Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Декабрь 2018, 11:41

Һинең йырҙарыңды һәм шиғырҙарыңды онотмайбыҙ! һин мәңге хәтерҙә, Юра!

Юрий Щеголевты мәктәп йылдарынан уҡ беләм. Ул һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Сибәр, шаян, спортсы, гитарала оҫта уйнап, мәктәп вокал-уйын ҡоралдары ансамблендә ҡатнаша ине. Һуңынан - хәрби офицер, подполковник, ике тапҡыр Чечняла хеҙмәт командировкаһында була, «Хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм бихисап миҙалдар менән бүләкләнә. Күп балалы атай, һәйбәт ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле ул. Уның беҙҙең аранан китеүенә бер йыл үтте, әммә уның тураһында иҫтәлектәр онотолмай. Ҡатыны, балалары, дуҫтары, туғандарының күңелендә ул мәңгелек...

Ул ике тапҡыр Чечняла була. Ҡатыны Риммаға шылтыратҡанда уның: «Нисек һуң унда?» тигән һорауына борсолмаһын өсөн: «Тыныс. Барыһы ла яҡшы» тип яуап бирә.

Минең алдымда уның Чечняла алып барған көндәлектәре ята. Ҙур булмаған, тышһыҙ блокноттың ҡайһы бер биттәре лә йыртылған. Унда ул үҙе менән булған хәлдәрҙе яҙып барған. Ҡайһы саҡ унда ике-өс кенә һөйләм, ҡайһы берҙә яҙыуҙар - тулы бер бит. Бына шуларҙың бер нисәһе.

1 ғинуар. «7.30 сәғәттә төндә үлтереү булған урынға барҙыҡ. Бер «чех»ты үҙҙәренекеләр үлтергән. Улар бер-береһен күберәк юҡ итһен ине. Бандиттар әҙерәк булыр ине. Көн тиҙ үтте. Начальник һәр атыуҙы тикшереп йөрөнө. Өйгә ике тапҡыр шылтыраттым.

Егеттәр өйҙө һағына башланы. Өйгә ҡайтҡы килә!!!».

5 ғинуар. «Фугаста Костроманан сапер-омон шартлаған. Ноябрҙә уға 30 йәш тулғайны. Тағы Чех (ауыл) янында Санкт-Петербургтан 35 йәшлек кадрҙар буйынса урынбаҫар янды. Бөгөн Мәскәүҙән ике кеше техника ҡабул итергә килде.»

8 ғинуар. Тыуған көн: «Егеттәр иртән-иртүк ҡотлай башланы. Башҡортостандан беҙҙекеләр килде, баҙарға барып килдек. Егеттәр өҫтәл әҙерләй, 21.30 сәғәттә ултырабыҙ. Өйгә шылтыраттым. Тыуған көндө һәйбәт үткәрҙек. Ҡотланылар, бүләктәр бирҙеләр».

12 ғинуар. «Үлтерелгән ике чех өсөн хәлдәр киҫкенләшә...»

13 ғинуар. Йәкшәмбе: «Егеттәр өй тураһында ғына һөйләшә. Бөтәһенең дә түҙемлеге бөттө, әммә үҙҙәрен ҡулда тоталар. Тағы ике аҙна түҙергә кәрәк. «Ярҙамсылар» килә башланы. Ныҡ йәнгә тейәләр. Әлбиттә, өйгә ҡайтҡы килә, әммә бынан көндәр тиҙерәк үтмәй. Һуңғы көндәрҙә өй тураһында күберәк уйландыра».

14 ғинуар. Иҫке Яңы йыл: «Төн тыныс ҡына үтте. Яңы йылды ҡаршыламаныҡ. Телевизор ҡараныҡ та, йоҡларға яттыҡ. «Кавказ»ға (кафе) барып беҙҙең колоннаны ҡаршыларға йыйынам. Кафеға килдек, төшкө аш ашап алырға ине, ҡаршылағы блок-посты беҙ килеүгә 10-15 минут элек шартлатҡандар. Ҡайтҡанда, урманда федералдарҙы утҡа тотҡандар. Ярты кабина юҡҡа сыҡҡан. Был көн беҙҙең өсөн уңышлы үтте».

16 ғинуар. «Иртән «Кавказ»ға тиклем колоннаны оҙатып барҙым. Иртәгә министр урынбаҫары Карамов һәм тағы бер төркөм Башҡортостандан егеттәр килә. Район эске эштәр бүлегенә килеп етеү менән Дон-100гә ебәрҙеләр. Юлдың бер участкаһын үттек, беҙҙең артта фугаста дүрт үлтерелгән һәм өс яралы егет. Иртәгә Пензанан киләләр. Күп ҡалманы».

19 ғинуар. «Менттарҙы үлтергәндәре өсөн ҡаланан сығыуҙы тыйҙылар. Көн буйына кубрикта ултырҙым. Беҙҙекеләр «Кавказ»ға барып Костроманан ОМОНды оҙатты. Өйгә ҡайтырға ваҡыт күп ҡалмағанлыҡтан, бөтәһенең дә кәйефе яҡшы. Яйлап йыйынабыҙ. 21-22-дә министр Диваев киләсәк».

Ә был яҙыуҙар иһә икенсе көндәлектән.

1 ноябрь. «Чех ауылында атышыу булды. Боевик минала шартлаған. Бер ҡатынды башына һәм муйынына дүрт тапҡыр атып үлтергәндәр. Төнөн контрабастар тауҙарҙа атыша. Дон-100 шулай уҡ төн буйына ут яуҙырҙы. Чехтар нимәлер эшләргә уйлай, күпләп медикаменттар һатып ала».

5 ноябрь. «Төнөн атыш булды, беҙҙекеләр бер боевикты юҡ итте. Уның кәүҙәһен бүлеккә алып килгәндәр, 20 йәштәр тирәһендәге егет. ФСБының икенсеһен атып үлтергәндәр. Район эске эштәр бүлеге эргәһендә һәр ваҡыт ниндәйҙер һаҡаллылар йөрөй, беҙҙекеләр сыҡһа, улар юҡ була. Район эске эштәр бүлеге ҡаршыһында бер өйҙә үлтереү урыны таптыҡ».

Артабан хәл бик көсөргәнешле була. Атыштар, таҙартыуҙар, фугастарҙы табып, уларҙы юҡ итеү, юлдарҙы миналарҙан таҙартыу. Юра яҙыуынса, хәл ҡатмарлы, ауыр була, туғандарын да һағына. Өй менән элемтә юҡ. 200 (һәләк булған) һәм 300 (яраланған) булмауы һөйөндөрә. Артабан - БТР шартлай, водителдең аяғы өҙөлә. Бөгөн ике - 300.

22 ноябрь. «Бөгөн беҙҙе аттылар, әммә быға берәү ҙә иғтибар итмәй. Курше посты ла утҡа тотҡандар. Ике - 200, өс - 300».

Был яҙыуҙар бер ваҡыт уға һин, йәнәһе, штабта ултырҙың тип әйтеүселәр өсөн дә. Ултырмаған. Урус-Мартан районында коммендантты алмаштырған. Штаб начальнигы, өс районға куратор булған. Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан. Бер нисә тапҡыр үлемдән ҡалған. Миҙалдарына ла ғәҙел лайыҡ булған.

- Тормошта ул изге күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел кеше, ысын ир-егет булды. Ул минең терәк-таянысым ине, - ти ҡатыны Римма. - Ул һәр ваҡыт кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙҙы. Тәү сиратта башҡалар тураһында уйланы, һуңынан ғына - үҙе тураһында. Тыңлай, аңлата, ярҙам итә, хуплай, уртаҡ тел таба белде. Ғәҙелһеҙлекте күреп: «Нисек була инде ул, Римма? Нисек була ул?» тип ысын күңелдән ғәжәпләнә ине.

- Юра менән беҙ мәктәптә үк дуҫ булдыҡ, - тип дауам итә әңгәмәбеҙҙе уның яҡын дуҫы Олег Ковтун. - Ул миңә яҡын дуҫ, бер туғаным кеүек булды. Мин уның аңларын һәм ярҙам ҡулы һуҙырын белеп, уға шатлыҡтарым һәм ҡайғыларымды уртаҡлашырға ашыҡтым. Ул вафат булғас донъя емерелгәндәй тойолдо. Уның менән бергә минең бер өлөшөм киткәндәй булды. Күптән түгел, ҡулыма телефон алып туғанымдың номерын эҙләгәндә Юраның номерын күреп ҡалдым. Бармаҡтарым ирекһеҙҙән йәшел төймәгә баҫты. Оҙон гудоктарҙы ишеткәс ҡатып ҡалдым, сөнки, белеүемсә, уның номеры блокланған ине. Ә бер нисә секундтан: «Алло!» тигән ир-ат тауышы ишетелде. Мине солғап алған хис-тойғоларҙан шунда уҡ яуап бирә алманым. Һуңынан был минең вафат булған иң яҡшы дуҫымдың телефон номеры булыуын аңлаттым. Был ир минең һүҙҙәремде аңланы һәм теләһәм, уға шылтырата алыуымды әйтте. Лайыҡлы кешенең номеры уға эләккәненә шатмын...

Ул Ырымбур юғары зенит-ракета команда училищеһында уҡый, СССР Ҡораллы Көстәрендә, Эске эштәр органдарында (штаб начальнигы), район суд приставтары подразделениеһында (бында суд приставы - үтәтеүсенән бүлек начальнигы урынбаҫарына тиклем үрләй) хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа Юрий Вячеславович яратҡан гитараһынан да айырылмай. Һуңғы йылдарҙа ул «Время» ансамбле составында «ҡыҙыу» нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Олег Ковтун, Айрат Әхмәтвәлиев, Илгиз Фәтҡуллиндар менән йырлап йөрөй. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, уларҙың Чечня һәм Афған темаһы, патриотизм тураһындағы йырҙары залдарҙы күтәрә, йыйылыусылар уларҙы баҫып тыңлай. Ә Юра шиғырҙарҙы ла иҫ киткес матур һәм йөрәк әрнеткес итеп уҡый, сөнки күңеле аша үткәреп һөйләгән юлдарҙан ирекһеҙҙән күҙҙәргә йәштәр эркелә ине. Һуңғы йылдарҙа ул ауырыны. Ике ауыр операция үткәрҙе. Протез ярҙамында йөрөнө. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, киреһенсә, башҡаларҙы дәртләндерҙе, шаяртты, эшкә урынлашты. Ғаиләһендә бәхетле булды. Тормош иптәше уның ышаныслы тылы, терәк-таянысы, өй усағын һаҡлаусыһы ине, йәш саҡтағы кеүек үк уға сикһеҙ ғашиҡ була ул. Улар яңы өй һалып сығалар. Ҡыҙҙары Динара, Марина һәм Кристина уларҙы һөйөндөрә. Щеголевтарҙың ҡунаҡсыл өйөнөң ишектәре дуҫтары һәм яҡындары өсөн әле лә һәр саҡ асыҡ...

Ҡайһы саҡ яҙмыш бик рәхимһеҙ. Ул бәхеткә күмеп, көтмәгәндә генә яҡындарыбыҙҙы тартып ала...

Әммә хәтер йәшәй. Беҙ һине онотмайбыҙ, Юра! Һинең йырҙарыңды, шиғырҙарыңды, үҙеңде онотмайбыҙ! Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә!

Рәйсә МУСИНА.

Фото ЩЕГОЛЕВТАРҘЫҢ ғаилә альбомынан.


Читайте нас: