Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2018, 18:06

Йәшлек бер генә, ҡәҙерен бел генә!

«Беҙҙең заманда йәштәр икенсе була торғайны», – тип әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ һөйләй башлаһа, артыҡ иғтибар бирмәй торғайныҡ. Бөгөнгө ҡыҙҙарға, егеттәргә ҡарайбыҙ ҙа шул һүҙҙәрҙе йыш ҡына үҙебеҙ ҙә ҡабатлайбыҙ хәҙер.

«Беҙҙең заманда йәштәр икенсе була торғайны», – тип әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ һөйләй башлаһа, артыҡ иғтибар бирмәй торғайныҡ. Бөгөнгө ҡыҙҙарға, егеттәргә ҡарайбыҙ ҙа шул һүҙҙәрҙе йыш ҡына үҙебеҙ ҙә ҡабатлайбыҙ хәҙер. Замана үҙгәрә, уның менән бергә кешеләр ҙә. Ғашиҡтар­ҙың да бер-береһенә булған мөнәсәбәте әле бөтөнләй баш­ҡаса. Ҡасандыр ҡыҙ бала үҙенең буласаҡ тормош иптәшен бөтөнләй белмәйенсә, никах көнөндә ге­нә күргән. Нимә генә булмаһын, улар донъя ҡороп, балалар үҫтереп, йәшәп киткәндәр.
Беҙҙең заманда инде егет менән ҡыҙға осрашып, һөйләшеү мөмкинлеге тейҙе. Ләкин йәштәр үҙҙәрен тәртипле тотто. Кеше алдында үбешеү түгел, етәкләшеп үтергә лә оялдыҡ. Ә осрашыуға нисек тулҡынланып бара инек. Ана шул тыйнаҡлыҡ ниндәйҙер көскә эйә булғандыр ҙа инде. Мөхәббәт серлелекте ярата, тиҙәр бит.

Хәҙер бөтөнләй икенсе. Мөхәббәт тигән юғары төшөнсә юғалып барған һымаҡ. Айырылышыуҙар ҙа йыш күренеш. Ғаилә ҡороуға үтә лә еңел ҡарай кеүек бөгөнгө йәштәр. Их, яратҡан кешеңде генә осратып, шуның менән тормош ебеңде бәйләп, ғүмер буйы бергә атлаһаң ине лә бит...

Бынан күп йылдар элек беҙҙең яҡтарҙа төҙөлөш эштәре башланды ла ауылға ситтән йәштәр килеп тулды. Маляр ҡыҙҙар, ташсы, төҙөүсе егеттәр... Улар ауыл осонда урынлашҡан ятаҡта йәшәне. Шул ҡыҙҙарҙың күбеһе беҙ­ҙең яҡ егеттәренә кейәүгә сығып тороп ҡалды. Яңыраҡ шуларҙың береһе менән аралашырға тура килгәйне. Бына нимәләр һөйләне ул:

– Беҙҙе, ун ҡыҙҙы, училищенан һуң ошо ауылға эшкә ебәрҙеләр. Йәш кенә бала-сағаларбыҙ инде. Өйрәнеп китеүе ҡыйын булды, ләкин ауылдың матурлығына, тәбиғәтенә иҫебеҙ китте. Мин үҙем ялан яғынанмын. Бындағы кеүек бейек тауҙарҙы, ҡалын урмандарҙы тәүгә күреүем. «Их, ошондай ерҙә йәшә ине ул, ожмахтың үҙе бит», – тип хыялланға­ным һаман да хәтеремдә. Хоҙай Тәғәлә ишеткәндер инде, кейәүгә сығып, тороп ҡалдым.

Шулай ҡыҙҙар менән иртән эшкә барабыҙ, кис ҡайтабыҙ. Ял көндәре клубҡа, уйынға сығабыҙ. Ул ваҡыттағы гармунға бейеүҙәр... Гармун­сылар ҙа күп, бер-береһен алыштырып ҡына торалар. Йәштәр дәртле.

Бер көндө уйындан һуң төҫкә-башҡа ҡойоп ҡуйған бер егет оҙатып ҡуйырға теләген белдерҙе. Мин ҡаршы килмәнем. Сөнки үҙем дә уға күҙ һалғайным инде. Камил тип таныштырҙы үҙе менән. Аҙаҡ көн дә тиерлек ятаҡҡа килеп йөрөй башланы. Бер көн эштән ҡайтып килгәндә юлыбыҙ­ға бер ҡыҙ (исемен Гөлсинә тип алайыҡ) тап булды. Ул мине туҡтатып: «Беҙгә һөйләшергә кәрәк», – тине. Әҙерәк шөрләңкерәһәм дә, ҡыҙ­ҙарҙан айырылып тороп ҡалдым.

«Беҙ Камил менән етенсе синыфтан дуҫлашып йөрөйбөҙ. Ул мине генә ярата. Һиңә барыбер өйләнмәйәсәк, ва­ҡытыңды әрәм итеп йөрөмә лә. Мине мәңге һиңә алыштырасағы юҡ», – тимәһенме?! Йәш саҡ, һантыйыраҡ ваҡыт. Уның һүҙҙәре шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Асыуымды килтерҙе. Шуға: «Ҡарарбыҙ әле», – тинем дә юлымды да­уам иттем. Эсемдән, Камил барыбер минеке буласаҡ, тип хәл итеп ҡуйҙым. Һиңә үс итеп, сығасаҡмын, тинем.

Оҙаҡламай егетемде армияға оҙаттым. Гөлсинә лә килгәйне. Уның алдында үҙемде еңеүсе итеп тоттом. Камил бит мине һайланы. Бөтә иғтибары ла үҙемдә генә. Гөлсинәгә күҙенең сите менән генә ҡарап ҡуйҙы, әммә янына барманы. Ҡыйын булғандыр уға. Шуға күп торманы, шәп-шәп атлап Камил янына килде лә сигелгән ҡулъяу­лыҡ тоттороп, йүгереп китеп тә барҙы.

Егетемдең хеҙмәтен тултырып ҡайтҡанын көтөп алдым. Хаттар алыштыҡ. Буласаҡ ҡәйнештәрем ҡарап ҡына йөрөттө үҙемде. Гөлсинәнең уҫал ҡарашы менән дә йыш осра­шыр­ға тура килде, ләкин талашып йөрөмәне. Камил хат яҙҙымы икән уға, әйтә алмайым. Ә бына бүләк ҡулъяулыҡты ҡабул итеүе ныҡ борсой ине. Был турала үҙенән бер тапҡыр ҙа һораманым. Ул бит мине ярата, тағы ла нимә кәрәк, тип уйланым.

Армиянан ҡайтҡас, күп тә йөрөмәнек, өйләнештек. Туй көнөндә ҡунаҡтарҙан кемдер эргәмә килеп, мине тышҡа саҡырҙы. Уны-быны уйлап тормай, сыҡтым. Ә унда – илауҙан шешенеп бөткән Гөлсинә. Ҡурҡып киттем. «Донъя рәхәте күрмә, һин мине бәхетһеҙ иттең», – тине ул күҙҙәремә туп-тура ҡарап. Ә мин шарҡылдап көлдөм дә инеп киттем.

Был ваҡиғанан һуң бик күп йылдар үтте. Мин – хәҙер биш ейән-ейәнсәргә өләсәй. Камил менән ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәп, айырылыштыҡ. Нисектер беҙ уның менән ғүмер буйы бер-беребеҙгә сит кешеләр булып ҡалдыҡ. Йәшәй башлағанда барыһы ла һәйбәт кеүек ине, аҙаҡ ни өсөндөр өйҙә йәм тапманы ул. Гөлсинәнең рәнйеше ебәр­мәнеме икән, тип тә уйлап ҡуям. Бәлки, Камил да тәүге мөхәббәтен онота алмағандыр. Теге ҡулъяулыҡ та аҙаҡ һалдат фотоальбомы араһынан килеп сыҡты бит.

Йәшлек һәр кемгә бер тап­ҡыр ғына килә. Ҡәҙерен белеп, яратҡан, һине ихтирам иткән кеше менән генә тормош юлыңды бәйләргә кәрәк. Үҙемдең тыуған ауылымда минең өсөн утҡа, һыуға инергә әҙер торған егетем тороп ҡал­ғайны. Ваҡытында үҙен һанламаным. Мин китәм, тип юлға йыйынғас, шул тиклем ҡайғырғайны. Аҙаҡ, эҙләп барам, тип әсәйемдән адресымды ла һораған, ләкин ул бирмәгән. Бер ҡайтмаһа, бер ҡайтыр, тип көткән-көткән дә һуң ғына өйләнгән. Хәҙер ғаиләһе менән бик матур йәшәп ята. Уның менән мин дә, бәлки, бәхетле булыр инем. Үҙемде ғәйепле тип һанайыммы? Эйе, Камилға үлә яҙып яратып сыҡтым, тип әйтә алмайым, шулай булғас, араларына кермәҫкә булған. Гөлсинәгә килгәндә, ул теге ваҡытта уҡ ауылдан сығып киткәйне, хәҙер ҡайҙа икәнен дә белмәйем. Күпме кешенең яҙмышы емерелгән... Кемделер бәхетһеҙ итеп, бәхетле булып булмайҙыр инде.

Хәҙер бөтә шатлығым, йыуанысым – ул минең балаларым. Иҫән-һау, бәхетле генә булһындар инде. Намаҙға баҫтым, мәсеткә йөрөйөм. Бер кемгә лә үс һаҡламайым, Хоҙайым ҡартлыҡ бәхете бир­һен, тип кенә теләйем. Ғ. ХӨСӘЙЕНОВА."Йәншишмә" гәзите сайтынан алынды.


Читайте нас: