Өфөлә 25 декабрҙә Ленин исемендәге майҙанда Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Йолаға әүерелгән сарала баш ҡаланың 400-гә яҡын Ҡыш бабайы ҡатнаша, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.
Программала «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө, ҡала мәҙәниәт һарайы оркестрының сығыштары, күңел асыуҙар һәм уйын-көлкө ҡаралған. Бынан тыш, төп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында үҙәк ҡала шыршыһын асыу тантанаһы була.
Ҡыш бабайҙар сәғәт 5-се яртыла теҙелә башлай, сара үҙе — сәғәт 6-ла."Башиформ" агентлығынан.