Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Декабрь 2018, 11:35

Пособиеның яңы төрҙәре

2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә яңы социаль ярҙам саралары булдырылды.

Башҡортостанда беренсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле айлыҡ пособиены 2,9 мең ғаилә юллаған. 8892 һум күләмендәге пособие балаға йәш ярым тулғансы түләнә. Өсөнсө йәки артабанғы бала өсөн айлыҡ пособиены республикалағы 2,6 мең ғаилә ала. Уның күләме - 8993 һум, ул өс йәшкә тиклем түләнә.

Беренсе пособие - 2017 йыл аҙағында В.В.Путин тәҡдим иткән 6 яңы демографик социаль ярҙам сараларының береһе (2018 йылда икенсе һәм өсөнсө бала тыуғанда ипотека ставкаһын түбәнәйтеү, Әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу, уны файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу, шулай уҡ балалар поликлиникаларын йыһазландырыу һәм балалар баҡсаларына сиратты кәметеү менән бер рәттән). Икенсе пособие республикабыҙҙың өсөнсө һәм артабанғы бала тапҡан ғаиләләргә ай һайын аҡсалата түләүгә федераль бюджеттан субсидия алған төбәктәр исемлегенә индерелгәндән һуң барлыҡҡа килде. 2013-2017 йылдарҙа Программала дөйөм тыуым коэффициенты Рәсәй буйынса уртаса мәғәнәнән түбәнерәк булған (2016 йылда -1,762) төбәктәр ҡатнашһа, 2018 йылдан Программала был күрһәткес мәғәнәһе 2-нән артмаған Федерация субъекттары ҡатнаша ала.

13 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4,6 меңдән ашыу ғаилә быйыл тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе бала өсөн пособиеға документтар юллаған. Һуңғы өс айҙа ошо пособиены алыусылар һаны 1,7 меңгә артҡан. Беренсе бала өсөн түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы йыл башынан 293 миллион һум тәшкил иткән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4,5 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған һәр бала өсөн пособие ала. Һуңғы өс айҙа үҫеш 2 мең самаһы тәшкил иткән. Йыл башынан был ғаиләләргә бөтәһе 238 миллион һум аҡса түләнгән.

Беренсе сабый өсөн айлыҡ пособие ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һум булған осраҡта тәғәйенләнә. Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ түләүгә йән башына уртаса килеме 9182 һумдан артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.

Беренсе балаға пособие түләү өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. 2018 йылда тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн түләүҙәр федераль һәм төбәк бюджеттарынан берлектә финанслау шарттарында бойомға ашырыла.

Әгәр ғаилә ошо критерийҙарға тап килһә, уға Республика халыҡты социаль яҡлыу үҙәге филиалдарына, йәки йәшәү урыны буйынса Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Пособиеларҙы электрон ысул менән - Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша юлларға мөмкин.

Иғтибар итегеҙ, һәр ғаилә ағзаһының килеме, Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, һалымһыҙ иҫәпләнә. Йәғни килемде иҫәпләгәндә һалым тотолғансы булған сумманы иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай уҡ ике түләү буйынса ла бала тыуған мәлдән ҡайтанан иҫәп башҡарыласаҡ. Йәғни, әгәр бала июнь айында тыуған икән, ә документтар социаль яҡлау органдарына йәки Күп функциялы үҙәккә октябрҙә генә тапшырылһа, был ғаилә бала тыуғандан алып барлыҡ тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ, документтарҙы бала тыуғандан алты айҙан һуңламайынса тапшырырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе бала өсөн түләүҙәр федераль бюджеттан бүленә, ә 2018 йылда тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн түләүҙәр федераль һәм төбәк бюджеттарҙың софинанслау шарттарында түләнә.

Шулай уҡ һеҙ өйҙән сыҡмайынса онлайн-консультант ярҙамында теге йәки был пособиеларҙы алырға хоҡуҡлымы-юҡмы икәнегеҙҙе үҙ аллы иҫәпләп белә алаһығыҙ.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: