Ошо шатлыҡлы ваҡиғанан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Ошо ауылдан сал сәсле ветерандар, шулай уҡ урта йәштәгеләр, балаларҙан тыш, бында бик күп ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Улар араһында район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Ә.Суфьянова, мәҙәниәт бүлеге, район Мәҙәниәт йорто етәкселеге һәм белгестәре, тыуған ерҙәренә даими ярҙам күрһәтеүсе ошо ауылдан сығыусылар ҙа булды. Бөтә сығыш яһаусылар ҙа улар араһынан Мәләүез районының «Ашҡаҙар» хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитовты айырыуса билдәләне, ул да яҡташтары менән шатлыҡтарын уртаҡлашырға килгәйне.
Хәлекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов йыйылыусыларҙы йылы сәләмләп, хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең көндәлек эштәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләне һәм уҙған йылда ауыл биләмәһендә күпме һәйбәт эштәр башҡарылыуына ентекләберәк туҡталып үтте. Уның әйтеүенсә, эштәр ысынлап та аҙ башҡарылмаған. Һәм төп эштәр араһында - юлдарҙы ремонтлау, атап әйткәндә, Хәлекәй ауылында, муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров һәм «Витадент» Халыҡ-ара концернының генераль директоры Радмир Хәсәновтың ҙур ярҙамы менән ауыл эсендә бер километр оҙонлоғондағы юлға асфальт һалынған. Һәм иң мөһиме, мәҙәниәт объекттары - төҙөлгәндән бирле ремонт күрмәгән Хәлекәй ауыл клубы һәм Әмир ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтланған. Хәлекәй ауыл клубы ҡыйығы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ярҙамында алмаштырылған. Ә Әмир ауыл мәҙәниәт йорто ҡыйығын, сәхнәне капиталь ремонтлау, 23 ағас тәҙрәне, ишектәрҙе пластикка алмаштырыу, ағартыу-буяу эштәре, сәхнәлә яңы шаршауҙар - быларҙың барыһы ла «Берҙәм Рәсәй» партияһынан «Ысын эштәр» проекты ярҙамында мөмкин булған.
- Бөгөн беҙ ошо матур, йылы, уңайлы бинала ултырһын өсөн үҙ өлөшөн индергәндәргә: субподрядсыларға, район хакимиәтенә һәм шәхсән Фәнүр Зөфәр улына, төҙөүселәр бригадаһына, район Мәҙәниәт йорто етәкселегенә ҙур рәхмәт, - тине Фәрит Әхмәтсәләм улы. - Рафаэль Мансур улы, көн һайын беҙҙә булып, эш барышы менән ҡыҙыҡһынды, ремонт эштәре мәлендә ҡулдарынан бумала, сепрәк, биҙрә төшмәгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә лә, рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән ауыл халҡы мәнфәғәтендә ҙур изге эш башҡарҙыҡ. Бының өсөн район һәм башҡа бюджеттарҙан 1 млн. 300 мең һум аҡса бүленде. Тәҙрәләрҙе алмаштырыу ауыл мәҙәниәт йортоноң тышҡы күренешен яҡшыртыуға ғына булышлыҡ итмәне - был бина эсендә йылылыҡты һаҡлауҙа ла ҙур роль уйнай. Ә яңы, матур, ҙур сәхнә - хужалыҡ етәкселеге бүләге, - тип айырыуса билдәләне Фәрит Әхмәтсәләм улы.
Ул сәхнәгә матур күренеш биргәндәрҙе исемләп һанап сыҡты - был «Аҡшишмә» вокаль ансамбле ағзалары (материалды район Мәҙәниәт йорто етәкселеге биргән), бағыусылар - Әмир ауылынан сығыусылар Илдус Хәлитов, Азат Әхмәров, Рөстәм Хәйретдинов, Алиса Дәминова. Ф.Баһауетдинов киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты - урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ярҙамында ауыл мәҙәниәт йорто өсөн ҡоролма һатып алырға уйлайҙар. Ошондай ғәйәт ҙур эш башҡарған кешеләрҙең ошо пландарын да бойомға ашырыу өсөн көстәре, ныҡышмалыҡтары һәм тырышлыҡтары етер тип уйлайбыҙ.
Ауылдарҙа таланттар бик күп, тип иҫәпләй Фәрит Сәләм улы. Иң мөһиме, уларҙың мәҙәниәт усаҡтарына килеп, төрлө сараларҙа ҡатнашыу теләге булһын.
Сара аҙағында ауыл халҡы исеменән рәхмәт йөҙөнән Фәрит Әхмәтсәләм улы Фәнүр Зөфәр улына Рәхмәт хаты, ә яңы йыл көндәрендә сығыштары менән ауыл халҡының ялын биҙәгән активистарға - Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаровҡа бирелде. Ул ҙур һөйөнөс менән районда авариялы мәҙәниәт объекттары бөтөнләй булмауын билдәләне.
- Бөгөн беҙҙең яңы мәҙәниәт йорттары һәм клубтар төҙөргә мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға күрә булғандарын ремонтларға һәм һәйбәт торошта тоторға кәрәк, беҙ шуның менән шөғөлләнәбеҙ ҙә, - тип билдәләне ул.
2019 йылда Хәлекәй ауыл Советы бинаһы ҡыйығын алмаштырырға ҡарар ителде, тине ул.
- Яңыртылған ауыл мәҙәниәт йорто хөрмәтенә минән бүләккә - баян, - тип һөйөндөрҙө ул әмирҙәрҙе сығышы аҙағында.
Фәнүр Зөфәр улы ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа ярҙамы өсөн Илвир Хәлитовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм ауыл халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрендә киләсәктә лә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеүгә ышаныс белдерҙе.
- Мин хужалыҡ етәкселеге булып эшләгәнемә бер йыл да юҡ, әммә район етәкселеге яғынан ҙур ярҙам тоям, - тип билдәләне телмәрендә Илвир Ғәлим улы.
Ул сәхнәне матур һәм сифатлы эшләгән оҫталарҙы айырыуса билдәләне. Төҫһөҙ лак менән буялған һары тигеҙ таҡталар, уңайлы баҫҡыстар, яңы портьерҙар. Бында бөтә нимә иғтибарҙы йәлеп итә, сәхнәгә күтәрелеп дәртле сығыш яһарға саҡыра. Үҙешмәкәр артистар шулай эшләне лә. Билдәләп үтергә кәрәк, әмирҙәр бик һәләтле халыҡ. Йырҙарҙы ихлас күңелдән башҡарҙылар, дәртле бейенеләр. «Ниндәй талантлы кешеләр! - тип уйлап ҡуйҙым мин. - Профессионалдарҙан кәм сығыш яһамайҙар. Ә ниндәй ихлас күңеллеләр!». «Аҡшишмә» вокаль ансамбле, баянсылар ансамбле, Гөлшат һәм уның ҡыҙы Лена Мөрәсевалар, Фәрғәт Фәсхетдинов, Зинур Сәйфетдинов, Йәүҙәт Мифтахов, Зәлиә Хәлитова, Рим Сәғетдинов, Рәйсә Мостафаева, Эльвира Ғәйнуллина, «Бәхетле» бейеү ансамбле. Бөтәһе лә һоҡланғыс сығыш яһаны! Стәрлебаштан килгән ҡунаҡтар Рөстәм Ғәлиев һәм Рәшит Шунгаитов ярҙамында улар ҡуйған концерт та бик тамашалы һәм матур булды. Был ғәжәп түгел, сөнки беренсе булып сәхнәгә вокаль дуэт составында... ауыл халҡы мәнфәғәтендә эшләү генә түгел, уларҙың ялын да биҙәү ауыл биләмәһе етәкселегенең ҡулынан килеүен күрһәтеп, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов сыҡты. Афарин!
Һәм, әлбиттә, ауыл мәҙәниәт йорто ремонттан һуң балҡыһын, ә концертҡа килеүселәр музыкаль номерҙарҙан ҡәнәғәт ҡалһын өсөн бик күп көс һалған Әмир ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гүзәл Ғәлиева тураһында ла изге һүҙҙәр әйтмәү мөмкин түгел.
Эйе, ҙур изге эш башҡарылған. Хәҙер, Фәрит Әхмәтсәләм улы билдәләүенсә, иң мөһиме, Әмир ауыл мәҙәниәт йорто һәм Хәлекәй ауыл клубы ысын мәҙәниәт усаҡтарына әүерелһен. Унда һәр ваҡыт халыҡ күп йыйылһын, түңәрәктәр эшләһен, мәҙәни тормош ҡайнаһын. Бының өсөн һәйбәт шарттар булдырылған, белгестәр бар. Ижади эшләргә генә ҡала. Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.