Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Декабрь 2018, 11:36

Байтаҡ мәсьәләләр урында хәл ителде

Ошо көндәрҙә Буҙат, Хәлекәй һәм Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәләрендә район Советы депутаттары Ф.Р.Ғәлиев, Р.Р.Заһиҙуллин һәм И.И.Моратовтар граждандарҙы ҡабул итеү үткәрҙе.

Филүс Ғәлиевҡа Буҙат мәктәбе директоры Рафаэль Минияров (һүрәттә)мәктәп территорияһына ихата ҡуйыуҙа матди ярҙам һәм Буҙат балалар баҡсаһы мөдире Нәзирә Ғилманова мәктәпкәсә учреждениеға ингән ерҙә козырек ҡуйыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттеләр. Был мөрәжәғәттәрҙе депутат урында хәл итте. Филүс Рәшит улы төҙөлөш материалдарын белем биреү учреждениеларына шәхсән килтереп бирәсәк.

Шулай уҡ уға Өсөгән-Әсән ауыл клубы мөдире Миләүшә Сабитова ауыл клубының тамаша залында иҙәнде һәм сәхнәне ремонтлау өсөн аҡса бүлеүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Ф.Р.Ғәлиев ярҙамы менән Буҙат ауыл биләмәһенән биш кеше район гәзитен уҡыясаҡ. Депутат уларҙы үҙ аҡсаһына яҙҙырған.

Ринат Заһиҙуллинға Хәлекәй ауылы халҡынан электр бағаналарын һәм Хәлекәй ауылының Туғай һәм Күндерәк урамдарында яҡтыртыуҙы алмаштырыуға бәйле һорауҙар булды. Депутат әлеге урамдар буйынса яҡтыртыу нормативтарын тикшерергә вәғәҙә бирҙе. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ирина Моғаттарова ауыл клубын йылытыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Депутат Илдар Моратовҡа И.М.Һөйәрембәтов Ҡабыҡҡыуыш мәктәбе территорияһын ихаталау өсөн аҡса бүлеүҙә булышлыҡ итеүҙәрен һораны, шулай уҡ Р.И.Йәғәфәров мәктәп ҡаҙанлығына, ауыл клубына һәм балалар баҡсаһына ҡағылышлы мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте. Суфия Ибраһимова «Хеҙмәт ветераны» исемен алыуға ҡағылышлы проблема менән килгән.

Барлыҡ депутаттар ҙа ҡулдан килгәнсе мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: