Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2019, 13:47

Халыҡ нимә мөһим булыуын билдәләне

Беҙҙең Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһендә 2018 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса балалар баҡсаһы бинаһына капиталь ремонт яһалды. Унда 18 тәҙрә һәм өс инеү ишеге алмаштырылды. Мәктәпкәсә учреждениела ремонт үткәрелгәндән һуң, унда йылы һәм уңайлы булып ҡалды.

Был программала ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың октябрендә һәм быйыл да йыйылыш үткәрелде. Урындағы халыҡ унда әүҙем ҡатнашты. Сөнки һәр кем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерһә, халыҡ һәм урындағы властың дөйөм тырышлығы менән уларҙың инициативаһын тормошҡа ашырып булыуын яҡшы аңлай. Бөтә йыйылыштарҙа ла ауыл халҡы насос станцияһы бинаһын ремонтлап, уның ҡыйығын, ишектәрен һәм иҙәндәрен алмаштырыуҙы иң көнүҙәк һәм мөһим мәсьәлә тип иҫәпләне. Ауыл халҡы проектты софинанслау эштәре алып барыу өсөн инициатив төркөм һайланы. Алда уларҙы һәм ауыл биләмәһе хакимиәтен бик яуаплы һәм ҙур тырышлыҡ талап итеүсе эш көтә. Шуға ҡарамаҫтан, барлыҡ уйланылғандар тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.

Зөбәржәт БИКМӨХӘМӘТОВА,
Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе.


Читайте нас: