Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2019, 16:51

Сибайҙа һауаны бысратыу сығанағын юҡ итеү өсөн тағы 50 көн кәрәк: мэр

Сибайҙағы карьерға һыу тултырыу эше яҡынса 40 көн дауам итергә тейеш, уны әҙерләү өсөн тағы 10 көн кәрәк. 23 ғинуарҙа хакимиәттең халыҡ менән осрашыуында ҡала мэры Рөстәм Афзалов ошо хаҡта белдерҙе.

Сибайҙағы карьерға һыу тултырыу эше яҡынса 40 көн дауам итергә тейеш, уны әҙерләү өсөн тағы 10 көн кәрәк. 23 ғинуарҙа хакимиәттең халыҡ менән осрашыуында ҡала мэры Рөстәм Афзалов ошо хаҡта белдерҙе.
Был эш Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы көсө менән башҡарыла. Карьер шахталарына һәм карьерҙың үҙенә аҙыраҡ һыу тултырыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябренән Сибайҙа юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Файҙаланылмаған баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды. Башинформ.

Читайте нас: