Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 13:51

Иң мөһиме - һыу торбаларын ремонтлау, тигән ҡарарға килде Мөхәмәтдәмин ауылы халҡы

Халыҡты таҙа, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү - кеше тормошонда иң мөһим шарттарҙың береһе. Ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе Мөхәмәтдәмин ауылы халҡы өсөн дә көнүҙәк. 1969 йылда һалынған һыу үткәргес бик иҫкергән. Һыу өсөн урынлаштырылған һауыт һуңғы йылдарҙа ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итерлек хәлдә түгел. Эшләгән берҙән-бер һыу башняһы емерек хәлдә.

Әлеге көнүҙәк проблеманы урындағы үҙидара органдары үҙ көсө менән генә хәл итә алмай, сөнки бының өсөн күп аҡса талап ителә. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ошондай проблемаларҙы хәл итеү буйынса көслө сара булып тора. Стәрлебаш ауыл биләмәһе территорияһында 2017 йылда старт алған әлеге проект тап шуның өсөн эшләүен дауам итә.

2018 йылдың 16 ноябрендә Мөхәмәтдәмин ауылында үткән йыйында проектта ҡатнашыу тураһында ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде, шулай уҡ урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә тағы бер мөһим мәсьәлә - һыу үткәргесте капиталь ремонтлау һәм янғын һүндереү гидрантын урынлаштырыу билдәләнде.

Ауыл халҡы программаға яуаплы ҡараны һәм уның һис шикһеҙ, файҙалы булыуын баһаланы. Йыйын барышында өс кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Уларға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырыуҙа ҡатнашырға, проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерергә, ауыл халҡына барыһы тураһында ла мәғлүмәт еткерергә тура киләсәк. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

Эдуард ДЕНИСОВ,
Стәрлебаш ауыл биләмәһе башлығы.

Читайте нас: