Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2019, 12:58

Яҙмышыбыҙҙың алтын көҙө

Көҙҙәр, көҙҙәр… Япраҡтары һарғая башлаған ағастарға ҡарап, умарталы баҡсамда көҙгө күренештәрҙе күҙәтеп ултырам. Ана, емеш ағастарындағы һары япраҡтарҙы ел-фәрештәләр күтәреп алалар ҙа, ипләп кенә ергә төшөрөп бер урынға йыялар. Көн бик йылы булмаһа ла, ҡояш нурҙарында төрлө уйҙарға бирелеп, тәбиғәтте күҙәтеп ултырыу күӊелгә йән аҙығы бирә кеүек. Әҙәм балаһыныӊ шул сифаты күптәрҙе йәшәү тигән йоҡонан уятып ебәрәлер. Көҙ етһә, тәбиғәттә йәшәйешкә йомғаҡ яһау осоро башлана һымаҡ.

2018 йылдыӊ серле көҙө… Төрлө ҡоштарҙыӊ бергә йыйылған мәле. Ҡоштар ҙа бер-береһен барлай, ҡайҙалыр ашҡынып алыҫ юлға осорға әҙерләнә… Уйҙарымды һиҫкәндереп, кеҫә телефоны шылтыраны.

- Иҫәнме, Таһир күршем, класташым. Был мин, Зөлфирә инем. Ни хәлдәрҙә йәшәп ятаһығыҙ? Быйыл бит беҙҙеӊ мәктәпте тамамлауға 50 йыл була. Шуны үткәрергә ойоштороп йөрөйөм. Донъя мәшәҡәттәрегеҙҙе ташлағыҙ ҙа, Фәниә менән 26 августа Стәрлебаштағы «Синдали» кафеһына килегеҙ,- ти ул.

Бына шулай башланып китте беҙҙеӊ 50 йылдан һуӊ осрашыу.

...1968 йылдыӊ яҙында Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбен тамамлап, аттестат алғандан һуӊ беҙҙе тормош тигән яҙмыш еле төрлөбөҙҙө төрлө яҡтарға таратты. Эх, бер осрашып һөйләшеп ултыраһы ине тип уйлап йөрөй инем инде.

2018 йылдыӊ 26 август иртәһе. Көн болотло булһа ла тыныс. Кафе алдында еӊел машиналар теҙелеп тора. Беҙҙе ойоштороусылар: Зөлфирә Латипова, Фәниә Ғатауллина, Клара Латипова асыҡ йөҙ менән шатланып ҡаршы алды. Тулҡынландырғыс минуттар. Ярты быуат буйы бер ҙә күрмәгән класташтарымды танып булырмы икән? Бинаға үтәбеҙ. Стенаға ҙур итеп «Йәшлегебеҙ иҫтәлектәре» тип яҙылған фотомонтаж эленгән. Унда уҡыу йылдарын иҫкә төшөрөп класташтар менән күмәкләп төшкән фотолар ҡуйылған.

Залда талғын ғына музыка яӊғырай. Хәтер һуҡмаҡтары буйлап сәйәхәт башлана...

...Ул ваҡыттарҙа (1967/1968 уҡыу йылы) Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбендә күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да килгән уҡыусылар менән бергә 700 бала уҡый ине. Мәктәптә кластарҙы Тәтер-Арыҫлан, Айҙарәле, Буҙат, Ҡыҙылъяр, Йәшерган, Түбәнге Ибрай, Айтуған, Ҡыҙыл юл, Артюховка ауылдарынан килгән уҡыусылар тулыландырҙы. Мәктәп директоры Сәлимов Хәмзә Камали улыныӊ яӊғырауыҡлы матур тауышы әле булһа ҡолаҡта сыӊлап тора. Директорҙыӊ уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юнысов Әхмәт ағай (мәрхүм) линейка үткәргәне, уҡыу-тәрбиә эштәренә анализ яһағаны әле булһа күҙ алдында тора… Ике йыл буйы беҙҙе кешелекле булырға өйрәткән класс етәксебеҙ Садиҡов Мосауир Хөбөтдин улын (мәрхүм) нисек онотаһыӊ. Укытыусыларыбыҙҙыӊ да күбеһе мәрхүмдәр инде, ауыр тупраҡтары еӊел булһын…

