Йәшергән ауылынан Илдус Хәсәнов, алты бала тәрбиәләгән өләсәһенең ғаиләһе кеүек, ҙур ғаиләлә йәшәргә хыяллана. Әммә Миләүшә менән яҙмышын бергә бәйләгәс, әлбиттә, күп балалы ғаилә булыуҙары һәм биш бала тәрбиәләүҙәре тураһындағы уй башына ла килмәй. Бергә 15 йыл ғүмер иткәндә улар өс ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бүләк итә. Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы ауыл китапханаһында эшләй, ә Миләүшә – әлегә өйҙә бала тәрбиәләй. Ғаилә именлеген тәьмин итеү буйынса төп роль, әлбиттә, ғаилә усағын һаҡлаусы – әсә кешенеке. Уның иңдәренә, ғәҙәттә, өй буйынса бихисап мәшәҡәттәр төшә. Бынан тыш, башҡа ғаилә ағзалары бында үҙҙәрен уңайлы, бер бөтөн итеп тойһон өсөн ул бөтә тырышлығын һала. Был еңел булмаған һәм бик яуаплы эш, әммә мәҡәлә геройыбыҙ быны бик яҡшы башҡара. Уларҙың ҙур һәм яҡты өйҙәрендә бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Өйҙө лә Хәсәновтар үҙ ҡулдары менән һалып сыҡҡан.
- Ике йыл ҡәйнәм менән йәшәнек, - ти Миләүшә урамда торған бәләкәй генә, иҫке ағас өйгә күрһәтеп. - Ә һуңынан был өйҙө һатып алдыҡ. Өс йылдан ошо уҡ урында өй төҙөргә ҡарар иттек. Беҙгә ул саҡта «Ауылдың социаль үҫеше» программаһы буйынса аҡса бүлделәр. Подрядсылар менән бер аҙ проблема булды, әммә хәҙер үҙ өйөбөҙ, бихисап мал-тыуар, участка, йәйен - баҡсабыҙ бар. Өҫтәлебеҙҙә бөтә ризыҡ та үҙебеҙҙеке, - тип уртаҡлаша ул.
Ҡатын-ҡыҙ төрлө өлкәлә лә иң һәйбәт белгес була ала, әммә шуларҙың иң мөһиме - балаға ғүмер бүләк итеү, һәм, әлбиттә, ысын ғаилә ҡороу. Ул имен һәм дуҫ булһын өсөн әсә кешенең генә тырышлығы етмәй. Ундағы мөхит ыңғай булһын өсөн барлыҡ ғаилә ағзалары ла тырышлығын һалырға тейеш. Сөнки ғаилә – ул, тәү сиратта, коллектив. Хәсәновтарҙың үрнәкле булыуында бер шик тә юҡ, бында һәр кемдең үҙ бурысы.
Уҙған йылдың ноябрь айында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланы, ул биш һәм унан күберәк балалары булған әсәйҙәргә тапшырыла. Улар иҫәбендә Миләүшә Хәсәнова ла бар ине.
- Беҙгә «Ғаилә» район-ара үҙәге бүлексәһе мөдире Зөлфиә Фәрит ҡыҙы шылтыратты һәм Өфө ҡалаһына тантаналы бүләкләүгә барыу тураһында хәбәр итте. Унда мин ныҡ тулҡынландым, - ти әле тыныс ҡына әңгәмәсем.
Эйе, ғаиләлә күп бала тәрбиәләнгәндә, өҫтәүенә, өй мәшәҡәттәре етерлек булғанда һәр нимәгә лә өлгөрөү еңел түгелдер, моғайын. Әммә һөйгән кешең ярҙам иткәндә быларҙың барыһын да башҡарыу еңелерәк.
Иң мөһиме, һәр ғаиләлә лә ышаныу һәм үҙ-ара аңлашыу, һөйөү һәм бер-берең тураһында хәстәрлек күреү булһын. Татыу ғаилә шуныһы менән көслө, бында һәр кем үҙен ышаныслы тоя ала, һәм бында бер ҡасан да бер-береһенә хыянат итмәйҙәр, кәрәк булһа ярҙам ҡулы һуҙалар. Хәсәновтарҙың ғаиләһе ныҡ һәм татыу. Бында бер-береһен яраталар, ярҙам итәләр, ҡәҙерен беләләр, аңлайҙар. Шундай татыу, күп балалы, егәрле ғаиләләр районда күберәк булһын ине.
Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Фото ғаилә альбомынан.