Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2019, 11:54

Рәхмәт ҡаҙанған Рәхмәтуллиндар!

«Исеменә күрә есеме» тигән әйтемде халыҡ юҡҡа ғына сығармаған. Балаға мәғәнәле исем ҡушырға өндәгән дин әһелдәре хаҡлы. Мәҡәләм геройҙары - Ғәлиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы менән Марс Мансур улы Рәхмәтуллиндарҙың фамилияларына ҡараһаң, ысынлап та, уларҙың тормош юлы исемдәрен есемдәренә тура килтереп, мәрхәмәт, игелек ҡылып, мәғәнәле йәшәүгә тыумыштан уҡ тәғәйенләнгән булған тип уйлап ҡуяһың.

Марс ағайға үҫмер сағында ғаиләһе менән ҡалаға күсенергә тура килһә лә, олатаһы вафат булып, яңғыҙы ҡалған өләсәһен тәрбиәләргә, ярҙам итергә кире ҡайтырға тура килә. Мәктәпте ул яратҡан ауылда, йәштәштәре менән тамамлай. Артабан Салауат ҡалаһында водителгә уҡып, ике йыл армияла хеҙмәт итә. Бына шул саҡта уларҙың яҙмыштарын Аллаһы Тәғәлә бер эҙгә төшөрә. Был ваҡытҡа өлгөргәнлек аттестаты алып, Салауат медицина училищеһына документтарын тапшырып ҡайтып килгән Ғәлиә һылыу менән һалдат хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына ашҡынған батыр егетте ауылға ҡайтып барғанда бер автобуста осраштыра.

Йәшлек дәрте ташып торған был икәүҙең йөрәгендә ғашиҡ уты ҡабына, әлбиттә. Береһе уҡып, икенсеһе эшләп йөрөп ваҡыт үтә тора. Ҡулына акушер дипломы алған Ғәлиә шул йылда Марстың хәләл ефете лә була. Икеһе лә һөнәрҙәре буйынса яҡшы эштә эшләп йөрөгән, инде улдары ла тыуған был ғаиләгә ул ваҡытта популяр булған сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү «сире» ҡағыла. Ырымбур өлкәһе Светлинский районына совхозға эшкә китәләр. «Светлинский иҫтәлеге» булған ҡыҙҙары Света шунда тыуа.

Илдә ҙур үҙгәрештәр осоро башланғас, улар тыуған ауылдарына бөтөнләйгә ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Өләсәйҙәренең буш торған өйөн ҙурайтып һалалар. Ғәлиә участка дауаханаһына, Марс «Арыҫлан» колхозына эшкә урынлаша. Ғаилә башлығы шул йылдарҙа ситтән тороп институт тамамлай, бригадир, агроном булып колхоз таралғансы шунда эшләй.

2010 йылда «Ашығыс ярҙам» шоферы булып Тәтер-Арыҫлан табиплыҡ амбулаторияһына эшкә барыуы ла илдә үҙгәртеп ҡороуҙар бәләһе арҡаһында. Бәлә тиһәм дә, ул саҡта аптырағандан алынған был эш кешеләргә ярҙам итеүҙән тыш, тормошто яңыса алып китеүгә булышлыҡ итә. Эшләй башлаған ғына көндәрҙә етди аварияға осраған сит район кешеләрен үҙәк район дауаханаһына илткәндә Марстың машинаһы юлда ватыла. Төн уртаһы. Үс иткәндәй телефон тотмаған урын була. Нисек итте шулай «03» хеҙмәтенә хәбәр итеп ярҙам килеүҙе көткән шофер ант итмәһә лә: «Машинаны һәр саҡ төҙөк тоторға!» тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Һәр секундтың ҡәҙерен аңлаған Марс шул йылдан алып йыллыҡ ял көндәрен дә алмайынса эшләй ҙә эшләй, машинаһына башҡа кеше ултырып ватылыуҙан ҡурҡа. Дауахананың гаражы булмағанлыҡтан, ҡыш көндәрендә тиҙ генә йылытып ҡабыҙыу яйланмаһын эшләп машинаны үҙ йортонда тоторға мәжбүр. Ни эшләтәһең инде, уның ярҙамына Айҙарәленән алып Өсөгән-Әсәнгә тиклем бер нисә ауыл халҡы тәүлек әйләнәһенә өмөт итә!

Инде Ғәлиә апайға күсәйем. Яҡшы даны тирә-яҡҡа таралған Тәтер-Арыҫлан стационары ябылғас, бында «Ашығыс ярҙам» подстанцияһы асыла. Башҡалар кеүек үк, Ғәлиә апай ҙа белгеслеген алмаштырып, шунда эшләй башлай. Күпмелер ваҡыттан кәрәклеген тапмайынса был хеҙмәтте лә ябалар. Уға яңынан «дөйөм практика фельдшеры»на уҡырға тура килә. Көндөҙ участкаға ингән ауылдар халҡын табип менән бергә ҡабул итһәләр, төнөн күбеһенсә үҙе генә, бик кәрәккәндә тормош иптәше менән ауыл халҡына ашығыс ярҙам күрһәтә. Көндө төнгә ялғап ярҙам күрһәткән фельдшерға ауыл халҡының да, хеҙмәттәштәренең дә ышанысы ҙур, сөнки ул зирәк белемле, айыҡ аҡыллы, етеҙ, табипһыҙ ҙа диагноз ҡуйып, дөрөҫ итеп беренсе ярҙам күрһәтә, ә был, сирленең ғүмерен һаҡлап һалыуҙа иң төп фактор! Бер үк ваҡытта сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу буйынса ҙур профилактик эш алып бара.

Ғәлиә апай бер йыл инде хаҡлы ялда. Әммә бөгөн дә унан ярҙам, кәңәш һорап килеүселәр тынмауын беләм. Булдыра алған тиклем ярҙам итергә тырыша ул. Эшенән арып туҡтаһа ла яратҡан һөнәренән айырылыуҙы бик ауыр кисерҙе ул, һаман уны юҡһына...

Рәхмәтуллиндар тырыш кешеләр. Һөйләһә һүҙҙәре, эшләһә эштәре килешә тигәндәй. Ғәлиә апайҙың өйөндә лә эш бүлмәһендәгеләй тәртип. Уның зауыҡлы хужабикә, ҡул эштәре оҫтаһы, ижади күңелле ханым икәнен йәй айҙарында йәннәттәй йорт-баҡсаһын килеп күрергә кәрәк! Балалары ла үҙҙәре кеүек уңған, егәрле. Уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмайҙар. Улдары Марсель юғары белемле инженер-механик булыуҙан тыш, яңы эшкә өйрәнеп, тарттырып ҡуйыла торған түшәмдәр яһаусы оҫта булып танылды районда. Ҡатыны Элира менән ике бала үҫтереп, өсөнсөһөн көтәләр.

Ҡыҙҙары Света һәр яҡлап әсәһенә оҡшаған, оҫта ҡуллы. Юғары белемле уҡытыусы күрше ауылға балалар тәрбиәләргә йөрөр өсөн машина йөрөтөргә өйрәнә. Әле ул ауыл халҡына район үҙәгенә бармай ғына сәс киҫеү, прическалар яһау хеҙмәте күрһәтә. Ул да ҡыҙ балаһына үрнәкле әсәй. Ғаиләләре менән Стәрлетамаҡтан ялға ҡайтҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре шатлыҡ-ҡыуаныс ата-әсәгә.

Рәхмәтуллиндарҙың төрлө Маҡтау грамоталары ла бихисап. Әммә маҡсатым уларҙы һанау түгел. барыһынан да ҡәҙерлерәк булғаны, минеңсә, халыҡ рәхмәте! «Кеше китә - эше ҡала» тиҙәр. Аҡ халатҡа тап төшөрмәй йәшәп, ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙҙән халыҡ ҡәнәғәт икән, был бит үҙе ҙур баһа. Киләсәктә Аллаһы Тәғәләнең дә рәхмәтенә ирешергә насип булһын һеҙгә!

Донъяла иң ҙур байлыҡ - беҙҙең һаулығыбыҙ. Уның ниндәй булыуы, тәү сиратта, үҙебеҙгә, ниндәй йәшәү рәүеше алып барыуыбыҙға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү-шөғөлләнмәүебеҙгә, насар ғәҙәттәргә эйә булыу-булмауыбыҙға, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләү-эшләмәүгә бәйле. Табиптарға түгел, ә тәү сиратта, үҙебеҙгә ышанып, уға ни тиклем күберәк иғтибар бирһәк, шул тиклем һауыраҡ буласаҡбыҙ. Ә уның менән бала саҡтан уҡ: балалар баҡсаһы, мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнә башларға, телевизор экрандарынан һәм матбуғат баҫмалары биттәренән рекламаларға, ғаиләлә үҫтерергә кәрәк. Сөнки сәләмәт быуын - сәләмәт Рәсәй. Һәм беҙ йыл дауамында ошо темаға бағышланған мәҡәләләр баҫасаҡбыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла журналистарға ҡушылырға саҡырабыҙ. Йәш саҡта ғына түгел, өлкән йәштә лә нисек сәләмәт булып ҡалыу тураһында һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.

«Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите редакцияһы.


Рәхмәтле Тәтер-Арыҫлан ауылы халҡы исеменән Люциә ДӘҮЛӘТЙӘРОВА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: