Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2019, 13:34

Һуғыш менән һуғарылған хәтирәләр...

Йылдар үтеү менән ҡан ҡойғос һуғыштарҙа алышҡандар арабыҙҙан мәңгелеккә китә. Бөгөнгө көндә Тәтер-Арыҫлан ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан берҙән-бер ветеран Ғүмәр Мәсәлим улы Байморатов йәшәй. Ул - тыуған иле мәнфәғәтендә батырҙарса һуғышҡандарҙың береһе. Тағы бер нисә йылдан беҙҙең дә һуғыш яугирҙәре тураһында һөйләшер кешебеҙ ҡалмаясаҡ. Шуға ла бөгөн иҫән, йәнәшәбеҙҙә булғандарҙың хәтирәләрен күберәк яҙып өлгөрөргә кәрәк, тип уйлайбыҙ... Шуға күрә, тикшеренеү эше өсөн тема һайлағанда ветеран Ғүмәр Мәсәлим улы хәтирәләре аша фронтта Совет һалдаты иңенә төшкән бөтә һынауҙар тураһында ентекләберәк белергә теләп, һуғыш темаһында туҡталдым. Район гәзите уҡыусылары иғтибарына эшебеҙҙең ҡайһы бер өлөшөн тәҡдим итәбеҙ.

- Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙ һуғыш тураһында артыҡ һөйләмәнек. Уның ни тиклем ҡот осҡос булыуын китаптарҙа ла, кинофильмдарҙа ла һүрәтләү мөмкин түгел. Танк атакаһы йәки бомбаға тотҡанда йәйәүле ғәскәр һалдаты нимә кисергәнен нисек һөйләп бирергә мөмкин? Алғы позицияла үҙеңә бер тапҡыр булыу ҙа етә... Тирә-яҡта һыҙланып ыңғырашҡан, ярҙам һораған яралыларҙың һәм үлтерелгәндәрҙең бик күпләп ятыуы - ҡот осҡос күренеш, - тип һөйләй Ғүмәр Байморатов. - Күҙ алдына килтерегеҙ, һуғыш яланында снарядтар шартлаған ерҙәр төтәп ята. Шартлаған танкылар яна. Төтөн окоптарға тулған. Һалдат ята, ә эргәһендә... өҙөлгән аяҡтары. «Ҡалдырма, үлтер» - тип һуңғы көсөнән үтенә ул. Бергә һуғышып йөрөгән тере иптәшеңә нисек атырға мөмкин? Күптәр бына шулай үлгәндер, моғайын. Әммә иҫән ҡалғандар ҙа бар бит. Һуғыштан зәғифләнеп ҡайтҡандар күпме! Атакаға взвод күтәрелә, ә 10-15 минуттан яртыһы юҡ.

Өй архивындағы документтар араһында ветеранға иң ҡәҙерлеһе - ветерандар советы президиумы, етенсе гвардия Нежинск-Кузбасс Суворов орденлы механикалаштырылған корпус полкташтарының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 45 йыллығы менән ҡотлау открыткаһы.

Интернетта беҙ түбәндәге юлдарҙы тетрәнеп уҡыныҡ: «Етенсе гвардия Нежинск-Кузбасс Суворов орденлы механикалаштырылған корпус беренсе Украина фронты составында 1945 йылдың апреле аҙағында немец ғәскәрҙәре контратакаһында фронттың көньяҡ флангында уңышһыҙлыҡҡа осрап, корпустың бер өлөшө ҡамауға эләгә һәм һәләк була».

Дөйөм алғанда, был Бөйөк Ватан һуғышы барышында Совет һәм Польша частары эләккән һуңғы алыш. Немец частары 1945 йылдың 20 апрелендә контр һөжүмгә күсә. 26 апрелдә Польша ғәскәрҙәренең икенсе армияһы һәм Советтар Союзының 7-се гвардия мехкорпусының төп көстәре ҡамауҙа ҡала. 29 апрелдә генә ҡамауҙа ҡалғандарҙың төп өлөшө ауыр юғалтыуҙар кисереп, ҡамауҙан сыға. Ғүмәр Мәсәлим улының шул ҡанлы ваҡиғалар тураһында хәтирәләре тетрәндерҙе. Ул ҡамауҙан сығып, бер нимәгә ҡарамаҫтан, иҫән ҡала.

- Ошо алыштарҙа беҙҙең һәм башҡа бик күп полк командирҙары яраланды. Ә дошман көс туплап, һаман ҡыҫып килә. Беҙҙекеләргә бер нисә тапҡыр һөжүм итергә тура килде. Һуңынан немецтар беҙҙе йәнә ҡыҫырыҡланы. Шулай бер нисә көн дауам итте. Беҙгә сәйәси тотҡондар, шул иҫәптән Германияның Коммунистар партияһының генераль секретары Эрнст Тельман (уны Бухенвальд концлагерына күсереп, фашистар тарафынан язаға тарттырып үлтергәнгә тиклем) тотолған Баутцен-1 төрмәһен штурм менән алыу бурысы ҡуйылды. Бастиондың боронғо таш диуарҙарын иҫләйем, улар артында бейек башнялар күренә ине. Стенаның тирә-яғында - бейек ағастар. Дошман шартлатҡыс пулялар менән ата. Был пулялар нимәгә бәрелһә лә, хатта сыбыҡ-сабыҡҡа тейһә лә, шартлай. Улар шартлаған ерҙә атыуға оҡшаш тауыштар яңғырай һәм арттан да, алдан да, ике яҡлап та атҡан кеүек тойола... Ағастар һынып, һалдаттарға ауҙы, минең бик күп иптәштәрем шунда һәләк булды. Мин яңғыҙ тороп ҡалғанымды һиҙмәнем дә. Йүгерергә маташтым, әммә миңә фашистар ата башланы. Мин ергә йығылып, үлек кеүек яттым. Шартлатҡыс пулялар ерҙә шартлап, миңә ҡом һәм ваҡ ҡына ярсыҡтар сәсрәне. Бер ярсыҡ ҡулыма тейҙе. Мин ерҙә күпме ятҡанымды иҫләмәйем. Әммә был миңә мәңгелек кеүек тойолдо. Өсөнсө ынтылышта мин ниндәйҙер бина артына йәшенә алдым. Марля менән ярамды көскә бәйләп, ҡаланан сыға башланым. Юлымда санинструктор осрап, миңә медицина ярҙамы күрһәтте: ярамды һәйбәтләп бәйләп, медицина палатаһына юлды ентекләп аңлатты. Ни өсөн икәнен аңламайым, әммә мин медсанчасҡа барманым. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, моғайын. Ҡаршыма оло ғына һалдат осраны, уның менән бергә беҙҙең йөк машиналары үткән магистралгә сыҡтыҡ, әммә улар туҡтаманы, сөнки тулы ине. Шулай ҙа уларҙың береһе беҙҙе туҡтап ултыртты. Бортлы машинала төн буйына барҙыҡ. Иртән ялан госпиталенә килеп еттек. 45 йыл үткәс, полкташтарым менән осрашыуҙа миңә шул 254-се медсанчастың немец танкылары тарафынан юҡ ителеүе тураһында һөйләнеләр.

Беҙҙең ветераныбыҙҙы бик бәхетле кеше тип әйтергә була, сөнки ул ҡамауҙан сығып, иҫән ҡала!

- Һеҙ Еңеүҙе ҡайҙа ҡаршыланығыҙ? - тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ Ғүмәр Мәсәлим улынан.

- Еңеү көнөн мин госпиталдә ҡаршыланым. Төнөн, бөтәһе лә йоҡлағанда, атышыуҙар ишетелде. Дошман үтеп инде микән ни?! - тип уйланыҡ беҙ шул саҡта һәм шунда уҡ беҙҙең палатаға хәрби табип килеп инде: «Ур-ра! Һуғыш тамамланды! Еңеү!». Шундай иҫ киткес шау-шыу башланды. Бөтәһе лә ҡосаҡлашты, һикерҙе, бейене, шатлыҡтан көлдө һәм иланы...

Ветерандың Ҡыҙыл Армия кенәгәһендә: «2625 км Бунслау - Львов маршын үтте» тигән ҡыҫҡа яҙыу бар. Ғүмәр Мәсәлим улы ярты Европа, ярты Ер шарын үткән яугирҙәрҙең береһе. Быны ул былай хәтерләй:

- Төн буйына барҙыҡ. Тәүлегенә яҡынса 50 километр юл үттек. Көндөҙ йоҡланыҡ. 1945 йылдың тотош йәйен атлап үттек. Советтар Союзы сиген үткәс, ерҙе ятып үбеп, ниһайәт, тыуған еребеҙгә ҡайтып етеүебеҙгә шатландыҡ.

19 йәшлек һалдат өсөн хеҙмәт 1947 йылда ғына тамамлана. Өйгә ҡайтҡас, өйләнә. Тормош иптәше Майтап менән 72 йыл бергә бәхетле йәшәйҙәр. Биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғүмәр Мәсәлим улы тормошон педагогикаға бағышлай. Уҡытыусы һөнәрен бик ныҡ ярата, 35 йыл ғүмерен шуға арнай. Күптән түгел генә һуғыш бөйөк халҡыбыҙҙың батырҙарса һуғышыуы, ҡыйыулыҡтары, батырлыҡтары һәм иҫ киткес еңеүҙәре кеүек күҙ алдына килә ине. Әммә, һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, бер нисә тапҡыр үлем менән осрашҡан ветеран менән әңгәмәләшкәндән һуң, беҙҙең уның тураһында күҙаллауыбыҙ ҡырҡа үҙгәрҙе. Һуғышты үткән кешеләргә ниндәй ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә тура килеүе ғәжәпләндерә. Һәм күпме йылдар үтһә лә, аяуһыҙ, ҡан ҡойғос һуғыш тураһындағы хәтирәләр элекке һалдаттың хәтеренән бер ваҡытта ла юйылмаясаҡ.


Альбина БӘХТЕЙӘРОВА, 4 класс уҡыусыһы,

Нәфисә ЛАТИПОВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тәтер-Арыҫлан ауылы.
Читайте нас: