Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2018, 11:42

Һыу объекттары һаҡсыллыҡ талап итә

Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күптән түгел үткән комиссия ултырышында ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы тарафынан бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, республика территорияһында 2018 йылдың 19 ноябренә ҡарата һыу объекттарында 85 фажиғә булған, уларҙа 80 кеше вафат булған, шуларҙың алтыһы - балалар, тип билдәләне сығышында комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары И.Ғ.Ибәтуллин.

Новигацияларҙы ябыуға һәм боҙ туңыу осоро яҡынлашыуға бәйле, кешеләрҙең һәм техниканың боҙ аҫтына китеүенә бәйле фажиғәләр хәүефе арта. Ноябрь-декабрь - кешеләрҙең вафат булыу хәүефе юғары булған айҙар, һыу ятҡылыҡтарында боҙ нығынмайынса, кешеләрҙең һәм автотранспорттың боҙ аҫтына китеү ихтималлығы арта, март-апрель айҙарында - һыу ташыу ваҡыты, боҙҙоң сатнау хәүефе ҙур. Балалар һәм балыҡсылар һәр ваҡыт хәүеф зонаһында.

Комиссия тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙа:

- ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау буйынса саралар комплексын үткәреү зарурлығы;

- санкцияланмаған урындарҙа боҙ аша сығыу урындарын асыҡлау буйынса эштәр ойоштороу;

- профилактик, агитация-пропаганда һәм аңлатыу эштәре алып барыу тураһында һ.б. әйтелә.

Ауыл биләмәләре башлыҡтарына:

- кешеләрҙең боҙға сығыуын тыйыусы аншлагтар ҡуйыу буйынса эште ойошторорға;

- ауыл биләмәләре территорияһында урынлашҡан һыу объекттары хужаларына ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау буйынса саралар комплексын үткәреү зарурлығы тураһында хат ебәрергә тәҡдим ителде.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: