Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Декабрь 2018, 10:55

Элвин Грей үҙенең фильмында төп ролдә уйнай

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) кинорежиссер Илшат Рәхимбай менән бергә фильм төшөрә башларға уйлай. Был турала журналистар менән осрашыу йомғаҡтары буйынса режиссерға һылтанма менән «Татар-информ» хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, Элвин Грей яңы фильмдың продюсеры булырға йыйына, шулай уҡ унда төп ролде башҡара. Әле картинаның концепцияһы әҙерләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Татарстанда популяр артист «Әпипә» музыкаль фильмында төшкәйне(продюсеры Миләүшә Айтуғанова). Элвинға был процесс бик оҡшаған һәм ул ошо йүнәлештә эшләүен дауам итергә хәл иткән.
"Башинформ".
Читайте нас: