Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 12:47

Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүенең 75 йыллығына ҡарата

Ленинградты фашист ҡулсаһынан тулыһынса азат итеү көнө йыл һайын 27 ғинуарҙа билдәләнә һәм быйыл был ваҡиғаға 75 йыл тула. Был тарихи датаны билдәләү республикабыҙҙа ла күптән матур традицияға әүерелде. Быйыл уға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Ленинградтың 900 көнлөк оборонаһы - Бөйөк Ватан һуғышы тарихында героик сәхифәләрҙең береһе һанала. Беҙҙең ғәскәрҙәр һәм ҡаланың халыҡ ополчениеһы фашист армияһының «Төньяҡ» тип аталған төркөмө һөжүмен туҡтатып тора алған. Дошман ғәскәрҙәре һаны беҙҙекеләрҙән өс тапҡырға күберәк булған.

1941-1942 йылдарҙың яҙы менән көҙө Ленинград блокадаһы тарихында иң хәүефле осор була. Ҡалала йылытыу системаһы эшләмәй, халыҡ өшөмәҫ өсөн китап, йыһаздар, ағас ҡоролмалары яға. Шул йылдарҙа йөҙҙәрсә мең кеше туңып үлә. 1942 йылдың ғинуарында ҡалала 107477 кешенең, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге 5636 баланың ғүмере өҙөлә. Ҡот осҡос һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡалала административ, ғилми учреждениелар, поликлиникалар, балалар баҡсалары, типографиялар, китапханалар үҙ эшен дауам итә. Фронт һыҙығынан ни бары дүрт саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан данлыҡты Киров заводы ла блокада осоронда үҙ эшен туҡтатмай. 13-14 йәшлек үҫмерҙәр, фронтҡа китеүселәрҙе алмаштырып, станоктар артына баҫа.

Көҙгө дауыл арҡаһында караптар йөрөй алмай, шулай ҙа биржа таҡҡан буксирҙар 1941 йылдың декабренә тиклем ҡала янына килә ала. Күпмелер күләмдә аҙыҡ-түлекте ҡалаға самолеттар менән килтереү мөмкинлеге була. Ладога күлендә боҙ оҙаҡ туңа. Махсус боҙҙан һалынған юлдан 22 ноябрҙә генә автомобилдәр хәрәкәте башлана. Ҡала өсөн бик мөһим ошо магистраль «Йәшәү юлы» исемен ала. 1942 йылдың ғинуарында был юлдан машиналар өҙлөкһөҙ йөрөй, шул уҡ ваҡытта фашистар уларҙы бомбаға тота, әммә хәрәкәт туҡталмай. Шул уҡ йылдың ҡышында ҡаланан «Йәшәү юлы» буйлап халыҡты эвакуациялау башлана. Беренсе булып ҡаланы ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, сирлеләр һәм ҡарттар ҡалдыра. Барлығы бер миллион самаһы кеше эвакуациялана. Ленинград блокадаһын Совет ғәскәрҙәре 1943 йылдың ғинуарында ғына өҙә ала.
Читайте нас: