Ике йылдан өлкән ағаһы Йыһанур ата-әсәһе ризалығы менән уның яҙмышында ҡырҡа үҙгәреш яһарға тәҡдим итә. Үҙе ул Салауат ҡалаһында йәшәй, энергетик булып эшләй.
- Ҡалаға күсен, - ти Йыһанур. - Эш табырбыҙ.
Ғәлинур минераль мамыҡ изделиелар заводына эшкә урынлаша. Дөйөм ятаҡта йәшәй башлай.
- Әйҙә, артабан уҡы, - ти бер ваҡыт ағаһы. - Атай менән әсәй ҙә шулай ти.
- Эйе, мин дә уйлап торам, - ти Ғәлинур. Әлбиттә кәрәк. Индустриаль техникумдың киске бүлегенә уҡырға инергә ҡарар итә.
Был күпме түҙемлек талап итә! Эштән арып ҡайтаһың да, бер сәғәттән уҡырға барырға. Һәм дүрт йыл шулай дауам итә.
Шул осорҙа туй ҙа яһайҙар. Уның тормош иптәше Ейәнсура районы һылыуы Ғәлиә була.
1973 йылда техник-механик дипломын ҡулына алғас, Ғәлинурҙы тыуған яҡтары нығыраҡ тарта башлай.
- Улай булғас, әйҙә, күсенәйек, - ти Ғәлиә.
Эшкә ҡайҙа барырға? Әлбиттә, «Сельхозхимия» берләшмәһенә. Идарасы Михаил Шишков бындай белгескә бик шатлана.
- Әйҙә, урынлаш. Һинең атайың абруйлы кеше булды, һинең дә шулай булырыңа ышанам.
Йәштәргә ике ҡатлы йорттан фатир бирәләр. Алға китеп шуны әйтәм, һуңынан Булатовтар үҙҙәре иркен йорт һалып сыға.
Ғәлинур инженер вазифаһын биләй. Ҙур оҫтаханаға мөдирлек итә, унда колхоз тракторҙары ремонтлана. Малсылыҡ фермаларын механикалаштырыу менән шөғөлләнгән линия-монтаж участкаһына етәкселек итә.
Ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай.
1993 йылда уны бер ваҡыт район хакимиәтенә саҡырталар. Стәрлебаш ауыл биләмәһе етәксеһе итеп күрһәтергә уйлайҙар, тиҙәр. Бик көтөлмәгән яңылыҡ була. Әммә Ғәлинур ең һыҙғанып эшкә тотона. Килеп тыуған мәсьәләләргә ентекле төшөнөргә тырыша. Килеүселәр менән иғтибарлы һәм ихлас аралаша. Уны яҡшы яҡтан баһалайҙар. Барыһы ла һәйбәт була. Ә ике йылдан район етәкселеге уға «Искра» колхозы рәйесе итеп тәҡдим итеүҙәре тураһында хәбәр итә. Был яҙмыш һынауына оҡшаш була. Артабан да бындай һынауҙар Булатовтың ғүмерендә бихисап була. Ә ул һәр ерҙә лә лайыҡлы эшләүен дауам итә.
«Искра» колхозының етештереү күрһәткестәре ул ваҡытта бик шәптән булмай. Хужалыҡ бәләкәй түгел. Өс бригада. Һәр береһендә һөтсөлөк фермаһы. Киң баҫыу майҙандары. Хәлде нисек яҡшыртырға? Рәйес ошо хаҡта бик күп уйлана. Таң һарыһынан Тормай ауылына тиклем барыу ҙа еңел түгел.
Бер ваҡыт белгестәр менән әңгәмәләшкәндә Ғәлинур Фәйез улы былай ти:
- Ҡыйынлыҡтар, әлбиттә, бик күп. Әммә мин уларҙы һанай башлаһам бер кемгә лә еңел булмаҫ. Әйҙәгеҙ, бергәләп эшкә ныҡлы тотонайыҡ.
Иҡтисадсы Ғибәҙулла Бакиров:
- Үҙегеҙҙең урынбаҫарығыҙ итеп Леонид Макаровты алығыҙ. Бик шәп йәш егет, - тип кәңәш итә.
Ә Леонид үҙе бер нисә айҙан:
- Күптәр, Ғәлинур ағай, Һеҙҙең ниндәй ауыр хәлдә лә көслө ихтыярлы һәм тыныс булыуығыҙға ғәжәпләнә. Һеҙҙең абруйығыҙ арта. Был юлы ла тап шулай, - тип билдәләй.
Һәм агроном Рөстәм Ҡорамшин, зоотехник Сөләймән Кәримов, ветеринар табип Йәүҙәт Ғүмәров, бригадирҙар Вәғиз Нәҙершин, Исаак Каратаевтар һәм башҡалар ҡанатланып, дәртләнеп эшкә тотонғандарын әле лә яҡшы хәтерләйҙәр.
Тәтербаш бригадаһында бер ваҡыт механизаторҙарҙың береһе йылы ғына һаулыҡ һорашып:
- Ағай, Һеҙгә ихлас күңелле булғанығыҙ, йәшәйешебеҙ, менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Төрлө хәл-шарттар арҡаһында барыһын да башҡарып та еткермәйбеҙҙер, бәлки, әммә иғтибарығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡәҙерле, - ти.
- Минән башҡа кем ҡыҙыҡһынһын, - тип ғәжәпләнә Булатов.
1997 йылда Мортаҙа һөтсөлөк фермаһында һәр һыйырҙан уртаса һауым 820 килограмға арта. Мөдир Рәхимйән Атанғолов үҙе лә аптырап:
- Бына һиңә кәрәк булһа! - ти ғәжәпләнеп.
Бында ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Марат Ғәлиев килә. Ҡыҙыҡһына. Ә һауынсылар Светлана Собханғолова, Мәүсилә Сәғитова һәм башҡалар:
- Беҙҙең рәйес бик шәп һәм белемле кеше. Фермаға иғтибарҙы арттыра, - тиҙәр.
Йәнәшәлә торған Ғәлинур Фәйез улы бер аҙ уңайһыҙланып ситкәрәк китә.
Башҡа участкаларҙа ла эштәр күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Хужалыҡ төҙөлөш менән уңышлы шөғөлләнә. Һәм шуны билдәләргә кәрәк, етештереү менән бер рәттән социаль тәғәйенләнештәге объекттар һалына, реконструкциялана, ремонтлана.
Халҡы ялға сыҡҡан колхозсыларға айырыуса иғтибар бүләләр. Ҡиммәтле бүләктәр тапшырала. Ә иң яҡшы водитель Ғәли Ҡаранаев хаҡлы ялға йөк машинаһы, механизатор Николай Никифоров - тәгәрмәсле трактор менән сыға.
Әлеге хужалыҡҡа (ул хужалыҡ тип атала башлай) Булатов ете йыл етәкселек итә. Колхозсыларҙың уны ебәргеһе килмәй. Шуларҙың береһе:
- Һеҙ, Ғәлинур ағай, һуңғы ҡырҡ йылда иң яҡшы рәйес булдығыҙ, - ти.
Булатов ауыл хужалығы район идаралығына баш инженер булып күсә. Ә 2004 йылда тағы ла үҙгәреш була. Уға Салауат исемендәге хужалыҡты етәкләргә тәҡдим итәләр. Уға ул ваҡытта 55 йәш була, сәләмәтлеге лә ҡаҡшаған. Ә хужалыҡтың хәле шәптән түгел. Һәм етәксегә йәнә күп көс һәм тырышлыҡ һалырға тура килә.
Әммә шулай ҙа үҙгәрештәрҙе еңеп сығалар. Әкренләп эштәр яйға һалына.
2006 йылдың ғинуарында хужалыҡҡа «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе килә. Шул саҡта рәйес менән әңгәмәгә зоотехник Илдар Мусин да ҡушыла.
- Малсылар хатта байрамда ла ең һыҙғанып эшләй, - ти ул, Яңы йыл байрамдары тураһында. – Беренсе ғинуарҙа ете һауынсы ла эш урындарында була. Беҙ бер ниндәйр тайпылышһыҙ эшләйбеҙ. Мал ҡараусылар ҙа ваҡытында эшкә килде. Был көндө иртән һәүкәштәр (әллә байрам хөрмәтенәме?) үткән көнгә ҡарағанда һөттө күберәк бирҙе хатта. Мал ҡышлатыу имен шарттарҙа дауам итә. Мал аҙығы ла етерлек күләмдә әҙерләнде. Көрпә, төпрә, патока ҡушылған иген фуражы ҡатнашмаһын әҙерләүҙе ойошторҙоҡ. Шулай һөҙөмтәлерәк.
Ә рәйес журналисты уҙған йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы. Һәр һыйырҙан 3420 кг һөт һауып алынған - 540 килограмға артҡан. Һауынсылар араһында Эльвира Сәфәрғәлиева һәм Фәниә Сәфәрғәлиевалар лидерҙар иҫәбендә. Әммә, һөҙөмтәләрҙе артабан да арттырырға уйлайбыҙ, тине Ғәлинур Фәйез улы. Тоҡомло таналар үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнәбеҙ. Һауын һыйырҙарын яҡшыртырға кәрәк. Үгеҙҙәрҙе һимертеү алып барыла. Ибраҡай һөтсөлөк фермаһында һәйбәт йәйге лагерь төҙөнөк, унда, әйткәндәй, малсылыҡ мәсьәләләре буйынса республика семинары үтте. Булатов икенсе мөһим тармаҡ - үҫемлекселек тураһында ла һөйләне. Яңылыҡтар индерәләр. Бөртөклө культураларҙың, көнбағыштың элиталы орлоҡтарын һатып алалар. Пландарында – яңы иген таҙартыу машиналары һатып алыу, күп йыллыҡ үләндәр, шул иҫәптән кәзә үләне сәсеүлектәрен арттырыу.
Һәм улар ауыл хужалығында бихисап ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килгән мәлдә лә шундай юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
Сәсеү мәле етә. Уға әүҙем тотоналар. Бына Марат Насиров күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмата.
- Нисек уйлайһың, һәйбәт итеп күтәрелерҙәрме, - тип һорай унан район ауыл хужалығы идаралығынан килгән белгес.
- Ә һеҙ күстерә үләне сәскә атҡас, июнь аҙағында килегеҙ, беҙ уны шул саҡта саба башлаясаҡбыҙ. Бына шунда күрерһегеҙ, - тип яуаплай Марат.
Хужалыҡта сәсеү эштәрен һәйбәт тамамлайҙар. Һәм оҙаҡламай ерҙә ялан батырҙарының тырыш хеҙмәте – мул уңыш алыуға ҙур өмөттәр бағлап, тигеҙ һәм дәррәү шытымдар күҙ яуын алырҙай итеп ҡалҡа башлай.
Сабыр, һәр саҡ тыныс, тырыш Булатовты был хужалыҡта ла үҙ итәләр. Һәм райондың вазифалы кешеләре уны Мәләүез һөт заводының Стәрлебаш участкаһына директор итеп күсергәс бик борсолалар. Нимәлер һиҙенгәндәй Ғәлинур Фәйез улының унда барғыһы килмәй. Әммә һайланып тороп булмай – пенсия йәше етеп килә. Артабан уға, саф күңелле намыҫлы кешегә, бындағы етешһеҙлектәрҙе яғалар. Бик ныҡ борсола, әммә был һынауҙы ла ул лайыҡлы еңеп сыға.
9 ғинуарҙа уға 70 йәш тулды. Шундай юғары бейеклектән нисек инде йәшәлгән тормош юлыңа байҡау яһамайһың. Тәү сиратта, уның хәтерендә нимә нығыраҡ уйылып ҡалған? Әйтеүе ауыр. Әле береһе, әле икенсеһе күҙ алдына килеп баҫа. Мәҫәлән, уның хеҙмәт юлы башланған шул токарь цехын нисек хәтерләмәйһең. Башҡа мөһим мәлдәр ҙә хәтерҙә. Әгәр барыһын да берләштерһәң, выждан ҡушыуы буйынса йәшәй һәм һәр ерҙә лә лайыҡлы хеҙмәт итә, намыҫына тап төшөрмәй, тип әйтергә мөмкин. Өй архивында Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бер нисә Маҡтау грамотаһы бар. Ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрә. Тормош иптәше Ғәлиә Кинйәбай ҡыҙы 27 йыл Первомайский ауылында почта бүлексәһе начальнигы булып эшләне. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, барыһы ла юғары белемле.
Юбилей көнөндә уға районда уның бик дәрәжәле кешеләрҙең береһе булыуын әйтәләр. Аҙ һүҙле Ғәлинур Фәйез улы шул саҡта йылмайып, бик ҡыҫҡа ғына:
- Ярай инде, арттырмағыҙ, - ти.
Һәр ваҡыттағыса, уның тыйнаҡлығы күренә.