Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Декабрь 2018, 12:01

Йөҙө күркәм, күңеле саф

Стәрлебаш ауылынан Хәйрәт Нуриәхмәт ҡыҙы Арыҫланованы юбилейы менән беҙҙең гәзиттең штаттан тыш хәбәрсебеҙ ҡотланы.Бына ул район үҙәгенең Мәжит Ғафури урамында урынлашҡан ҙур, матур йорт. Өй эсендә һәр ерҙә тәртип. Хужабикә Фәриҙә:- Үтегеҙ-үтегеҙ, - тине ҡунаҡсыл ҡаршылап. Икенсе бүлмәнән шәп кенә атлап оло йәштәге бер ҡатын сыҡты.- Шунан, йөҙйәшәр инәй ҡайҙа, - тип һорайым Фәриҙәнән.- Бына ул.«90 йәш тип тә әйтмәҫһең», - тип ғәжәпләндем мин һәм юбилярҙы сәләмләнем. Телефон шылтыраны.- Көтөп тор, ҡыҙым, үҙем алам, - тине лә Хәйрәт инәй, тиҙ генә аппаратҡа йүнәлде. Ул әле бик яҡшы ишетә икән.- Фәриҙә, өҫтәл әҙерлә, ҡунаҡты саҡыр, - ти һуңынан инәй.- Бөтөн әйбер әҙер, рәхим итегеҙ, - тине ҡыҙы. - Ултырығыҙ.- Икмәк алығыҙ, - ти Хәйрәт инәй. - Фәриҙә үҙе һалды. Был эште бергә эшләйбеҙ тиһәң дә була. Аҙаҡтан, ғәҙәттәгесә - сәй эсәбеҙ. Инәй миңә еләк ҡайнатмаһын яҡыныраҡ ҡуйҙы. - Ауыҙ итеп ҡара. Үҙем әҙерләнем. Еләкте лә үҙем йыйҙым. - Ҡайҙан йыйҙығыҙ?- Баҡсанан түгел инде, яландан.Инәй бер аҙ тулҡынланып алһа ла, күҙҙәре йәнләнеп китте. Күңеле лә күтәрелде. Ә ваҡытында уға күпме ауырлыҡтар, һынауҙар аша үтергә тура килгән.

1942 йыл көҙгө көндәрҙең береһендә уларға Ямғырсы бригадаһы бригадиры килеп инә.

- Иртәгә, бәлки, ҡыҙығыҙ фермаға эшкә сығыр? - ти ул ғаилә башлығы Нуриәхмәт Йосоповҡа. - Һарыҡ көтөүсеһенә ярҙамсы кәрәк.

- Нимә тип әйтергә лә белмәйем, - тип яуап бирә Нуриәхмәт. - Минең аңлауымса, бында беҙҙең ризалыҡ кәрәкмәйҙер ҙә инде. Заманалар шундай бит.

Иртәгеһе көнөнә үҫмер ҡыҙ Хәйрәт таң менән эшкә йыйынғанда илап ебәрә.

- Артыҡ борсолма, - тип ҡосаҡлап ала уны әсәһе Шәмсибанат. - Ни эшләйһең инде.

Ҡот осҡос аслыҡ. Үлән ашап тамаҡ ялғайҙар. Һыуыҡ та үҙәккә үтә. Өҫкә кейергә йылы кейем юҡ. Ошондай шарттарҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар нисек колхоз эшен алып барҙы икән? Һуңынан, байтаҡ йылдар үткәс кенә, шундай ауыр шарттарҙа үҙҙәренең нисек иҫән ҡалыуҙарына ғәжәпләнә улар. Ә ул саҡта эштән әлһерәп ҡайтып йығылалар ҙа, тороп - йәнә эшкә сабалар.

Йосоповтарҙың Нурлығаян менән Ғәйетғәли исемле улдары фронтта һәләк була. 1944 йылда өсөнсө улдары - Иршатты ла армияға алалар. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. 1949 йылда ҡайта. Ә Хәйрәтте Шахтау ҡасабаһына эшкә ебәрәләр. Уға ул саҡта 16 йәш була. Йөк тейәүсе булып эшләй.

- Ҡыҙҙар, иңегеҙгә күпме ауырлыҡ төшә, - ти бригадир Бибинур уларҙы йәлләп. - Әммә, барыбер бирешмәйһегеҙ. Афарин!

Ике йылдан тыуған Ямғырсы ауылына ҡайта. Оҙаҡламай ауыл Советына саҡырталар. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙға, шул иҫәптән уға ла, Молотов өлкәһенә (хәҙер - Пермь өлкәһе) ағас ҡырҡырға барырға тип хәбәр итәләр.

- Бында бер ни ҙә эшләп булмай, разнарядка шулай, - ти ауыл Советы рәйесе Сөнәғәт Арыҫланов.

Тубыҡҡа тиклем ҡарға батып эшләйҙәр. Ҡыҙҙар ҡарағай ағастарҙы шпал, бағаналарға ҡырҡалар. Шулай уҡ ағас ботаҡтарын да йыйып яндыралар.

Бер мәл дөрләп янған утта Хәйрәттең киптерергә элеп ҡуйған фуфайкаһы яна. Алмаш кейем, әлбиттә, юҡ. Ни эшләргә? Тышта ҡаты һыуыҡ. Шул ваҡыт ҡыҙҙың янына бригадир Алексей килеп:

- Бына минекен ал, - ти. - Ә мин берәй әмәлен табырмын. Артабан бик һаҡ бул.

Миҙгел тамамлана. Яҙын Ямғырсы һәм Гөлөм ҡыҙҙары поезд менән Стәрлетамаҡҡа килеп төшәләр. Бынан ауылға тиклем яҡынса 80 километр. Нисек булһа ла ҡайтырға кәрәк. Йонсоған ҡыҙҙарға был араны йәйәүләп ҡайтырға еңел түгел, әммә нимә эшләйһең? Башҡаларҙан өлкәнерәк Гөлсөм Абайҙуллина ҡыҙҙарҙы дәртләндерергә тырыша.

- Танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Берәй ауылда һарайҙа булһа ла төндө үткәрербеҙ, - ти.

Һәм Хәйрәтҡа ҡарап:

- Бына ҡайтҡас та һине ағайыма димләйәсәкмен. Ул, беләһеңме, ниндәй матур!

- Ә ниңә мине түгел, - тип шаяртып һорай Фәниә.

- Йәки мине, - тип өҫтәй Әсмә.

- Улай булғас йәрәбә һалырға ла тура килер инде.

- Миңә иртәрәк әле, - тип яуап бирә Хәйрәт.

- Ярай, үҙегеҙ ҡарағыҙ...

Ҡайтҡас колхозда хеҙмәт көндәре башлана.

Ә ике йылдан күрше Түбәнге Гөлөм утарынан алты йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡан Фәтҡулла Арыҫланов ҡыҙға ғашиҡ була. Егет тә ҡыҙҙың күңеленә ята. Туй үткәрәләр. Хәйрәт Гөлөм бригадаһында эш башлай.

Ун йыл үткәс ғаиләлә кәңәшләшкәндән һуң, Фәтҡулла:

- Ямғырсы ауылына күсенәбеҙ, - тигән төплө ҡарарға килә.

Урын һайлап, өйҙө күсереп ултырталар. Фәтҡулла мыҡты кәүҙәле, дәртле ир-егет була. Һуңынан яңы өй һалып сығалар. Бының менән генә туҡтап ҡалмай. 70-се йылдарҙа Бөрйән районынан ҡарағай бура алып ҡайта. Тағы ла күркәмерәк, иркенерәк йорт килеп сыға. Әммә уның ғүмере генә ҡыҫҡа була. Атай нигеҙендә хәҙер улы Рәмил йәшәй. Ул Башҡортостан аграр университетын тамамлаған. Фермерлыҡ менән шөғөлләнә.

Әммә, әйҙәгеҙ, бер аҙ үткәндәргә ҡайтайыҡ. Хәйрәт колхозда төрлө эштәр башҡара. 1962 йылда зоотехник уның менән әңгәмә ҡора:

- Фермала бер төркөм һыйыр һауынсыһыҙ ҡалды, - ти ул. - Нимә эшләргә белмәйем. Башҡаларға бүлеп биреп булмай, бөтәһенең дә эше етерлек. Бәлки, һин алырһың.

- Уйларға ваҡыт бир, - ти Хәйрәт.

- Ярар.

Һөҙөмтәлә, ул ризалаша.

Бер нисә айҙан шул уҡ зоотехникка:

- Былай булмай. Төркөмдө яңыртырға кәрәк, - ти.

- Әйҙә, эшкә тотон. Таналар бар. Мин үҙем дә тәҡдим итергә йөрөй инем.

Хәйрәт ныҡлы тотона. Төркөмдәге һыйырҙарҙың 80 процентын тиерлек яңырта. Таналарҙы һауырға өйрәтеүҙең ниндәй ауыр эш икәнен һөйләп торорға түгел. Әммә ике йылдан төркөмдәге һыйырҙарҙың продуктлылығы буйынса Хәйрәт колхоз буйынса өсөнсө урынға сыға. Һуңынан алдынғылар иҫәбенә лә инә.

- Беҙ ниндәй түҙемле, - тип әхирәттәренең береһе Мәрйәм. - Көнөнә өс тапҡыр һауабыҙ. Иртән сәғәт биштә фермаға барабыҙ. Төш тә, кисен дә йәнә барырға. Һәм барған һайын ҡул менән ун һигеҙ йыйыр һауырға кәрәк. Беҙҙең бармаҡтар тимерҙән эшләнгәнме әллә?

- Шулайҙыр инде, - ти Хәйрәт. - Ә тағы күпме биҙрә һөттө ташырға, һыйырҙарҙың аҫтын таҙартырға, яҙын һәм көҙөн итектәрҙә бысраҡ кисеп йөрөргә кәрәк бит.

- Ә өйҙә балалар ҙа бар, - тип өҫтәй әхирәте. - Уларҙы ла тәрбиәләп ҡарарға кәрәк. Өйҙәге эш, мәшәҡәттәр ҙә етерлек.

Мал ҡараусыларҙың береһе шул саҡ:

- Бындай ҡатындарға һәйкәл ҡуйырға кәрәк, - ти.

1972 йылдың февралендә «Урал» колхозының баш зоотехнигы Фәрит Ибраһимов йылмайып:

- Һин беҙҙең хужалыҡтан райондың Хеҙмәт даны китабына индерелдең. Рәйес үҙе лә был турала әйтер, әммә мин беренсе булып хәбәр итергә булдым.

Бер аҙ тын торғандан һуң, Фәрит Шәрифулла улы:

- Унда тағы кем барын беләһеңме? Һинең ағайың Иршат, - ти.

Иршат шул ваҡытта бик яҡшы механизатор була.

Хәйрәт Арыҫланованың портреты «Райондың иң яҡшы кешеләре» стендында эленеп тора. Уны «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.

1978 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Хәйрәт Нуриәхмәт ҡыҙы колхозда иң яҡшы өс һауынсы иҫәбендә, шул иҫәптән, күп тапҡыр беренсе урында була.

Тормош иптәше менән биш баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр. Фәриҙә район үҙәгендә бухгалтер булып эшләй. Рәмилә һәм Рәйләнең дә шундай уҡ белгеслек. Миәкә районында йәшәйҙәр. Баҡый ауылында йәшәгән Фәймә йыл ярым элек ҡапыл вафат була. Бәләкәйҙәре тураһында әйткәйнек инде.

- Ун өс йыл элек Фәриҙәнең ире вафат була. Балаларының - үҙ ғаиләләре. Хәйрәт инәй улының ғаиләһе менән бик һәйбәт йәшәһә лә өлкән ҡыҙына күсенергә ҡарар итә.

Инәйҙең һеңлеһе Гөлйөҙөм менән ире Ҡадир уларҙа йыш ҡунаҡ. Улар ҙа Стәрлебашта йәшәй. Ҡадирға 85 йәш, шуға ҡарамаҫтан, машинала йөрөй. Бына быйыл июль айында ла килгәнендә:

- Хәйрәт апай, йыйын, киттек, - ти.

- Ҡайҙа?

- Еләккә. Бер яҡшы урын беләм.

Был көндө Хәйрәт инәй үҙе бер биҙрә еләк йыйып алып ҡайта.

Әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Элек шәфҡәт туташы булып эшләгән Фәриҙәнең әхирәте килеп инде.

- Апайға укол яһайһығыҙмы? - тип һорайым мин шаяртып.

- Ниндәй укол, - ти Фәриҙә. - Әсәйем уларҙы белмәй ҙә, дарыуҙар ҙа эсмәй. Эшләргә, бәйләргә ярата. Миңә эшһеҙ ултырыуы ҡыйын, ти.

Уҙған йылда Фәриҙәгә ун көнгә китергә кәрәк була. Әсәһе менән ошо турала һөйләшә.

- Нимә уйлап тораһың, бар, юлыңа әҙерлән, - ти Хәйрәт инәй.

- Беҙҙең кәзәләр бар бит, уларҙы ҡарарға кәрәк.

- Мин үҙем ҡарармын, һауырмын да.

- Бына күрерһең, улар һиңә ҡарағанда миңә күберәк һөт бирер, - ти шаяртып.

Үткән ғүмеренә, йәшенә Хәйрәт инәй зарланмай. Пенсияһынан ҡәнәғәт. Бөтәһе лә, шул иҫәптән кешеләрҙең ихтирамы ла бар.

... Ҡунаҡсыл хужалар менән һаубуллашырға ваҡыт етте. Ғәҙәттәгесә, киләсәккә иң яҡшы теләктәр.

- Иҫән булығыҙ, - тинем мин юбилярға. - Йөҙгә еткәс йәнә ҡотларға килермен.

- Тырышырмын, - тип йылмайҙы ул.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: