Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Декабрь 2018, 18:36

12 декабрҙә муниципаль район Советының XXV ултырышы үтте.

Депутаттарҙан тыш унда район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары, район хакимиәте бүлектәре етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, район прокуроры, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы.

Депутаттарҙан тыш, унда район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары, район хакимиәте бүлектәре етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, район прокуроры, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар һәм хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты муниципаль район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы.

Көн тәртибенә 10 мәсьәлә ҡуйылды. "Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында", "Муниципаль хеҙмәт вазифаһына ҡарамаған вазифаларҙы биләгән һәм һөнәрҙәргә эйә булған, һәм Стәрлебаш районы муниципаль район Советы һәм хакимиәте эшмәкәрлеген техник яҡтан тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләү тураһында", "Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыуға конкурс үткәреү тәртибе тураһында положениеға үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы беренсе өс мәсьәлә буйынса район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы М.М.Йосопов сығыш яһаны.
"Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы тураһында Положениены раҫлау тураһында"ғы дүртенсе мәсьәлә буйынса мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.Р.Вилданова мәғлүмәт бирҙе.
"Стәрлебаш районы муниципаль район Советының 2018 йылдың 31 ғинуарындағы "Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының мунициаль милкенән файҙаланыу хоҡуғын рәсмиләштереү тәртибе, Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының мунициаль милкен иҫәпләү тәртибе һәм Реестр алып барыу һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль районының мунициаль милкенән файҙаланған өсөн йыллыҡ аренда түләүе билдәләү тураһында"ғы 17-3 һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында", "Оператив идаралыҡ хоҡуғында беркетелгән муниципаль күсмә милекте һатыу тураһында"ғы киләһе мәсьәләләр буйынса Милеккә идара итеү комитеты рәйесе М.М.Усманов сығыш яһаны.
"Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советының 2016 йылдың 4 октябрендәге "Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советының бюджет, һалымдар, иҡтисади үҫеш, милек һәм инвестиция сәйәсәте мәсьәләләре буйынса даими комиссия составын һайлау тураһында"ғы 01-5 һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы мәсьәлә буйынса бюджет, һалымдар, иҡтисади үҫеш, милек һәм инвестиция сәйәсәте мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Р.Р.Яуышев мәғлүмәт бирҙе.
Барлыҡ тикшерелгән мәсьәләләр буйынса депутаттар тарафынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас: