Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 17:12

Мейе уйлауҙан туҡтамаһын

Йәш барыу менән оло кешеләрҙең мейе эшмәкәрлеге боҙола. Шуның өсөн уларға туҡтауһыҙ хәрәкәттә булырға, күҙәнәктәре ҡартайып, уйлауҙы “онота барған” башын эшкә егергә кәрәк.

әш барыу менән оло кешеләрҙең мейе эшмәкәрлеге боҙола. Шуның өсөн уларға туҡтауһыҙ хәрәкәттә булырға, күҙәнәктәре ҡартайып, уйлауҙы “онота барған” башын эшкә егергә кәрәк.


- Көнөнә ун минут аралашыу ҙа аҡыл һәләтен үҫтерә. Бының өсөн телефондан һөйләшеү ҙә етә.


- Шәкәрҙе күп ҡулланырға ярамай. Татлы ризыҡ баш мейеһендәге нейрон барлыҡҡа килеү өсөн яуап бирә торған нейротрофик факторға тиҫкәре йоғонто яһай.


- Көн дә китап, гәзит-журнал уҡыу, кроссворд сисеү, ижади эш менән булышыу, сигеү, бәйләү мейене яҡшы эшләтә.


- Иртәнге ашты ашарға тырышығыҙ. Ас булғанда ҡанда глюкоза кәмей, ул баш мейеһе эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай.


- Зарарлы ризыҡтар мейе күҙәнәктәренә зыянлы.


- Кеҫә телефонын йоҡлаған урынға яҡын ҡуйырға ярамай.

Фото: vk.com. Йәшлек гәзитенән.


Читайте нас: