Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Декабрь 2018, 18:22

Файҙалы кәңәштәр!!!

Канализация торбаларын таҙартыу өсөн тоҙ ҡулланығыҙ. Уны торбаға һалығыҙ ҙа, ҡайнар һыу менән йыуҙырып ебәрегеҙ. Үтектәге эҙҙәрҙе нашатыр спирты һәм аш һеркәһе ҡатнашмаһы бөтөрә. Йомшаҡ сепрәкте шул ҡатнашмала сылатып, табанын һөртөгөҙ.

1. Сумкағыҙҙа насар еҫ барлыҡҡа килһә, пакетлы сәй һалып йөрөтөгөҙ.


2. Канализация торбаларын таҙартыу өсөн тоҙ ҡулланығыҙ. Уны торбаға һалығыҙ ҙа, ҡайнар һыу менән йыуҙырып ебәрегеҙ.


3. Үтектәге эҙҙәрҙе нашатыр спирты һәм аш һеркәһе ҡатнашмаһы бөтөрә. Йомшаҡ сепрәкте шул ҡатнашмала сылатып, табанын һөртөгөҙ.
4. Йәшелсә ашына лавр япрағы, ҡара борос һалмағыҙ. Иң яҡшыһы – йәшел тәмләткестәр.


5. Ризыҡ турай торған таҡталарҙы аш һеркәһе һалынған һыуҙа даими йыуып тороғоҙ. Иткә айырым таҡта тотоғоҙ.


6. Салатҡа үҫемлек майын тоҙ, аш һеркәһе һәм борос­тан һуң ғына һалығыҙ. Тоҙ майҙа эремәй.


7. Ҡайнар компотты тиҙ генә һыуытырға тура килһә, һалҡын һыулы кәстрүлгә ултыртығыҙ.


8. Ҡарабойҙай бутҡаһы тәмле булһын өсөн уның һыуы ярманан ике тапҡырға күберәк булырға тейеш.


9. Ҡайһы бер балыҡтарҙы бешергәндә тәмһеҙ еҫ сыға. Ундай осраҡта балыҡ янына петрушка, сельдерей һалығыҙ.


10. Ваннаны ағартыу өсөн 2 ҡалаҡ кальцийлы содаға 2 ҡалаҡ аш содаһы ҡушып, әлеге ҡатнашманы ваннаға һылағыҙ. 5 минут тотҡандан һуң, шуның өҫтөнә 50 грамм ағартҡыс (отбеливатель) һөртөгөҙ. Ярты сәғәт тотҡас, йыуығыҙ.


11. Хушбуйығыҙ бөтһә, уны ташларға ашыҡмағыҙ. Дозаторын алып, флаконға һыу һалығыҙ һәм шуға бер нисә ағас таяҡ тығып ҡуйығыҙ. Улар хуш еҫле дымды һеңдереп, һауаға таратып торасаҡ.


12. Һыуытҡыстағы насар еҫте бөтөрөргә теләһәгеҙ, аш һеркәһе һалынған һыу менән йыуып, эсенә һауыт­ҡа һалып, күмер ултыртығыҙ. З.Йәһүҙина. "Йәшлек" сайтынан.
Читайте нас: