Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2019, 21:21

Үлемтек һандығы (Хикәйә)

Мәзүнә ҡарсыҡ ейәнсәренең асыулы ҡысҡырыуынан тертләп китте:“Эй, хоҙайым, тағы күсенәбеҙ, күрәһеләрем бар икән, быныһы дүртенсе фатирға күсеү бит инде, йә шул фатир­ҙарын бирһәләр биреп ҡуйманылар, ҡотолор инем ошолай кеше көлдөрөп йөрөүҙән. Хәҙер, балам, үлемтек һандығымды ғына тағы бер теүәлләйем дә, кисә аҡтарынып ултырғайным. Берәй нәмәм төшөп ҡалмаһын”.

– Ну, надоел шул һандығың, ҡалдырып кит шул ҡыйыңды. Кемгә кәрәк шул сепрәктәрең? Өләс, аҡсаң булһа, похоронщиктар барыһын да эшләп ҡуя!

– Эй, балам, ни һөйләйһең һин, һәр кем Хоҙай ҡаршыһына үҙ бирнәһе менән әҙерләнеп барырға тейеш. Мин дә яйлап барыһын да әҙерләнем, тәрбиәләп, һуңғы йортома оҙатыусыларҙы риза итеп китергә теләйем, өлкән киленгә барыһын да күрһәттем, ул белә.

– Мин һандыҡ ташып йөрөмәйем, тиҙерәк бул, бөгөн собестан килеп, һинең фатирһыҙ интегеп йөрөүеңде тағы ла бер күрергә тейештәр.

– Нишләп мин йорт-ерһеҙ булайым? Өлкән улым менән ғүмер баҡый бергә йәшәнем, ике ҡатлы йорт һалып ингәс, әсәй, иң ҙур бүлмә һинеке, тип, миңә биреп ҡуйҙылар, рәхәтләнеп йәшәнем.

– Опять ты за свое, һине прописканан төшөрҙөләр. Һин фатирһыҙ ҡалған вдова. Нимә, ҡартатай һуғышта бушҡа ҡан ҡойғанмы, бына фатир алып бир ҙә, теләһәң ҡайҙа тор, но знай, ул фатир миңә! Һин аяғыңды ла баҫмаясаҡһың, ҡасандан бирле һинең менән йонсоп, күсенеп йөрөйөм. Әсәйгә рәхәт, бар, ҡыҙым, бар, ана кешеләр анһат ҡына фатир ала, өләсәйеңдең бер ярҙамы тейһен тип, рәхәтләнеп ҙур ҡалала атайым һалып ҡалдыр­ған йортта йәшәп ятҡанда, ошонда алып килеп ҡалдырҙы. Вот йөрө инде, ошо әбейҙең һандығын һөйрәп…

– Все, на этот раз ул ҡый ояһын ташлап китәм, и так места нет.


Диана һөйләнә-һөйләнә әйберҙәрен ташый башланы. Мәзүнә ҡарсыҡ алдында торған һандығын һаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы… Солтанморатынан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыһы, ғәзиз иҫтәлеге бит ул. Алтын ҡуллы, зауыҡлы ир уҙаманы ине ул. Һуғыштан бер яраһыҙ иҫән ҡайтыуым һинең мине өҙөлөп көтөүеңдән һәм әсәйемдең бетеүен йөрөтөүемдән булды, ти торғайны. Әллә Солтанморатының әсә-атаһын яңғыҙ ҡалдырмай, ҡәҙер итеүенең фатихаһы төшөпмө, хәләле һуғыштан иҫән-имен ҡайтты. Ҡайтты ла егелеп эшкә тотондо. Барыһына ла өлгөрҙө ул: дәүләт эшенә лә, өйҙөкөнә лә. Ситтән тороп институт тамамларға ла, үҙенә оҡшап торған тилбер малайҙарын йорт-ҡурала эшкә өйрәтергә лә өлгөр­ҙө. Атаһының иҫкергән өйө урынына яңы йорт күтәрҙе. “Урыны тарыраҡ, әллә икенсе урынға яңы йорт һалайыҡмы?” – тип ҡараһа ла, “Юҡ, атай нигеҙен ҡоротмайым, нәҫелебеҙҙең ҡото – ошо нигеҙҙә, төпсөк улыма ҡалдыра торған нигеҙ ул”, – тине бабайы. Ниндәй эшкә тотонһа ла, янып, дәртләнеп, барлыҡ көсөн биреп эшләне. Ял итһәң ни була һуң, тиһәң: “Мин, Мәзүнәкәйем, яуҙан ҡайта алмаған дуҫтарым өсөн дә йәшәйем бит, улар менән һуғыш тынып торған арала әллә күпме хыяллана торғайныҡ. Шул хыялдарҙы миңә тормошҡа ашырырға яҙған. Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәйем, улдарыма йорт һалып, башлы-күҙле итһәм, үкенмәҫ инем. Тағы ла бер хыялым булды. Һиңә һандыҡ эшләп бирермен тигәйнем. Хәтерләйһеңме, һине оҙатып алып ҡайтҡанда, атайым-әсәйем булмағас, мине бирнәһеҙ, һандыҡһыҙ оҙаттылар, тип илағайның”, – тиер ине. Солтанҡайы һүҙендә торҙо, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләне ул һандыҡты. Ниҙәр генә һаҡланманы уның төбөндә, нағышлап эшләнгән ҡул эштәре булһынмы, байрамдарҙа ғына кейелә торған кейем-һалыммы. Ҡунаҡ килгәндә генә өҫтәлдә ҡуҡырайып ултыра торған “ялтыр”мы, тәм-томмо – барыһы ла. Һандыҡ төбөндә “НЗ” “ялтыр”ҙарҙың ятҡанын белһә лә, Солтанмораты үҙ дәрәжәһен үҙе төшөрөп, һандыҡҡа асҡыс яратып йөрөмәне, бик эсе бошоп ҡайтҡанда ғына: “Ҡой әле шул яуызыңдан, исмаһам, әҙерәк асыу баҫылыр”, – ти торғайны. Байрамдарҙың иң түрендә һуғыштың еҫен дә белмәгән, матур телмәр һөйләргә оҫтарған ветерандарҙы күреп, күңеле һүрелеп ҡайта ине. “Ҡанлы һуғышта ирҙәре һәләк булып, балаларын үлтермәй һаҡлаған әсәләргә, бер ваҡытта ла атаһының наҙын күрмәгән балаларға тейеш ул хөрмәт. Ярай әле, исмаһам, минең балаларым атайлы үҫте, үҙ балаларын үҙҙәре ҡарар. Мин булмаһам, һине лә яңғыҙ итмәҫтәр”, – ти торғайны. Аталары баҡыйлыҡҡа күскәндә өлкән улдары өйләнеп, башлы-күҙле булғайны инде. Аллаға шөкөр, ата балаһы тап булды Фәритенә: үҙе уңған, үҙе йомшаҡ телле, ә иң оҡшағаны – һәр саҡ йөҙөндә йылмайыу. Килене менән тәүге күрешеүҙән сере беректе Мәзүнә ҡарсыҡтың, ниндәй эшкә тотонһа ла, мин дә мин, тип торған килен ҡәйнәһенән күп нәмәгә өйрәнде. Ейән-ейәнсәрен дә бергәләп үҫтерҙеләр, тәүҙә балалар баҡсаһында ул иң шәп өләсәй булһа, һуңынан – мәктәптә. “Өләсәй, алай ҙа уҡытыусы булып эшләгәнһең, һин ярҙам иткәс, миңә рәхәт”, – ти торғайны ейәнсәре. Балалар институтҡа ингәс кенә ҡулынан эш төшкәндәй булды.


Төпсөк улы Сабир ғына атаһының васыятын үтәй алманы, Себер тарафтарына институттан һуң юлланғайны, шунан ҡайтманы. Тәүҙә өйләнде, атаһы риза булманы, үҙебеҙҙең диндән, үҙ телеңдә һөйләшкән килен кәрәк беҙгә, тип ҡараны. “Атай, беҙ күптән бергә, бәпес көтәбеҙ”, – тигәс, ҡул һелтәне. “Ул ни эш, никахһыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән танышмай”, – тип Мәзүнәнең һөйләнеүен килене: “Твоя мама меня не любит, сына ревнует”, – тип, ғүмер буйы ҡәйнәһенә һалҡын булды. Сабирының бер бөртөк ҡыҙы бәләкәстән йыш ауырыны. Килендәре бала ҡарау һылтауы менән эштән сыҡҡайны, башҡа эшләмәне. Эшләргә ваҡыты ла булманы инде, йә, диңгеҙ климаты кәрәк, тип, йә, Мәскәүҙә йәшәгән әсәйем һағын­ған, тип, гел юлда булды. Ейәнсәре Диананы һирәк күрҙеләр. Шулай ҙа ул баланың ҡайтып күренеүе йортҡа ҡояш нуры өҫтәлгәндәй була торғайны. “Ярай, балалары ҙурайғас, ҡайтырҙар, нигеҙҙе һыуытмаҫтар”, – тип, аталары үлеп киткәнсе өмөт менән йәшәне. Ҡайта алманы шул Сабирҡайы, юл фажиғәһендә һәләк булды. “Әсәй, ҡала уртаһында тиерлек ерҙә өй һалырға урын бирҙеләр, мин билдәле нефтсе бит, Мәскәүгә саҡырып, бөтә кешегә орден бирмәйҙәр”, – тип шатланып йөрөгәйне балаҡайы. Мәзүнә ҡарсыҡ, ауыр көрһөнөп, тағы иҫтәлектәргә сумды…

Күрше бүлмәлә Дианаһы үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә әйбер ташый.


Туҡта, нисек башланды әле һуң ошолай күсенеп йөрөүҙәр? Төпсөгөн һуңғы юлға оҙата ла алманы. Килене: “Хороним здесь, приезжайте”, – тигән фарман ғына ебәрҙе. Фәрите оҙатырға барҙы туғанын. “Әсәй, ярты ҡала оҙатты ҡустымды, бик хөрмәтле кеше булған ул. Ә йәшәгән өйҙәрен күрһәң, беҙҙә иң байҙар ҙа улай йәшәмәй”, – тип һөйләне ҡайтҡас.

– Эй, балаҡайым, бәхет байлыҡта ғына булһа икән. Улы вафат булыуынан ярты йыл үтеүгә башланды ошо ғәрәфәттәр. “Ҡалдырырға кеше юҡ”, – тип, ҙур этен эйәртеп, килене Себерҙән ҡайтып төштө. Ул эт өйҙә генә йәшәй икән, Фәриттәрҙең иң ҙур бүлмәһенә урынлаштылар. Диана институтынан: “Бер йылға “академ” алдым”, – тип һуңыраҡ ҡайтты. Сабирының вафатынан һуң йөрәк өйәнәге йыш борсоған Мәзүнә ҡарсыҡ тәүге көндә үк, аят уҡытып, балаҡайын иҫкә алыр­ға тип, туғандарын йыйҙы. “Неужели вы думаете, что я приехала за вашими платочками? Где наследство деда внучке?” – тип килене ғауға ҡуптарҙы. “Һуң, өй иҫкергәс, урынын һатып, яңы өй һалдыҡ. Әсәй – беҙҙең менән, Сабир менән шулай килештек”, – тип Фәрите аңлатырға маташты, тик ҡайҙа ул…


Ә иртәгәһенә килене бик белдекле төҫ менән һүҙ башланы. “Хәҙер закон буйынса һуғышта ҡатнашҡан ветерандарҙың ҡатындарына фатир бирәләр. Һин, ҡәйнәм, шул фатирҙы Дианаға алып бирәһең, в противном случае, судҡа биреп, Фәрит улыңды өйһөҙ итәм. Бедная сиротиночка атайһыҙ ҡалды и еще без наследства”, – тип илап уҡ ебәрҙе.


– Һуң, нисек инде әсәй фатирһыҙ булһын, ике ҡатлы йортта йәшәйбеҙ, бөтә уңайлығыбыҙ бар. Нисек оялмай фатир һорап йөрөйбөҙ? – Фәрит улы, аптырап, әсәһенә баҡты. Аптыранып, оҙаҡ өндәшмәй торҙо Мәзүнә ҡарсыҡ. Шунан: “Ярай, иртәнсәк һөйләшербеҙ”, – тип бүлмәһенә инеп китте. Төнө буйы күҙенә йоҡо инмәне, күҙен йомһа, йә ҡарты, йә Сабиры төшөнә инде. Ҡарты бик йонсоу, ауырыу күренде, улы, киреһенсә, шат тойолдо. Аңламаҫһың был төштәрҙе… Ветерандарға фатир биреү тураһында күптән ишетеп йөрөй ул, иҫке йорттары урынына яңыны алып, шатланып йәшәгән ҡорҙаштарында ла булып, шатланып ҡайтҡаны бар. Ләкин минең хәл бөтөнләй икенсе бит, шулай ҙа ейәнсәремә бер файҙам да теймәне… Былтыр Әсҡәт ҡорҙашына барып, бик әсенеп ҡайтҡайны. Әбейе үлгәс, ул ишек алдарында яңы йортта йәшәгән улына күсеп сыҡҡайны, бик татыу, күңелле йәшәп ятҡанда ошо фатир биреү мәсьәләһе килеп сыҡты. Әсҡәт ҡоҙа күп уйлап тормай, ҡыҙының ҡыҙына фатирҙы яҙҙырған да ҡайтҡан. Шунан башланды ғауға. Килененең дарҫ-дорҫ баҫып, ашты арлы-бирле һалып биреүенең сәбәбен тәүҙә аңламаны бабай, ә һуңынан….


Хәҙер балалары аралашмай, Еңеү байрамында береһе ҡайтып инһәсе. Бабай ишек алдындағы иҫке йортона киренән күскән. “Юҡ, минең улай талашып йөрөрлөк балаларым юҡ, хөкүмәт биргәс, алып бирәйем”... Мәзүнә ныҡлы ҡарарға килде.


Иң ҡыйыны Фәрит менән һөйләшеү булды. “Әсәй, мин мәктәп директоры булып эшләйем. Уҡыусыларымдың күҙенә нисек күренәйем? Һине фатирҙан фатирға күсереп йөрөтәйемме? Ҡустымдың ҙур өйө, ҡыҙына пенсияһы ҡалды бит”, – тип илап та ҡараны. Тик әбей ныҡ торҙо. Килене тапҡан бер бүлмәле фатирға Дианаһы менән күсеп тә сыҡтылар. Ваҡытлыса күсһә лә, Мәзүнә ҡарсыҡ һандығын ҡалдырманы. Үлемтеккә йыйған кәфенлеген, йыуған кешеләргә тарата торған күлдәклектәрен, яулыҡтарын үҙе менән йөрөтөр булды. Ә иң ҡыйыны яңы урында йоҡлау ине. Ғүмер баҡый ятҡан йомшаҡ түшәген үҙе менән ала алманы. “От пуха у меня аллергия”, – тип ейәнсәре алдыртманы. Диана ни, көнө буйы телефонын тотоп йөрөй, төндә лә ҡулынан төшөрмәй. Ҡайһы саҡ көндәр буйы бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәйҙәр. Тәүҙәрәк ашарға бешереп, Дианаһын көтөп ултыра ине. “Ты не умеешь готовить, все жирное, все не так”, – тигәс, хәҙер бик бешереп тә бармай. Дианаһы кафела туҡлана, күберәк йә пицца, йә ролл алдыртып ашай. Өләс, һин дә аша, ти ҙә ул, тик күңелгә ятмай ул нәмәкәйҙәре. Мәзүнә әбей тағы бер тапҡыр һандығын һыйпап ҡуйҙы. Бабайының йылыһы килгәндәй булды. Иҫенә төштө, бөгөн бабайы төшөнә инде бит. Эй йылмайып ҡулын һуҙа. “Һандығыңды ҡалдырманыңмы?” – тип йылмаясы…


– Өләсәй, поехали, такси ждать не будет. Ты что сидишь? Еще улыбается! Странно…

Диана Мәзүнә ҡарсыҡтың арҡаһынан дер һелкетте. Ҡарсыҡ ултырған еренән шыуып иҙәнгә төштө… Ҡыҙыҡай, аптыранып, телефонға йәбеште:

– Мам, она не дышит…


Диананың асырғанып ҡысҡырыуынан тәҙрә быялалары зыңлап китте…
"Йәшлек".

Читайте нас: