бәйләп ҡуйҙым» - ти Фәүзиә апай.
Ошо көндәрҙә сабыр холоҡло, изге йөрәкле атайҙары Фәйзулла Хәйрулла улының 80 йәшлек юбилейын һәм яратҡан, ҡәҙерле әсәйҙәре Фәүзиә апай менән бергә тормош ҡороп йәшәй башлауҙарына 59 йыл тулыу уңайынан балалары йыйылып, ҙур байрам үткәрергә йөрөйҙәр. Иншалла, ундағы бар теләктәр ҙә тормошҡа ашһын.
Таһир ХӘЙРУЛЛИН. Хәлекәй ауылы.
Фото ғаилә альбомынан.