...Башланғыс мәктәптән бергә уҡыған класташтарым Вахит Әхмәҙиев, Риф Вәлиуллин, Нәжип Кашапов (мәрхүм), Розалия Абдуллина, Мәрйәм Әхмәтйәнова, Нәзирә Вәлиәхмәтова, Шәйҙән Ғалиев (мәрхүм), Вәзирә Зарипова, Зөлфирә Латипова, Флүрә Вәлиева, Клара Латипова, Фирдәүсиә Заһиҙуллина, Минекәй Ғилметдинова, Венера Кашапова, Фәрзиә Кашапова, мин - Таһир Хәйруллин 10 Г татар класында уҡыныҡ. Беҙҙең класта Айҙарәле ауылынан Вәкил Ғәйнетдинов, Винарис Әхмәтов, Хәмит Хәбибуллин (мәрхүм), Хәмит Кәлимуллин (мәрхүм), Фәрит Йосопов (мәрхүм), Ғәҙәниә Хөсәйенова, Бибинур Йосопова, Гөлниса Йәнбирҙина, Миңлегөл Хәйруллина (мәрхүмә), Наилә Сәғетдинова, Нурзиә Ғилманова, Минзәлә Саҙретдинова, Райхана Ғималетдинова, Хәлимә Кәлимуллиналар уҡыны. Ниһайәт, киләһе кешеләр килде, һәм Зөлфирәбеҙ һүҙ ала:

- Мин уҡытыусы кеше, шауламайынса ғына тыӊлағыҙ. Бөгөнгә тормош һәм донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып торайыҡ, ауырыуҙарҙы онотайыҡ. Күӊелле итеп һөйләшеп, гөрләшеп, йырлашып, бейешеп ултырырға насип булһын. Класыбыҙҙа 29 уҡыусы ине, шуларҙан 15 кеше йыйылдыҡ. Тормош хәлдәре, 50 йыл ғүмерҙеӊ ҡайҙа үтеүе, балалар тураһында һөйләшербеҙ, –тип, Зөлфирә мәжлесте асып, үҙе тураһында һөйләне.

1968 йылда Узбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Зөбәржәт апаһы уны Ташкентҡа алып китә. Бохарала йәшәгән Йәғәфәр ағаһы уны секретарь-машинисткаға уҡытып, Амур-Бохара төҙөлөш идараһына эшкә урынлаштыра. Ләкин тыуған яҡтар һағындыра, үҙенә тарта һәм ул Стәрлебашҡа ҡайтып төшә. Үҙендә ойоштороу һәләте барлығын тойоп, уҡытыусы булыу теләге менән педкурста уҡый. Һуңынан уны Көсөгәнгә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Әммә уның тыуған ауылынан алыҫта урынлашыуы, ҡышҡы һыуыҡ-буранлы юл михнәттәре, Зөлфирәне күрше Айтуған мәктәбенә күсергә мәжбүр итә. 1975 йылда Стәрлебаш егете Фәрхшатов Ғафур Закир улына кейәүгә сыҡҡас, районда уҡытыусы булып эшләп, пенсияға сыға. Әле лә шунда ғүмер итәм, тип һөйләгәндән һуң бүләккә ул сүрәләр яҙылған доғалыҡтар таратты һәм моӊло итеп йырлап ебәрҙе…

Артабан һүҙҙе Фирҙәүсиә дауам итә:

- Хәҙер мин Сәйфетдинова булам. Тәүҙә Тәтер-Арыҫланда, шунан Ҡуғанаҡбашта фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы булып эшләнем. Өс ҡыҙым һәм улым бар. 60 йәш тулғансы эшләп, хәҙер пенсияламын. Хикәйәләр яҙырға яратам. Китабым сыҡты. Өҫтәлдәге, иптәшем менән үҫтергән матур, тәмле алмалар һеҙгә күстәнәс булһын. Рәхим итеп ашағыҙ!, - тип ҡыҫҡа ғына үҙе тураһында һөйләне ул.

Мәрйәм Әхмәтйәнова беренсе кластан унынсыға тиклем Розалия Абдуллина менән бер партала ултырып уҡынылар. Хатта Башҡорт дәүләт аграр институтыныӊ иҡтисад факультетына ла икәү бергә уҡырға инеп, уны уӊышлы тамамлап, диплом алғас ҡына, тормош уларҙы икеһен ике яҡҡа айыра. Мәрйәм башта Мәләүез районында эшләй, һуңынан Стәрлебашҡа ҡайта. Институтта уҡығанда Владик исемле егет менән таныша һәм кейәүгә сыға. Әлеге көндә ире менән бәхетле йәшәйҙәр.

Игеҙәктәр кеүек, Мәрйәм менән Розалия, бер-береһенә тоғро әхирәт булып ҡалалар. Розалия ла институтты тамамлап, диплом алғас, эшкә районға ҡайта. 35 йыл арымай-талмай районға хеҙмәт итә.

Ә класташыбыҙ Минекәй ике йыл Өфөлә тегеүсе һөнәрен үҙләштергәндән һуӊ, дүртенсе разрядлы мастер булып районға ҡайта. Бергә уҡыған класташы Шәйҙән Сәйәх улына кейәүгә сыға. Шәйҙән оҙаҡ йыллар Кардон урман хужалығы умарталығында алдынғы, танылған умартасы булып эшләй. 36 йыл бергә ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик алты йыл элек Шәйҙән кинәт вафат була.

Фәниә Ғатауллина үҙе тураһында һүҙен тағы ла ҡыҫҡараҡ тотто:

-Райондан бер ҡайҙа ла китмәйенсә, дауаханала нарколог шәфҡәт туташы булып эшләнем. Ике улым, бер ҡыҙым бар. Иптәшем донъя ҡуйғандан һуң алты йыл бер үҙем йәшәйем. Оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Моӊшишмә» йыр-бейеү ансамблендә ҡатнашам. Бәләкәйҙән йырларға яраттым, - тип, бер мәл тын торғандан һуӊ, моӊло итеп йырлап ебәрҙе.

- Ә мин ауылды яратҡас бер ҡайҙа ла китмәнем. Колхозда һыйыр һауыусы, магазинда һатыусы булып эшләп пенсияға сығып, әлеге көндә лә ауылда йәшәйем, -тип һөйләп китте Клара класташыбыҙ. – Элек Латипова инем, хәҙер Ғәлимова. Өс балам бар. Тормош иптәшем гүр эйәһе. Яңғыҙ йәшәйем. Осрашыуға шатланып, һеҙҙе һағынып, теләп килдем, - тине һүҙен тамамлап ул.

- Хәйерле көн, ҡәҙерле класташларым! Кисә генә иптәшемдеӊ ҡырҡын үткәрҙек. Бик ҡайғылы, ауыр ваҡыттарым, - тип башланы һүҙен Фәрзиә.

Мәктәпте тамамлағас ул Приморье крайы, Тымыҡ океан гарнизонында, атом һыу аҫты кәмәһендә мичман булып хеҙмәт итеүсе Абдулла исемле Йәшерган ауылы егетенә кейәүгә сыға һәм иптәше уны үҙе менән алып китә. Алыҫ көнсығышта, Камчаткала ла йәшәйҙәр. Абдулла хеҙмәтен тултырып пенсияға сыҡҡас, Өфөгә ҡайталар. Фәрзиә финанс техникумын тамамлай һәм Росгосстрахтыӊ Ленинский филиалыныӊ директоры булып эшләй. Ире Абдулла М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында хәүефһеҙлек һағын ойоштороу хеҙмәткәре булып эшләй. Тик ҡапыл ғына вафат була.

- Хәләлемдеӊ вафатына һис тә ышанғым килмәй. Бәхетле ҡатын булдым. 49 йыл бәхет кәмәһендә йөҙҙөм. Парыӊды юғалтыу бик ауыр хәл икән. Ул ултыртҡан ҡайындарға ҡарайым да, хыялланмаҫ өсөн уйҙарымды шиғыр юлдарына һалам:

Түҙә алмәй барып һарылдым, һин ултырткан ҡайынға.

Ҡайындарым, миләштәрем, ул минем серҙәштәрем…

Әйтегеҙсе, ағастарым, киберме күҙ йәштәрем...

Йәнем! Һиӊә рәхмәт уҡыйым, бәхетле иткән өсөн,

Йөрәгем генә килешмәй, һин иртә киткән өсөн.

Бәхет ҡошом! Ниңә беҙҙе яҙмыш шулай айырҙы?

Парлап осоп барған ерҙән, ҡанатымды ҡайырҙы.

Йыраҡ офоҡтарға ҡарап, бәхет ҡошомдо һағынам.

Бәлки әле табырмын тип, әле һаман ҡағынам…

Беҙ класташыбыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, йыуатырға тырыштыҡ.

- Бына шулай ныҡ итеп осрашаһы, күрешәһе килә ине, - тип башланы һүҙен класташыбыҙ Риф. Ул уҡығанда уҡ оҙон буйлы, тыныс холоҡло, бөхтә кейенеп йөрөй торған уҡыусы ине. Шул ваҡыттан ярты быуат ғүмер уҙһа ла, әллә ни үҙгәрмәгән. Тик ул саҡтағы ҡара матур сәстәренә ҡырау төшкән тиерһең, ағарып, уныӊ йөҙөн тағы ла сибәрерәк итеп күрһәтә. Ҡабаланмай ғына, һәр һүҙенә баҫым яһап, тыныс ҡына үҙе тураһында һөйләй.

Армияла пограничник булып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводҡа эшкә урынлаша. Ҡыҙыл юл ауылыныӊ иӊ сибәр ҡыҙы Вәсилә менән өйләнешеп ғаилә ҡоралар. Фатир алырға аҡса эшләп булмаҫмы тип, Себергә сығып китәләр. Эйе, маҡсаттарына ирешәләр. Пенсияға сыҡҡас, Стәрлетамаҡҡа ҡайтып фатир алалар. Риф менән Вәсилә ҡыш Стәрлетамаҡта йәшәп, йәйгелеккә Тәтер-Арыҫланға ҡайтып торалар. Ҡош-ҡорт аҫырап, баҡсала йәшелсәләр үҫтереп, балаларына ярҙам итеп, бәхетле тормош кисерәләр.

Риф һүҙен йомғаҡлап: «Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, һуӊлап булһа ла, Таһирҙы тыуған көнө менән ҡотлап китәйек, кисә уға 69 йәш тулды. Аллаһы бойорһа, киләһе йылға ошо коллектив менән 70 йәшен үткәрергә барырбыҙ, - тине лә, моӊло итеп йырлап ебәрҙе…

Йыр тамамланыуға, рәхмәт әйтеп, мин дә үҙем тураһында һөйләнем.

- Башланғыс белемде тыуған ауылым Түбәнге Ибрайҙа, һигеҙ йыллыҡ мәктәпте күрше Айтуғанда уҡыным. Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағандан һуӊ, ике йыл Семипалатинск ҡалаһында Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайттым. Артабан «Ленин юлы» гәзите типографияһында гәзит баҫыусы булып эшләнем. Буш ваҡытта ауылдаштар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр яҙҙым. Шунан ситтән тороп Стәрлетамаҡ совхоз-техникумыныӊ зоотехния бүлеген тамамланым. Әммә бәләкәйҙән уҡытыусы булыу хыялы үҙенә тартты, күрәһеӊ. 1971 йылда Хәлекәй мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башланым. 1976 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеп, уны тамамлап, диплом алдым. Ҡатыным Фәниә Зәйни ҡыҙы ла уҡытыусы. Ул рус теле һәм әҙәбиәттән уҡытты. «СССР мәғарифы отличнигы», юғары категориялы уҡытыусы булды. Бер ул һәм ҡыҙ үҫтереп, уларға юғары белем алырға ярҙам иттек, - тинем мин таныштырып.

Артабан үҙҙәре тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп Райхана Ғималетдинова, Гөлниса Йәнбирҙина, Наилә Сәғетдинова, Миңзәлә Саҙретдинова һәм Флүрә Вәлиева һөйләне.

Беҙҙең ундан артыҡ класташыбыҙ районда йәшәне һәм эшләне. Бер-беребеҙ менән әленән-әле күрешеп торғас, олоғайған кеүек тә түгел. Тормош бергә дауам иткән кеүек булды.

Миӊә ошо осрашыу хәтирәләргә бай булған ғүмер, яҙмыш һуҡмаҡтары буйлап үтеп, ҡасандыр 50 йыл элек бергә уҡыған класташтар, гүйә, үткән тормоштарына, бер-береһе алдында имтихан биргән кеүек тойолдо.

Һәр кемдеӊ үҙ тормошона фәлсәфәүи йомғаҡ яһауы бына шулай дауам итте. Мәрхүм класташтарыбыҙҙы бер минут баҫып тороп, иҫкә алдыҡ.

50 йылда күпме ваҡыт үткән. Ошо йәшкә етеп осраштыҡ. Бәхетле ваҡыттар ҙа булды, бәхетһеҙҙәре лә баштан үтте. Аллаға шөкөр, эшләнек, йәшәнек, донъя көттөк, балалар үҫтерҙек. Ҡалған ғүмерҙәрҙе иҫән-һау үтергә яҙһын.

Шуныһы шатлыҡлы, беҙ, класташтар, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, эшләһәк тә, барыбыҙ ҙа тырыш, кешелекле, ғәҙел йәшәгәнбеҙ. Киләсәктә дә донъя рәхәтен күреп, бер-беребеҙҙеӊ хәлен белешеп, балаларыбыҙҙыӊ, ейәндәребеҙҙең уӊыштарына һөйөнөп, уларҙыӊ игелеген күреп, йәшәргә насип итһен.


Таһир ХӘЙРУЛЛИН. Хәлекәй ауылы. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: