Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2018, 12:28

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу ҡулай

Стәрлебаш ауылындағы Күп функциялы үҙәк көн һайын яҡынса 150 граждан ҡабул итә. Унда күрһәтелгән хеҙмәттәргә һорау ғәйәт ҙур һәм Стәрлебаш районы халҡы араһында уларға ихтыяж даими арта. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, Күп функциялы үҙәк тарафынан башҡарылған эш күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Росреестр идаралығы, Федераль миграция хеҙмәте идаралығы, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы, Пенсия фонды бүлеге, халыҡты социаль яҡлау үҙәге һәм башҡа бик күп дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр халыҡ араһында һорау менән файҙаланған хеҙмәттәр булып тора.

Район халҡына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын һәм ҡулайлығын арттырыу маҡсатында бер ауыл биләмәһе базаһында территориаль айырымланған структур подразделение эше (ауыл биләмәләрендә граждандарҙы ҡабул итеү) ойошторолдо. Был шулай уҡ граждандарға ҡыҫҡа срокта һәм райондағы үҙәккә бармайынса йәшәү урыны буйынса ауылда хеҙмәттәр алыу мөмкинлеге бирә. Территориаль айырымланған структур подразделениеға Стәрлебашта күрһәтелгән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Беҙҙең районда бер - Ямғырсы ауыл биләмәһендә территориаль айырымланған структур подразделение (Ямғырсы ауылы, Совет урамы, 17а) эшләй. Ҡабул итеү кесаҙна һайын 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем һәм алдан яҙылыу буйынса ғына алып барыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 1 июленән тотош Башҡортостан Республикаһы территорияһында (Өфөнән тыш) Күп функциялы үҙәк филиалдарында һәм бүлексәләрендә граждандарға социаль ярҙам саралары күрһәтеүгә ғаризалар һәм документтар ҡабул итеү ойошторолдо.

Бынан тыш, халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эштәре сифатын арттырыу маҡсатында республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге сайтында http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Default.aspx адресы буйынса урынлаштырылған интерактив онлайн-консультант эшләй, уның ярҙамында граждандар дәүләт социаль ярҙамға хоҡуҡ тураһында мәғлүмәт ала ала.

Социаль ярҙам саралары күрһәтеү тәртибе һәм шарттары, шулай уҡ кәрәкле документтар исемлеге менән БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының www.mintrudrb.ru рәсми сайтында («Социаль ярҙам» бүлегендә) һәм БР Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең http://rcspn.mintrudrb.ru сайтында («Түләүҙәр һәм пособиелар» бүлегендә) танышырға мөмкин.

Өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа 8(347)246-55-33 бәйләнеш-үҙәк телефонына шылтыратып, Һеҙ Күп функциялы үҙәктә күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм кәрәкле документтар исемлеге, документтарҙың әҙерлеге тураһында мәғлүмәт белә, ауыл биләмәләрендә территориаль айырымланған структур подразделениеларҙың эше тураһында мәғлүмәтте аныҡлай һәм ҡабул итеүгә яҙыла алаһығыҙ.

Ойошманың mfcrb.ru рәсми сайтында ла хеҙмәттәрҙең тулы исемлеген белеп, кәрәкле документтар пакетын асыҡлап, шулай уҡ ҡабул итеүгә яҙылып була.Эльвира АТАНҒОЛОВА, Стәрлебаш ауылында Күп функциялы үҙәк етәксеһе.
Читайте нас: