Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2019, 13:04

Йөҙйәшәр инәйгә ҡотлауҙар

Беҙҙең районда йөҙйәшәрҙәргә хөрмәт күрһәтеү кеүек изге традиция бар, сөнки тап уларға революциянан һуңғы ауыр йылдарҙа йәшәргә, коллективлаштырыуҙың һәм Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ михнәттәрен дә үҙ иңдәрендә татырға, илде тергеҙергә тура килә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт аяуһыҙ, һәм уларҙың күптәре беҙҙең арала хәҙер юҡ – фронтовиктар, уларҙың ауыр хеҙмәт менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан тол ҡатындары йылдан йыл аҙая бара.

Бөгөнгө көндә район хакимиәте ветерандарға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтә, көнүҙәк проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итә. Һәм бына яңы йыл алдынан район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров Стәрлебаш ауылынан үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән йөҙйәшәр Хәйрәт инәй Арыҫланованы ҡотланы.

Фәнүр Зөфәр улы юбилярға сәскә гөлләмәһе, рәхмәт һүҙҙәре менән бергә Рәсәй Президенты В.В.Путин исеменән Ҡотлау хаты, шулай уҡ иҫтәлекле бүләк һәм күстәнәс тапшырҙы. Бәхетле һәм ҡәнәғәт инәй, үҙ сиратында, ҡунаҡтарға иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтеп, уларҙы өҫтәл артына сәй эсергә саҡырҙы.

Осрашыу ихлас аралашыу менән тамамланды. Был көн барыһының да хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.


Гөлдәр ҒӘФИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: