Милли йәштәр театры сәхнәһендә Зәйнәб Биишеваның тағы бер әҫәре сәхнәләштерелде. Бөгөн “Мөхәббәт һәм нәфрәт” музыкаль легендаһының премьераһы уҙа. Халыҡ яҙыусыһының юбилейына һәм Театр йылын асыуға арналған спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһы булышлығында федераль һәм республика субсидияларына тормошҡа ашырыла. Ҡуйыусы режиссеры — Рөстәм Хәкимов.