Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Декабрь 2018, 13:20

Яңы йыл тамашаһы көтә!

Яңы йыл байрамы осоронда Өфөнөң мәҙәниәт учреждениелары йөҙҙән ашыу сара үткәрә. Төп байрам тантанаһы 31 декабрҙә Рус драма театры ҡаршыһындағы майҙанда ойошторола.

Концерттан һуң төнгө сәғәт 2-лә Ленин исемендәге майҙанда Яңы йыл салюты була. Башҡалала тамашалар 21 декабрҙән алып 8 ғинуарға тиклем уҙа. 24 декабрҙә һәләтле балалар өсөн Өфө ҡала хакимиәте башлығының шыршы байрамы планлаштырылған. Ял итеү парктарына килеүселәрҙе ҡышҡы тамашалар — атта йөрөү, саңғы ярыштары, боҙҙағы сығыштар көтә.
"Юлдаш".

Читайте нас: