Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Декабрь 2018, 11:33

Табип һөнәре - Хоҙайҙан

Һуңғы ваҡытта традицион булмаған медицина популярлаша бара. Әммә... әгәр уның буйынса дауаланыу ысулын анализлаһаң - был ата-бабаларыбыҙ элек-электән үҙҙәрен дауалаған үләндәр, энәләр ҡаҙап дауалау һәм массаж (бының менән меңдәрсә йылдар Көнсығышта (Ҡытай, Япония, Вьетнам) үлем түшәгендә ятҡан кешеләрҙе лә хатта һауыҡтырғандар), һәм заманса тикшеренеү ысулдары (МРТ, компьютер томографияһы). Альберт Буранғолов һәм Артур Хәсәновтар (һүрәттә) пациенттарҙы ошо ысулдар менән аяҡҡа баҫтыра, уларға шатлыҡ бүләк итә һәм тормоштарына йәм ҡайтара. Юғары категориялы табип, остеопат, андролог, рефлекс-терапевт, мануалист А.Р.Буранғолов менән әңгәмәм ауырыуҙарҙы дауалау ысулдары тураһында.

- Альберт Руслан улы, Һеҙ ни өсөн традицион булмаған медицина менән шөғөлләнергә ҡарар иттегеҙ?

- Мәскәү медицина университетын тамамлап, мин тәүҙә ун йылға яҡын Свердловскийҙа, һуңынан Өфө клиникаларында табип булып эшләнем. Ошо ваҡыт эсендә традицион медицина ауырыуҙың тышҡы билдәләрен генә бөтөрә тигән фекергә килдем.

- Һеҙҙең дауалау нимәһе менән айырыла?

- Беҙ Артур менән организм - үҙенсәлекле, үҙ-үҙен регенерациялаған система булыуына ныҡлы ышанабыҙ. Бына һеҙ бармағығыҙҙы киҫтегеҙ икән, ә өс көндән яра бөтәшә. Иң һуңғы сиктә, уның тураһында ҙур булмаған яра эҙе хәтергә төшөп торасаҡ. Ҡулығыҙҙы һындырһағыҙ ҙа, оҙағыраҡ булһа ла, ул шулай уҡ йүнәлә.

Беҙ симптомдарҙы дауаламайбыҙ. Беҙ сирҙең сәбәбен юҡ итәбеҙ. Йыһан медицинаһын булдырыусы, организмдың үҙ-үҙен һауыҡтырыу серҙәрен асҡан билдәле ғалим Иван Неумывайкин методикаһына нигеҙләнәбеҙ. Әгәр космонавттарҙың береһе сирләһә, ә Һеҙ уларҙың орбитала айҙар дауамында булыуҙарын беләһегеҙ, ашығыс ярҙам саҡыртып булмай. Бында дауалауҙың бөтөнләй яңы ысулдары кәрәк. Мәҫәлән, энәләр ҡаҙап, массаж ярҙамында биологик әүҙем нөктәләргә баҫыу юлы менән кешенең хәлен яҡшыртырға һәм дауаларға мөмкин.

- Альберт Руслан улы, Һеҙ нисек дауалайһығыҙ?

- Әлбиттә, диагностиканан, шул иҫәптән, биорезонанс диагностиканан башлайбыҙ. Диагноз ҡуябыҙ. Һәм шунан һуң ғына дауалай башлайбыҙ. Был магнит-тулҡынлы, вакуум терапиялар. Биотоктар, көмөш энәләр менән дауалау, массаж, лазер, турмалин, нефрит менән дауалау, умыртҡа һөйәген тарттырыу һ.б. Шулай уҡ пациенттарыбыҙға консультация үткәрәбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ.

- Ә ниндәй сирҙәрҙе дауалайһығыҙ?

- Барыһын да тиерлек. Биорезонанс диагностика организмдағы вирустарҙы, паразиттарҙы, ауыр металдар ултырмаларын, витаминдар һәм минералдар дефицитын асыҡлай.

Беҙҙең дауалау ысулдарын заманса - интегратив медицина тип әйтергә лә мөмкин. Был - һуңғы йылдарҙа Европа илдәрендә уңышлы үҫешкән заманса медицина йүнәлеше. Академик, традицион һәм халыҡ медицинаһы ысулдарын интеграциялау (берләштереү) пациент сәләмәтлеген тергеҙгәндә ыңғай һөҙөмтәгә килтерә. Һәм был кеше сәләмәтлегенә комплекслы (системалы!) ҡарауҙы пропагандалаған Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекере буйынса ла тап килә.

Интегратив медицина - донъяла төрлө, билдәле дауалау һәм һауыҡтырыу ысулдары (улар араһында Европа, традицион Ҡытай медицинаһы, һауыҡтырыуҙың халыҡ ысулдары һ.б.) йыйылмаһы түгел. Был пациенттың сәләмәтлек торошон дөйөм баһалау һәм индивидуаль алым. Ысулдарҙың интеграцияһы һәр мөрәжәғәт иткән кешегә дауалауҙың оптималь вариантын табырға, уның теләктәренә һәм мөмкинлектәренә ҡарап сәләмәтлеген нығытырға һәм тергеҙергә булышлыҡ итә.

Тире, ҡолаҡ, күҙ, енес-бәүел, онкологик ауырыуҙарҙы, протрузиялар, бүҫер, остеохондрозды һ.б. дауалайбыҙ.

- Нисек иҫәпләйһегеҙ, күп ауырыуҙарҙың төп сәбәбе нимәлә?

- Дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше һәм туҡланыу. Бик аҙ һыу эсәбеҙ һәм хәрәкәт итәбеҙ. Һөҙөмтәлә, организмда паразиттар күбәйә, зыянлы матдәләр йыйыла.

-Хатта әгәр кеше һауыҡһа ла, билдәле йәшәү рәүеше алып барырға кәрәктер, моғайын.

- Эйе. Әммә бында бер ниндәй ауырлыҡтар юҡ. Әгәр беҙҙең ысулдар кемделер ҡыҙыҡһындырһа, 5 декабрҙә беҙ Стәрлебаш ауылына киләбеҙ һәм Һеҙҙең районда йәшәүселәргә ярҙам итергә әҙербеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа уларҙы осрашҡанда бирә алаһығыҙ. Беҙҙең турала мәғлүмәт Интернетта ла, «Бәйләнештә» селтәрендә лә бар.

Беҙҙең телефондар: 8 (347) 266-37-18, 8-927-236-37-18, 8-937-355-52-03.

- Альберт Руслан улы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һәм ауылдаштарыбыҙҙың сәләмәтлеген тергеҙеүгә бәйле изге эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Реклама хоҡуғында.

Ярамаған осраҡтары бар, белгес консультацияһы талап ителә.


Читайте нас: