Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2019, 13:48

Халыҡ әүҙемлек күрһәтте

Шаршамбы көндө, 16 ғинуарҙа, Ямғырсы, Тормай, Үрге Гөлөм, Ҡаранай, Банковка ауылдары ингән Ямғырсы ауыл биләмәһе халҡы өсөн Ямғырсы ауылында район етәкселеге, ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәре менән граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо.

Билдәләп үтергә кәрәк, ауылдар халҡы был юлы әүҙемерәк булды. Район үҙәгенә бармайынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алырға теләүселәр етерлек ине. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки тап шуның өсөн ошондай осрашыуҙар ойошторола. Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров быны һәр ваҡыт билдәләй.

Ауыл биләмәһе территорияһы ярайһы ғына ҙур һәм теркәлгән халыҡ һаны - 1141. Әммә бына демографик хәл, һәр ерҙәге кеүек үк, проблемалы - 2018 йылда һигеҙ бала тыуған, 12 кеше вафат булған. Өс балалар баҡсаһына 29: Ямғырсы балалар баҡсаһына - 15, Тормайҙа - 10, Гөлөмдә - 4 бала йөрөй.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Кәримов әйтеүенсә, уҙған йылда бик күп эштәр башҡарылған: Ямғырсы ауылы зыяраты ихатаһы яңыртылған, зыярат өсөн бензогенератор һәм вата торған сүкеш, янғын мотопомпаһы һатып алынған, юлдар ремонтланған, шишмәләр төҙөкләндерелгән, урамдарҙы яҡтыртыу яҡшыртылған һ.б. Ул тағы бер күңелле яңылыҡ әйтте - Яңы йыл алдынан яҡташтары Ирек Арыҫланов ауыл биләмәһенә ЗИЛ-131 базаһында янғын автомашинаһы бүләк иткән, республика бюджеты иҫәбенә янғынға ҡаршы тағылмалы цистерна һатып алғандар, ауылдаштары Азат Кәримов ГАЗ-53 автомашинаһы (бензовоз) биргән, ремонтлағандан һуң, ул янғын һүндереү өсөн ҡулланыласаҡ.

Дәүләт ветеринар күҙәтеүенең Мәләүез территориаль бүлеге начальнигы Ирек Багадов республикала эпизоотик хәл-торош тураһында һөйләне. Ауыл хужалығы малдарын, шулай уҡ ҡош-ҡортто контролһеҙ индереүҙең ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Шуға күрә ситтән һатып алған бөтә малдарҙы ветеринар хеҙмәте менән килешеү, үҙегеҙгә һәм башҡаларға хәүефһеҙлек тәьмин итеү зарур, тине ул.

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаровҡа һорауҙар байтаҡ булды. Уларға яуап биргәндә 13-01 телефоны аша табипҡа яҙылырға өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне ул, сөнки был граждандарҙың үҙҙәренә уңайлы, ваҡыттары ла аҙыраҡ сарыф ителәсәк. Яңылыҡ тураһында ла әйтте - хәҙер кәрәк саҡта ауыл фельдшеры ла эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы аса аласаҡ (өс көнгә), әммә табип ябасаҡ. Диспансерлаштырыу мөһимлеге тураһында иҫкәртте. Ул профилактик сара булып тора. Мәҫәлән, 2018 йылда уны үткәндә 487 яңы ауырыу, шул иҫәптән туғыҙ онкологик сир асыҡланған, уларҙың барыһы ла I стадияла, йәғни дауаланып була. Республикала беренселәрҙән булып ял көнөндә диспансерлаштырыуҙы практикалай башлағандар. Лабораторияларға һәм ЭКГ кабинетына сират булмаһын өсөн, уларҙың эш тәртибенә үҙгәрештәр индерҙек, хәҙер унда сират бөтөнләй юҡ тиерлек, тине Илшат Иншар улы.

Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы Лилиә Кәримова ауыл халҡының һорауҙарына ентекле яуап бирҙе. Улар пенсия йәшенең артыуына, ауыл ерендә йәшәгән һәм ауыл хужалығында 30 һәм унан күберәк йыл хеҙмәт стажына эйә булған эшләмәүсе пенсионерҙарға өҫтәмә аҡса түләүгә ҡағылды. Районда 1300ҙән ашыу кешенең ошондай өҫтәмәгә хоҡуғы бар, бәлки, был исемлеккә бөтәһе лә эләкмәгәндер, шуға күрә, әгәр һорауҙар булһа, һәр кем клиенттар хеҙмәтенә йәки 2-20-33, 2-20-62 телефондары аша беҙгә мөрәжәғәт итә ала, тине ул.

Ауыл халҡын ҡышҡы һәм йәйге ваҡытта ауылдар араһында юлдарҙы ҡарап-тотоу мәсьәләһе лә борсоно, ә иң мөһиме - Тормай ауылынан Үрге Гөлөм ауылына тиклем участкаға асфальт түшәү мәсьәләһе хәл ителмәй.

- Был юл республиканың юл хеҙмәте идаралығының оператив идаралығында, ул дәүләт заказсыһы функцияларын үтәй. Район хакимиәте, юл ремонт-төҙөлөш идаралығы юлға асфальт түшәү буйынса бер нисә тапҡыр юл хеҙмәте идаралығына мөрәжәғәт итте, әммә әлегә уңышһыҙ, - тип яуап бирҙе юл ремонт-төҙөлөш идаралығының баш инженеры Айҙар Искәндәров.

Ауылда йәшәүсе йәш ҡатынды йәйге ваҡытта балалар баҡсаһы эшен туҡтатыу (өс айға) мәсьәләһе борсоно. Был улар өсөн ярайһы уҡ проблема. Район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов быға аңлатма бирҙе.

- Ысынлап та, бындай факттар бар, әммә был мәсьәлә балалар баҡсаһында хәл ителә. Әгәр балалар баҡсаһына балаларҙың 70 проценты һәм унан күберәге йөрөй икән, ата-әсәләр комитеты йыйылышы ҡарары буйынса учреждение эшмәкәрлеге туҡтатылмай. Цифрлы телевидениены, район элемтә узелы хеҙмәттәренән нисек файҙаланырға кәрәклеге тураһында уның начальнигы Ришат Төхвәтуллин хәбәр итте.

Әйтергә кәрәк, осрашыуға килеүселәрҙең һорауҙары бик күп булды, уларҙы иғтибар менән тыңлап, ентекле яуаптар, аңлатмалар бирелде.

Осрашыу башында һәм һуңынан, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров сығыш яһаны. Ул районда уҙған йылда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, ағымдағы йылға һәм киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Социаль әһәмиәтле һәм көнүҙәк булған эскелеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә туҡталып үтте. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу арҡаһында ғаиләләр тарҡала, өлкәндәр һәм йәштәр вафат була.

- Урындағы власть органдарына, бөтә хеҙмәттәргә ошо планда профилактик эште көсәйтергә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға, алкоголле эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу факттарын бөтөрөргә кәрәк. Бергәләп кенә был афәтте еңергә мөмкин. Район етәкселеге, хеҙмәттәр етәкселәре һеҙҙе, район халҡын һәр ваҡыт тыңларға әҙер. Һеҙҙең телдән, яҙма йәки «Бәйләнештә» һ.б. социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәтегеҙ иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Ә беҙ уларҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ, - тине Фәнүр Зөфәр улы. М.ҒӘНИЕВ. Автор фотолары.


Читайте нас: