Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2018, 12:14

Штрафты ваҡытында түләмәһәң - икеләтә түләргә тура киләсәк

«Бурыслы» оператив-иҫкәртеү саралары район территорияһында 11 декабрҙән үткәрелә.

Административ штраф яуаплылыҡҡа тарттырылған кеше тарафынан штраф һалыу хаҡында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән 60 көндән дә һуңламай банк йәки башҡа кредит ойошмаһы аша түләнергә тейеш.

Ошо документ булмаған осраҡта, ҡарар законлы көсөнә ингәндән 60 көн үткәс, ҡарар сығарған орган, сумманы түләтеү өсөн тейешле материалдарҙы суд приставы - үтәтеүсегә ебәрә. Бынан тыш, башҡарма власть, структур подразделение йәки территориаль орган, шулай уҡ башҡа дәүләт органы, вазифалы кеше штраф түләмәүсене РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.25-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Унда түләнмәгән административ штраф суммаһын икеләтә арттырыу (әммә ул бер мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел), йәки ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыу ҡаралған.

Шулай итеп, билдәләнгән срокта 500 һум штраф түләмәгән гражданинға 1 мең һум штраф һалыныуы, йәки уның 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыныуы ихтимал. Зилиә ХӘМИҘУЛЛИНА, Стәрлебаш районы буйынса эске эштәр бүлегенең административ законды үтәү буйынса өлкән инспекторы.
Читайте нас: