- Аяҡ кейеме аяҡтың балтырын ҡыҫып торорға тейеш түгел. Беренсенән, ул матур күренмәй, икенсенән, ҡан тамырҙары өсөн зыянлы.- Ҡыҫыҡ аяҡ кейеме бер ҡасан да һуҙылмай, ул бары тик аяҡтың формаһын ғына алырға мөмкин. Уңайһыҙ туфлиҙа йөрөп, аяғығыҙҙың баш бармаҡ эргәһендәге һөйәге сығыуы ла ихтимал.