Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2019, 12:28

«Сүп» реформаһы

Бик күп бәхәстәр уятҡан «сүп реформаһы» рәсми рәүештә Рәсәйҙә ағымдағы йылдың 1 ғинуарында старт алды. Беҙҙең районда сүптәрҙе йыйыу 14 ғинуарҙа, «Яңы йыл» каникулынан һуң башланды, әммә ҡайһы бер граждандар ғинуарҙың тәүге көндәрендә үк «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһына шылтыратып, ошо көнүҙәк темаға ҡағылышлы бөтә яңылыҡ менән ҡыҙыҡһынды. Сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу эштәре нисек барғанын ҡарарға теләп, беҙ шишәмбе көндө рейдҡа сыҡтыҡ.

Был көндө был эште, графикка ярашлы, ГАЗ-3309 машинаһында «Жилищник» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре (Первомайский ауылы, Х.Фәхриев урамы, «Солнечный» микрорайоны) һәм КамАЗда «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы.

Беҙең тәүге туҡталыш пункты Первомайский ауылындағы Баҡса урамы булды. Иртәнге 10.00 сәғәткә унда йәшәүселәр үҙҙәренең йорт алдына сүп-сар һалынған ҡапсыҡтарҙы сығарып та ҡуйғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәре, үҙҙәре шәхсән булыуҙы зарур һанап, «Жилищник» йәмғиәтенең сүпте тейәп йөрөгән машинаһына ҡаршы сыҡты. Әммә, был көндө ошо процесҡа контроллек иткән предприятие етәксеһе Рәсим Ғиниәтуллин фекере буйынса, әгәр хужаларға сүп-сар һалынған тоҡтарҙы ҡайтарырға кәрәк булһа ғына бындай зарурлыҡ бар. Сөнки айырым граждандарҙың, айырыуса пенсионерҙар һәм аҙ тәьмин ителгәндәрҙең, яңы тоҡтарҙы даими һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Бында бер тапҡыр ҡуллана торған ҡапсыҡтар тураһында түгел, ә күп тапҡыр файҙаланыла торған ныҡ (шәкәр йәки ондан бушаған) тоҡтар тураһында һүҙ бара.

Машина сүп ҡуйылған һәр йортта туҡтаны һәм ике коммуналь хеҙмәткәр уларҙы машинаға тейәне.

Артабан беҙ Стәрлебашҡа юлландыҡ, бында ошондай эш менән «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә ине. Уларҙы беҙ Фрунзе урамында осраттыҡ. Сәғәт - 10.53, ә КамАЗ кузовы тулы тиерлек. Унда сүп кенә түгел, бер нисә шыршы ла тейәлгән. Беҙҙең эргәгә килеп туҡтаған предприятие етәксеһе урынбаҫары Филүс Фәйзуллин әйтеүенсә, кисә көн дауамында район үҙәгенән өс машина сүп сағыралған. Эш тотороҡло бара. КамАЗдарҙан тыш, тар урамдарҙа сүпте «Беларусь»ҡа йыялар. Әлеге мәлдә тендер отҡан «Спецавтотранспорт» йәмғиәте (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) компанияһы менән килешеү төҙөлгән, ул йыйылған сүптәрҙе сорттарға бүлеү полигонына ташыясаҡ.

Күрелгәндән ниндәй һығымта яһарға теләр инем? Реформа башланды, эштәр алып барыла. Районда сүпте йыйырға тейеш кешеләр эшләйҙәр һәм, әйтергә кәрәк, насар түгел. Һүҙ әлегә район үҙәге һәм Первомайский ауылы тураһында бара. Уларҙа сүп йыйыу графигы район гәзитендә баҫылды, Стәрлебаш ауыл биләмәһе сайтында, stb-online төркөмөндә ҡуйылды. Башҡа ауылдарға ул 18 ғинуарға тиклем еткереләсәк. Йәнәһе лә ҡапсыҡтарҙы йыртып, сүп-сар тирә-яҡҡа таралып ятыр тип бик күп һөйләнгән берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙе беҙ күрмәнек. Бөтә тоҡтар һәм пакеттар матур итеп теҙеп ҡуйылғайны.

Халыҡ менән һөйләшкәндә ҡайһы берҙәре хаҡҡа бәйле ҡәнәғәтһеҙлектәрен белдерҙе. Әммә: «Ә бер кешегә күпме түләрегеҙҙе беләһегеҙме?» тигән һорауға «Юҡ», тип яуап бирҙеләр. Йәғни, дөрөҫөн белмәйҙәр, әммә ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр. Тирә-яғыбыҙ таҙа булһын, тәбиғәтебеҙ бысранмаһын, бөтә цивилизациялы илдәрҙәге кеүек үк (уларҙы беҙ йыш миҫалға килтерергә яратабыҙ) беҙҙә лә сүп-сар йыйылып, эшкәртелһен өсөн 35-70 һум күп түгелдер, тип уйлайым. «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән өсөн» тигән яҙыу февраль айында газ, һыу һәм электр энергияһына түләүҙәр аналогында түләү ҡағыҙҙарында барлыҡҡа киләсәк.

Эйе, күптәр сүп сығарған өсөн түләп өйрәнмәгән, әммә закон ҡабул ителгән һәм уны үтәргә тура киләсәк. Вәғәҙә ителгәнсә, айырым граждандар категорияһына уны түләүҙә льготалар бар. Әгәр кеше пропискала тора, әммә был адрес буйынса йәшәмәй икән, был турала ауыл Советында белешмә алырға кәрәк һәм уның өсөн түләргә тура килмәйәсәк.

Әлбиттә, һорауҙар күп, хатта бик күп. Улар район һәм муниципалитеттар хакимиәттәре, коммуналь хеҙмәтсәндәр, төбәк операторҙары, әүҙем граждандар тарафынан берҙәм хәл ителәсәк. Сөнки һәр ҡайһыбыҙға, шулай уҡ балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙгә бәйле изге эш башланды. Улар хаҡына тирә-яғыбыҙҙа тәртип урынлаштырырға кәрәктер, тип уйлайбыҙ.

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: