Дәүләт власть органдарының халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнешлек итеүе өсөн республикала «Башинформ» берҙәм мәғлүмәт сәйәсәте үткәреү үҙәге булдырҙы. Унда дәүләт киң мәғлүмәт саралары, нәшриәттәр, киностудия һәм коммуникацион технологиялар һәм элемтәне үҫтереү буйынса предприятиелар ингән.
Ошо акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, проект кураторы Ростислав Мырҙағолов әйтеүенсә, яңы программа республикала иң популяр: Бәйләнештә, Facebook, Instagram, Twitter, Одноклассники социаль селтәрҙәрҙен мониторинглай һәм автоматик рәүештә кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы асыҡлай.
Бөгөн беҙ район халҡының республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбировҡа һәм Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа ҡайһы бер мөрәжәғәттәрен баҫабыҙ.
Һорау: «Беҙҙең Стәрлебаш районында Күп функциялы үҙәк менән ҙур проблема. Халыҡ бер көндә ҡабул итеүгә эләгә алмай. Иртәнге сәғәт етенән килеп сират алалар».
Яуап: «Булған проблемаларҙы хәл итеү, мөрәжәғәт итеүселәргә һәм үҙәк хеҙмәткәрҙәренә шарттар булдырыу өсөн эш режимы үҙгәртелде - хәҙер дүшәмбе көндө 20.00 сәғәткә тиклем эшләйҙәр (элек - 17.30 сәғәткә тиклем ине). Компьютерҙар оптик-сүс элемтәгә тоташтырылған (элемтә тиҙлеге күпкә артты, был граждандарҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итте), фойела килеүселәр өсөн өҫтәмә эскәмйәләр ҡуйылды, ике тәҙрә урынына хәҙер дүрт тәҙрә эшләй һ.б. Күп фукциялы үҙәктең урыны килеүселәр өсөн бик уңайлы. Кәрәк булһа клиент һалым хеҙмәтенән, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән, ауыл биләмәһе хакимиәтенән (улар бер бинала урынлашҡан) тиҙ генә белешмә ала ала. Күрше биналарҙа ғына - Пенсия фонды идаралығы, ЗАГС бүлеге».
Һорау: «Беҙҙең райондың Тормай ауылынан Миәкә районы Өйәҙебаш ауылына тиклем юлға асфальт түшәлмәгән».
Яуап: «Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш юлы республиканың юл хужалығы идаралығының оператив идаралығында, ул дәүләт заказсыһы функцияһын үтәй. Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте ошо юлға асфальт түшәү буйынса юл хужалығы идаралығына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте».
Һорау: «Беҙҙең Первомайский ауылында балалар бик күп, әммә тейешле балалар майҙансығы юҡ».
Яуап: «Первомайский ауылында балалар майҙансығы менән сквер төҙөү 2019-2020 йылдарға планлаштырылған. 2019 йылда республика программаһына индереү өсөн БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына заявка бирелде. Ауыл халҡының, Аллағыуат ауыл биләмәһе халҡы кеүек үк, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһынан файҙаланып ошо проблеманы хәл итеү мөмкинлеге бар».
Һорауҙарға район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары
Ильяс ИБӘТУЛЛИН яуап бирҙе.