Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2018, 11:49

Водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә ҡышҡы ваҡытта үтә һаҡ булығыҙ!

Һауа температураһының түбәнәйеүе водителдәргә һәм йәйәүлеләргә ҡарата айырыуса талаптар ҡуя. Шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, юлға сығыр алдынан һәр ваҡыт тормоз һәм рулдең төҙөклөгөн ентекле тикшерегеҙ.

Һауа температураһының түбәнәйеүе водителдәргә һәм йәйәүлеләргә ҡарата айырыуса талаптар ҡуя. Шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, юлға сығыр алдынан һәр ваҡыт тормоз һәм рулдең төҙөклөгөн ентекле тикшерегеҙ. Урамда һәм юлдарҙа хәрәкәт иткән мәлдә айырыуса һаҡ йөрөргә, юл сатында, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениелары эргәһендә һәм байрам саралары үткәрелгәндә кешеләрҙең күпләп йыйылған урындарында билдәле тиҙлекте арттырмаҫҡа кәрәк.

Метеорологик шарттар ҡатмарлашыуға бәйле, райондың ЮХХДИ бүлеге водителдәргә үтә кәрәклек булмаһа юлға сыҡмаҫҡа тәҡдим итә.

Шулай уҡ водителдәргә айырыуса үтенес - юлда ярҙамға мохтаж пассажирҙар транспортын иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ (мәҫәлән, машина ватылған, юл-транспорт фажиғәһе осраҡтарында).

Йәйәүлеләргә лә шулай уҡ ҡышҡы юлда бик һаҡ булырға кәрәк. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, ҡышҡы кейем хәрәкәтсәнлекте, күреүҙе, ишетеүҙе сикләй. Яҡынлашҡан транспорт алдынан юлды йүгереп сыҡмағыҙ, боҙланған юлда автомобилдең тормоз юлы 100 метрға етеүен онотмағыҙ. Юлды сығыр алдынан ике яҡтан да транспорттың булмауына ышанығыҙ, урамды ашыҡмайынса сығығыҙ.

Райондың дәүләт автоинспекцияһы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юлда йөрөгәндә йәйәүлеләр кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы әйбер йөрөтөргә бурыслы булыуын иҫкәртә. Уларҙы ҡулланыу юл транспорт фажиғәһе хәүефен 80% аш кәметә. Яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтың эш принцибы шуға ҡайтып ҡала, машина фарының яҡтылығы кейемдәге махсус пластиктан кире сағыла. Автомобиль фары хатта бәләкәй генә яҡтылыҡты сағылдырыусыа әйбергә төшкәс, водитель алыҫтан яҡтылыҡ нөктәһен күрә һәм уның ҡарар ҡабул итер өсөн 15 секундтан 25 секундҡа тиклем ваҡыты барлыҡҡа килә. Шуға күрә, йәйәүлене күреү мөмкинлеге күп тапҡырға арта.

Фәнис ҒИЗЗӘТУЛЛИН,

Стәрлебаш районы буйынса

ЮХХДИ бүлеге начальнигы.
Читайте нас: