Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2018, 11:52

Закондарҙы белергә һәм үтәргә кәрәк

«Ҡорал тураһында» Федераль законға ярашлы, граждандар ҡоралын һәм уларға патрондарҙы һаҡлау эске эштәр органдарында ҡоралды һаҡлауға йәки ҡоралды һаҡлауға һәм йөрөтөүгә рөхсәт алған граждандарға ғына рөхсәт ителә.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы, административ яуаплылыҡ ҡарала:

- граждандар тарафынан ҡорал һәм патрондарҙы һаҡлау, йөрөтөү һәм юҡ итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500 һумдан 2 мең һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыу йәки алты айҙан бер йылға тиклем ҡоралды һатып алыу һәм һаҡлау йәки һаҡлау һәм йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән янай;

- атыу ҡоралын иҫерткес эсемлектәр ҡулланған кешегә йөрөтөү тыйыла, бының өсөн ғәйеплегә ҡорал һәм патрондарҙы конфискациялау менән 2 мең һумдан 5 мең һумға тиклем күләмдә штраф һалына, йәки ҡорал һәм патрондарҙы конфискациялау менән бер йылдан ике йылға тиклем ҡоралды һатып алыу һәм һаҡлау йәки һаҡлау һәм йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән янай;

- медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн дә яза бирелә. Мәҫәлән, әгәр атыу ҡоралын йөрөткән кеше полиция хеҙмәткәренең иҫерткес эсемлек ҡулланыуға медицина тикшереүе үтеү тураһында закон талабына буйһонмаһа ҡорал һәм патрондарҙы конфискациялау менән бер йылдан ике йылға тиклем срокка ҡоралды һатып алыу һәм һаҡлау йәки һаҡлау һәм йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән янай;

- шыма көбәкле атыу ҡоралы һәм атыу ҡоралын законһыҙ һатып алыу, һатыу, тапшырыу, һаҡлау, күсереп йөрөтөү йәки йөрөтөү тыйыла, был ҡорал һәм патрондарҙы конфискациялау менән өс мең һумдан биш мең һумға тиклем күләмдә штраф, йәки ҡорал һәм патрондарҙы конфискациялау менән биш тәүлектән ун биш тәүлеккә тиклем срокка административ ҡулға алыу менән янай.

Шулай уҡ енәйәт яуаплылығы ла ҡарала:

- атыу ҡоралын, уның төп өлөштәрен, хәрби припастарҙы (граждандарҙың шыма көбәкле атыу ҡоралынан, уның төп өлөштәренән һәм уларға патрондарҙан, сәпкә тейҙереү кимәле сикләнгән ҡорал, уның төп өлөштәре һәм уға патрондарҙан тыш) законһыҙ һатып алыу, тапшырыу, һатыу, һаҡлау, күсереп йөрөтөү йәки йөрөткән өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала;

- граждандарҙың шыма оҙон көбәкле атыу ҡоралы, сәпкә тейҙереү кимәле сикләнгән ҡорал, газ ҡоралы, һалҡын ҡоралды законһыҙ һатыу, йәғни төрлө шарттарҙа (бүләк итеү, ҡулланыуға биреп тороу, бурысты түләтеү сифатында) башҡа кешегә тапшырған өсөн;

- атыу ҡоралын, уның төп өлөштәрен законһыҙ эшләү, үҙгәртеү йәки ремонтлау, шулай уҡ хәрби припастарҙы, шартлатҡыс матдәләр һәм ҡоролмаларҙы законһыҙ әҙерләгән өсөн;

- атыу ҡоралын тейешенсә һаҡламау тыйыла, өҫтәүенә, уны башҡа кеше ҡулланғанда, кеше сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә янаған шарттар булдырыу - яуаплылыҡтың мотлаҡ шарты булып тора;

- атыу ҡоралын, хәрби припастар, шартлаусан матдәләр йәки шартлаусан ҡоролмаларҙы урлаған йәки талап алған өсөн.

Шул уҡ ваҡытта РФ Енәйәт кодексының 222-се һәм 223-сө статьяларында күрһәтелгән предметтарҙы үҙ ирке менән тапшырған шәхестәр ошо статья буйынса енәйәт яуаплылығынан азат ителә. Шул уҡ ваҡытта шуны онотмағыҙ, үҙ ирке менән тапшырғанда йәки уларҙың урыны тураһында власть органдарына хәбәр иткәндә генә был үҙ ирке менән тапшырылған тип иҫәпләнә.

Кешене ҡулға алғанда ҡоралды тартып алыу, шулай уҡ уларҙы эҙләү буйынса тикшереү эше ваҡытында табылған ҡорал үҙ ирке менән тапшырылған тип һаналмай.Марсель Йосопов,

район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт,

хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы .
Читайте нас: