Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2019, 12:30

Хәлдәрегеҙ нисек, төпкөл ауылдар?

Бер ниндәй ҙә производство, социаль объект булмаған бәләкәй ауылды күҙ алдына килтерегеҙ. Әлбиттә, бындай шарттарҙа ниндәй хәлдә лә бары тик үҙең һәм яҡындарың ярҙамына ғына ышанырға мөмкин. Цивилизация булмаған төпкөл ауылдарҙа кешеләр нисек ғүмер итә? Редакциянан задание алғас, беҙ ҡасандыр «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылған бер нисә ауылды йөрөп сығырға булдыҡ.

Билдәле булыуынса, һуңғы тиҫтә йылда ауыл ерендә хәл-торош һиҙелерлек насарая. Кешеләрҙең күбеһе тыуған ерҙәрен ҡалдырып ҡалаға йәшәргә китә. Ауылда, дөйөм алғанда, ҡарт-ҡоро һәм ҡала тормошо сит булған кешеләр генә ҡала. Бындай күренеш Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе ауылдарын, айырыуса, Стәрлебаш-Стәрлетамаҡ трассаһынан бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан Корнеевка ауылын да ситләп үтмәй. Унда юлдар яҡшы торошта. Ауылға боролоу менән МТМ һәм тирмәндең ташландыҡ биналары күҙгә ташлана. Эйе, ҡасандыр гөрләп торған оҫтаханаларҙы һәм халыҡты туйындырған тирмәнде хәҙер ҡарағура һәм ҡар баҫҡан. Ошо күңелһеҙ күренеште ҡыштың аҡ ҡарҙары ҡаплағандай. Ауылға етәрәк йәнле ауыл тормошо күҙгә сағыла. Кемдеңдер урамында мал-тыуар күренә, ҡайһы берҙәре һалам һәм бесән хәстәрләгән. Әммә улар араһында тәҙрәле ҡаҙаҡланған һәм баҡсаһын сүп-сар, ҡар баҫҡан өйҙәр бихисап, бер һуҡмаҡ та юҡ. Ә бит ҡасандыр бында тормош ҡайнаған.

Ауыл биләмәһе хакимиәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Корнеевка ауылында 36 йорт хужалығы иҫәпләнә. Унда 137 кеше йәшәй. Ауыл халҡы, бәләкәй һәм уҡыусы балалары булған бер нисә йәш ғаиләнән башҡа, нигеҙҙә, пенсия йәшендә. Әммә бында балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә юҡ. Уҡыусыларҙы Иҫке Ҡалҡаш мәктәбенә автобус йөрөтә. Ә бына сабыйҙарын балалар баҡсаһына Яңы Ҡалҡаш ауылына йөрөтөү ата-әсәләр өсөн ҙур проблема. Өҫтәүенә, улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Эшкә яраҡлылар ҡалала йәки вахта ысулы менән Себерҙә эшләргә мәжбүр. Бында эре ауыл хужалығы тауар етештереүселәре араһында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Владимир Соболевты атарға мөмкин. 172 гектар һөрөнтө ерҙә, ә былар нигеҙҙә, пайсыларҙан ҡуртымға алынған ерҙәр, ул бөртөклө культуралар үҫтерә. Уның бер нисә эре малы, шул иҫәптән ете һыйыры бар. Бынан тыш, тағы ла бер нисә хужалыҡ мал аҫрай. Йәғни, үҙен ит һәм һөт менән тәьмин итә. Һәр ауыл кешеһенең дә тиерлек баҡсаһы бар, унда улар картуф, һуған, ҡыяр, кишер, ҡабаҡ үҫтерә.

Ул көндө беҙ ауылда йәшәүсе иң өлкән кеше - Мария Анисимовна Кузьменко менән әңгәмәләшергә теләгәйнек, әммә ул өйөндә булманы. Тарасовтарға индек. Иван Петрович бер нисә йыл ауыл старостаһы булып тора. Тормош иптәше Ольга Никитична менән беҙҙең килеүебеҙгә бик шатланып, хәтирәләре менән теләп уртаҡлаштылар. Тыумышы менән ул Потаповка ауылынан, был ауыл хәҙер юҡ. Уларҙың ғаиләһе тәүҙә Михайловкала йәшәй, һуңынан Дмитриевкаға күсенә. Ул ғүмер буйына механизатор булып эшләй. 1953 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы училищеларының береһендә тракторсы-машинист таныҡлығы ала. Шул ваҡытта Киров исемендәге колхоз рәйесе булып эшләгән Иван Анатольевич Ефимович йәш егетте хисапсы итеп эшкә ала. Бер аҙ ваҡыттан, хужалыҡҡа ДТ-54 тракторы ҡайтарылғас, уны Иван Тарасовҡа ышанып тапшыралар. Булдыҡлы һәм егәрле егет үҙенә ышанып тапшырылған эште еренә еткереп һәм хатта арттырып үтәй. Хеҙмәт батырлығы өсөн Иван Петровичтың наградалары бихисап. Улар араһында III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены айырыуса урын биләй. Уны ул Буҙат ауылынан һауынсы Миңлевәли Абайҙуллин менән бергә ала.

Иван Петрович хәтирәләре буйынса, яҡын урынлашҡан ауыл халҡы Киров исемендәге колхозда берҙәм эшләй. Бында фермалар, тирмән, МТМ булған. Балалар ҙа ошо ауылда уҡыған. Ольга Никитична менән улар 1955 йылда ғаилә ҡора. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғаиләлә тыныслыҡ булғанда байлыҡ та кәрәкмәй, тиҙәр халыҡта. Улар иренең әсәһе Аксинья Ерофеевна менән утыҙ йылдан ашыу бергә ғүмер итә. Ул балалар тәрбиәләшергә ярҙамлаша, улы һәм килененә терәк-таяныс була. 97 йәшкә етә. Бөгөнгө көндә Тарасовтар үҙҙәре ейәндәре һәм бүләләре өсөн бәхетле өләсәй һәм олатай.

Әйткәндәй, Корнеевка ауылына Тарасовтар 31 йыл элек, 1988 йылда күсенә. Һәйбәт кадрҙар һәр ваҡыт юғары баһалана. Район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, ә һуңынан «Рощинский» совхозы директоры Р.А.Вахитов Тарасовтың тырышлығын һәм эшһөйәрлеген күреп, уны үҙенә эшкә саҡыра. Шул ваҡытта был совхоз һәйбәт эш хаҡы, хеҙмәткәрҙәргә фатир һәм өйҙәр бүлеү менән дан тота. Шул ауылға күсенергә йыйынып йөрөгәндә Киров исемендәге колхоз рәйесе Дмитрий Иванович Коваленко уларға Корнеевка ауылында фатир бирә. Шул мәлдән бында төпләнәләр ҙә.

Өйҙәре йылы һәм уңайлы. Бер нисә йыл уларзәңгәр яғыулыҡтан файҙалана. Өй шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Йәйен ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Улар бер нимәгә лә зарланмай.

- Бында беҙҙе хөрмәт итәләр. Аллаһы Тәғәлә беҙгә иҫәнлек бирһен. Балалар яҡында ғына, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй һәм йыш ҡунаҡҡа ҡайта. Һәр нимәлә лә ярҙам итәләр. Бер нисә йыл беҙҙә медицина хеҙмәткәре булманы, ә ике йыл элек беҙгә фельдшер килде. Беҙ уның эшенән ҡәнәғәт. Уға ҙур рәхмәт, - ти Тарасовтар.

Социаль объекттарҙан бында дүрт ауылға бер медпункт бар. Медицина колледжын ике йыл элек тамамлаусы Диана Мәмбәтҡолова Байым ауылынан. Бынан ул көн һайын Корнеевка ауылына үҙ машинаһында бара. Төшкә тиклем сирлеләрҙе ҡабул итә. Ә көндөң икенсе яртыһында үҙе өйҙәргә барып кешеләр хәлен белә. Ауыл халҡы уның эшенән ҡәнәғәт. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер декрет ялында. Һәм ауыл халҡы бында кемдер эшкә килергә ризалашҡансы йәнә медикһыҙ ҡаласаҡ. Хат ташыусы, ауыл Советы депутаты Гүзәл Бовбель ошо ауылдар халҡына гәзит-журналдар килтерә. Көнкүреш тауарҙарын аҙнаһына ике тапҡыр үҙ машинаһында Стәрлебаш ауылынан шәхси эшҡыуар Фирҙәүес Хөсәйенова алып килә. Балаларҙы мәктәпкә автобустарҙа Иҫке Ҡалҡаш ауылына йөрөтәләр. Уҙған йыл уларға Берҙәм Рәсәй партияһының «Ысын эштәр» программаһы буйынса Корнеевка ауылында туҡталыш павильоны төҙөйҙәр һәм хәҙер балаларға ел-ямғырҙан ышыҡланыр урын бар.

Йәйен бында тормош ҡайнай, ауыл йәмләнә. Ҡаланан атай йортона балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм ошонда тыуып үҫкәндәр ял итергә, саф һауа һуларға ҡайта. Шулай уҡ ауыл ситендә балыҡ тоторлоҡ быуа бар. Ә тәбиғәт иҫ китмәле матур.

Бынан Чегодаевка ауылына ла йыраҡ түгел, унда 23 йортта 62 кеше йәшәй. Ауыл халҡы, нигеҙҙә, пенсия йәшендә. Беҙ Виталий Потапов менән осраштыҡ. Ул тыумышы менән ошо ерҙән. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң урындағы колхозға эшкә урынлаша. Һөт ташыу машинаһы водителе була. Ғаилә ҡорғас уларға өй бирәләр. Тормош иптәше Тамар Петровна менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр, уларҙың икеһе Корнеевка ауылында төпләнгән.

Виталий Федорович һүҙҙәре буйынса, газ юҡлыҡтан (ауылға газ инмәгән), улар мейескә утын яға. Өйҙө электр менән йылытыуға күсереп була, әлбиттә. Өс йыл элек алмаштырылған барлыҡ электр линиялары тотҡарлыҡһыҙ эшләй тиергә мөмкин. Әммә улар шулай ҙа мейес менән йылытыуҙы хуп күрә. Өйҙә былай уңайлыраҡ һәм йылыраҡ. Ашарға бешереү өсөн шыйыҡландырырған газды Первомайский ауылынан килтерәләр. Хужалыҡта ваҡ мал һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар.

- Ә ҡышын, ҡар күп булғанда, нисек йөрөйһөгөҙ?

- Был уңайҙан проблемалар юҡ. Беҙҙә юлдар район әһәмиәтендәге трасса тип иҫәпләнә һәм көн һайын тиерлек ҡарҙан таҙартыла. Шуға күрә йәйен дә, ҡышын да район үҙәгенә лә, ҡалаға ла иркенләп йөрөйбөҙ, - тип йылмая Виталий Федорович.

Покровка ауылында әлеге ваҡытта 12 кеше йәшәй. Хужалыҡтар һаны туғыҙ. Әммә ҡышын бында өс йортта ғына йәшәргә ҡалалар. Ауылда йәшәүсе өлкән кешеләрҙең береһе, ауыл старостаһы Таисия Сергеевна Крючкова сәләмәтлеге буйынса ике ҡышты Салауат ҡалаһында үткәргән. Уға 75 йәш тулған. Тыумышы менән ул Корнеевка ауылынан. Покровка егетенә кейәүгә сыҡҡас бында өй һалып сығалар, балалар тәрбиәләп үҫтерәләр, уларҙың хәҙер үҙ ғаиләһе бар. Тормош иптәше Николай Семенович бер нисә йыл элек мәрхүм була. шунан бирле Таисия Сергеевна бер үҙе йәшәй.

- Яҙмышҡа зарланмайым. Тирә-яғымда һәр саҡ яҡшы кешеләр генә булды. Йәйен мөмкин тиклем баҡсала эшләйбеҙ, ял итергә ҡайтҡан күршеләр менән аралашабыҙ. Беҙ элекке социаль хеҙмәткәр Әлфиә Ташбулатовға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Хәҙер ул хаҡлы ялда булһа ла мөмкинлек булғанда беҙгә ярҙам итеп тора. Беҙ уға шул тиклем өйрәндек, ул яҡын кешебеҙгә әүерелде, - ти Таисия Сергеевна. - Йәнәшәлә аңлай белгән, ярҙамсыл кешеләр булғанда йәшәүе еңелерәк.

Бында ҡышҡылыҡҡа өс ғаилә ҡалһа ла, ауылда, цивилизация юҡ тип әйтеп булмай. Газ үткән. Ике йыл элек юлдарҙы төҙөкләндереү, уларға ҡырсынташ түшәү менән шөғөлләнә башлағандар. Ауыл биләмәһе хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, шәхси төҙөлөшкә 23 участка рәсмиләштерелгән. Шуларҙың дүртендә төҙөлөш эштәре башланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ командировкаға барған көндө Дмитриевка ауылынан Айҙар Гутов менән осраша алманыҡ. Бөгөнгө көндә ауылда бер кем дә теркәлмәгән. Гутовтар ғаиләһе йәйен бында ҡайтып, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ваҡыт үтеү менән был ауылда ла тормош ҡайнар тигән өмөт бар, сөнки бында биш ғаилә шәхси төҙөлөш өсөн участка алған.

Ауыл биләмәһе башлығы Фәүҡәт Ҡотлошин һүҙҙәре буйынса, ошо дүрт ауылда төҙөлөштө киңәйтеү өсөн генераль пландар бар, улар БР Хөкүмәтенең Премьер-министры тарафынан раҫланған. Билдәләүебеҙсә, Покровка ауылында юл төҙөй башлағандар. Өй төҙөү өсөн бүленгән участкалар үҙ хужаларын тапҡан. Участка һатып алыусылар күп. Сөнки бында ҡалалар һәм район үҙәге менән тоташтырған автомобиль трассаһы үтә, тәбиғәте лә гүзәл. Вәкәләтле органдар ҙа, ауыл халҡы ла ата-бабаларының изге традицияларын һәм тыуған еренә һөйөүҙе һаҡлап ҡалырға тырыша. Уларҙың өмөттәре аҡланыр һәм бер нисә йылдан бында тормош йәнә ҡайнай башлар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ

фотолары.
Читайте нас: