Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2019, 13:10

Район үҙәгенә күңелле сәйәхәт

Декабрь айының иң һыуыҡ көнө лә яҡшыны файҙалы менән берләштерһәң йылынғандай кеүек. Әмир урта һәм Хәлекәй башланғыс мәктәптәре уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни-күңел асыу саралары менән бер рәттән район тыуған яҡты өйрәнеү музейына барыу ойошторолдо. Был экскурсия өс - Әмир, Хәлекәй, Ҡарағош ауылдары балаларын берләштерҙе. Бындай хөрмәткә уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләр күрһәткән, конкурста һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡандар лайыҡ булды.

Балалар күп булыуға ҡарамаҫтан, музейҙа тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Бөтә залды ла беҙ бер тында ҡарап сыҡтыҡ. Зөлхизә Әсәҙуллинаның ҡыҙыҡлы, эстәлекле һөйләүе балаларҙы шул тиклем мауыҡтырҙы, хатта улар уға бихисап һорауҙар ҙа бирҙе. Һәр ҡайһыһының экспонаттарҙы тотоп ҡарағыһы килде, уҡыусыларҙың күңелендә халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн ғорурлыҡ хисе уянды. Улар Стәрлебаш районынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең биографияһы менән танышты, улар араһында ауылдаштарын таныны. Уҡыусылар, уҡытыусылар алған барлыҡ мәғлүмәт юғары баһаға эйә, сөнки заманса этапта мәктәп алдында беҙҙең территорияла йәшәгән халыҡтың рухи мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу бурысы тора. Ошоға бәйле, дәрестәрҙең бер этабында уҡыусылар үҙ төбәгенең милли-мәҙәни үҙенсәлеге менән танышырға тейеш.

Экскурсия аҙағында балалар музей хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп, уны яңы экспонаттар менән тулыландырыуҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Артабан «Ынйы» сауҙа үҙәге янында урынлашҡан боҙ ҡаласығында шыуғалаҡтарҙан шыуҙы, был уларға дәрт, яҡшы кәйеф өҫтәне. Экскурсия сәй эсеү менән тамамланды

Яңы йыл байрамы алдынан Хәлекәй ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Баһауетдинов һәм Әмир урта мәктәбе директоры Рәдис Туҡтаров тарафынан ойошторолған сара балалар өсөн ҙур бүләк булды. Уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар исеменән уларға ҙур рәхмәт әйтке, сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләге килә.Гөлнара САДИҠОВА, Әмир урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.


Читайте нас: